Белова Евгения Михайловна
Белова Евгения Михайловна (1 ғинуар 1987 йыл) — Рәсәй социаль эшҡыуары, балаларҙы, шул иҫәптән ДЦП диагнозы һәм башҡа һаулыҡтары сикле булған балаларҙы, сыныҡтырыу, һауыҡтырыу һәм социаллаштырыу менән шөғөлләнеүсе «Һаумы!» шәхси балалар һауыҡтырыу үҙәгенең нигеҙләүсеһе.
Биографияһы
Евгения Михайловна Белова 1987 йылдың 1 ғинуарында Мәскәү ҡалаһында тыуған. Әсәһе һөнәре буйынса инженер, атаһы — полиция хеҙмәткәре[1].
Театр студияһында шөғөлләнгән[2], мәктәпте экстернат формаһында алтын миҙалға тамамлағандан һуң, актриса булырға ҡарар итә. Мәскәү яңы драма театры янындағы Театр институтына В. В. Долгачёвтың курстарына уҡырға инә, әммә һуңыраҡ ҡарарын үҙгәртә[1][2]. Һәм Рәсәй дәүләт туризм һәм сервис университетын «социаль-мәҙәни сервис һәм туризм» һөнәре буйынса ҡыҙыл дипломға тамамлай. Артабан М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетында социаль эшҡыуарлыҡ сфераһында идаралыҡ курстарын һәм башҡа бизнес-тренингтарҙы үтә[1]. Уның өсөн уға ире менән фатирҙарын залогҡа һалырға, машиналарын һатырға, банкта 500 мең һум суммаға кредит алырға, әсә капиталы менән ҡулланырға тура килә[2].
1998—2000 йылдарҙа Евгения Белова НТВ каналыда күрһәтелгән «Аңла мине» телевизион программаһын алып барыусы булып, 2006—2009 йылдарҙа — Билайн Call-үҙәктә белгес булып, 2007—2008 йылдарҙа — «Мәскәү. Ҡулланыу буйынса инструкция» телетапшырыуының рубрикаларында дежурҙа тороусыларҙың береһе[1].
2012 йылдың мартында ул ДЦП диагнозы һәм башҡа һаулыҡтары сикле булған балаларҙы, сыныҡтырыу, һауыҡтырыу һәм социаллаштырыу менән шөғөлләнеүсе «Һаумы!» шәхси балалар һауыҡтырыу үҙәген И. М. Сеченов исемендәге Беренсе Мәскәү дәүләт медицина университетының тергеҙелеү дауалауы бүлеге хеҙмәткәре табип Наталия Рыбакова менән берлектә аса[2].
2013 йылда «Мисс Долгопрудный—2013» матурлыҡ конкурсының еңеүсеһе була[1].
2014 йылдың яҙында Евгения Белова «Социаль эшҡыуарлыҡтың иң яҡшы күрһәткесе» номинацияһында «Яҡшылыҡ импульсы» премияһының лауреаты була[3]. Шул уҡ йылда «СКБ Контур» компанияһы «„Рәсәй терәге“ бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡтың бөтә рәсәй йәмәғәт ойошмаһы» менән берлектә уҙғарылған «Мин — бизнесмен 2014» видеороликтар конкурсында Евгения Белова 2000 тиерлек тауыш йыйып еңеүсе тип табыла һәм 300 мең һум суммаһына грант ала[4].
2014 йылда Евгения Белова Долгопрудный ҡалаһындағы «Салют» физкультура-һауыҡтырыу комплексында инклюзив уйын бүлмәһе ойошторор өсөн кәрәкле сумманы алыу мағсатында Boomstarter сайтында краудфандинг иғәнә йыйыҙы башлап ебәрә[5]. Шул уҡ йылдан алып Долгопрудный ҡалаһының һәм Мәскәү өлкәһенең йәмәғәт палаталарының ағзаһы булып тора[1]. Долгопрудный ҡалаһының балалар приютына «Ал сәскә» (рус. «Аленький цветочек») реабилитацион үҙәгенә әүҙем булышлыҡ күрһәтә[6].
Ғаиләһе
2007 йылдан алып Долгопрудный ҡалаһында йәшәй. Кейәүҙә, ике бала тәрбиәләй — улы Илья һәм ҡыҙы София[1].
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 4 5 6 7 Белова Евгения Михайловна. ОП Московской области. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 июнь 2015. 2015 йылдың 13 июнь көнөндә архивланған.
- ↑ 1 2 3 4 Иоланта Качаева. Нормальные люди: Евгения Белова. Московские новости (27 март 2013). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 июнь 2015. 2014 йылдың 24 декабрь көнөндә архивланған.
- ↑ Лауреаты. Белова Евгения Михайловна. Яҡшылыҡ импульсы. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 июнь 2015.(недоступная ссылка)
- ↑ Мария Остроумова. «Здравствуй»: история создания успешного социального бизнеса. СКБ Контур (14 апрель 2014). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 июнь 2015.
- ↑ Создательница оздоровительно-развивающего центра «Здравствуй!» Евгения Белова запустила на Бумстартере краудфандинговый сбор. «Беҙҙең киләсәк» төбәк социаль программалар фонды (15 сентябрь 2014). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 июнь 2015.
- ↑ Евгения Михайловна Белова. Перезагрузка общественных палат МО. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 июнь 2015.(недоступная ссылка)