Баҡра

Баҡра — (Agrostemma), ҡәнәфер һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты.

Ботаник яҙма

Бер йыллыҡ йомшаҡ төклө үлән. Һабағы төҙ, бейеклеге 30—80 см. Япраҡтары ҡапма‑ҡаршы, ҡыяҡ йәки ҡыяҡ‑ланцет. Сәскәһе ҡуйы ал, һабаҡ осонда, яңғыҙ һәм эре. Тоташып үҫкән каса япрағы 10 ҙур һеңерсәле һәм 5 ҡыяҡлы. Июнь—сентябрҙә сәскә ата. Емеше — бер оялы оҙонса көршәк формаһындағы ҡумта, июль—октябрҙә өлгөрә.

Таралышы

Баҡра һирәкләп республиканың төньяҡ райондарында осрай. Яҙғы культураларҙың, һирәгерәк ужым культураларының ҡый үләне. 3 төрө билдәле, Евразияның уртаса бүлкәтендә таралған. Башҡортостанда сәсеү баҡраһы үҫә.

Файҙаланыу

Ағыулы үҫемлек. Декоратив үҫемлек. Составында кумариндар, сапониндар, стероидтар, флавоноидтар бар, халыҡ медицинаһында ҡулланыла.

Сығанаҡ

Әҙәбиәт

  • Лазьков Г. А. Семейство гвоздичные (Caryophylleae) во флоре Кыргызстана. — М.: Т-во науч. изд. КМК, 2006. — ISBN 5-87317-319-2.

Һылтанмалар