Бербок Анналена

Анналена Шарлотта Альма Бе́рбок йәки Бэрбок (нем. Annalena Charlotte Alma Baerbock; 1980 йылдың 15 декабре[2][4][…], Ганновер[2]) — немец дәүләт һәм сәйәси эшмәкәре, ата-бабалары Икенсе донъя һуғышынан һуң Германияға күсеп килгән поляктар. 2018 йылдан 90 Союзы/Йәшелдәр (Роберт Хабек менән берлектә) партияһы рәйестәше. 2021 йылдың 8 декабренән Германияның сит ил эштәре министры. Бербок 2013 йылдан бундестаг депутаты.

Биографияһы

Анналена Бербок Һанновер (Германия Федератив Республикаһы) янындағы Паттензен фермаһында машиналар эшләүсе-инженер һәм социаль педагог ғаиләһендә үҫкән, уның ике ҡыҙ туғаны бар.[7]. Һанноверҙағы Һумбольдт мәктәбендә уҡый[8][9].