Берген-Бельзен
Бе́рген-Бе́льзен (нем. Bergen-Belsen) — Ганновер провинцияһында (хәҙерге Түбәнге Саксония ерендә) Бельзен ауылынан бер миль алыҫлыҡта һәм Берген ҡалаһынан бер нисә километр көньяҡ — көнбайышта урынлашҡан нацистик концентрацион лагеры. Әлеге ваҡытта элекке концлагерь урынында Берген-Бельзен иҫтәлеге урыны урынлашҡан.
Тарихы
1940 йылдың майында Бельгия һәм Франция хәрби әсирҙәре өсөн Шталаг 311 (Stalag XI-C) булдырыла. Тәүге тотҡондар һаны — 600 кеше.
1941 йылдың июлендә бында СССР-ҙан 20 меңгә яҡын хәрби әсир килтерелә, 1942 йылдың яҙына уларҙың 18 меңе аслыҡтан, һыуыҡ үтеүҙән һәм ауырыуҙарҙан вафат була (2097 кеше генә иҫән ҡала).
1943 йылдың апрелендә хәрби әсирҙәр өсөн лагерь ябыла һәм сит ил паспорты булған һәм союздаштар лагерҙарында тотолған немец подданныйҙарына алмаштырыла алған тотҡондарҙы ваҡытлыса тотоу өсөн концентрацион лагерь (Aufenthaltslager) итеп үҙгәртелә. 1944 йылдың 2 декабрендә концентрацион лагерь статусын ала. Хеҙмәт лагерҙарында эшләй алмаған ауырыу тотҡондар өсөн секция 1944 йылдың мартында ойошторола.
1944—1945 йылдарҙағы үлем маршына тиклем бында артабан һатып алыу мөмкинлеге бирелгән бай йәһүдтәрҙе алып киләләр. Тәүге ваҡыттағы һыйҙырышлылығы 15 000-дән артмаҫҡа тейеш була.
Көнсығыш һәм Көнбайыш фронттар Германияға яҡынлаша башлағас, лагерь шул тиклем күп тотҡондарҙы ҡабул итеү өсөн йыһазландырылмаған булһа ла, Берген-Бельзенға башҡа лагерҙарҙан тотҡондарҙы күсерә башлайҙар. Шуға күрә яңы килгән тотҡондарҙы ҙур булмаған палаткалы ҡаласыҡтарға урынлаштыра башлайҙар, был, ахыр сиктә, ҙур антисанитарияға килтерә, һәм, үҙ сиратында, 1944 йылдың аҙағында Берген-Бельзенда тиф эпидемияһының таралыуына булышлыҡ итә.
Мәҫәлән, шул йылдың декабрендә 350 кеше вафат була, ғинуарҙа вафат булғандар һаны 800—1000, февраль айында — 6000-7000, мартта — 18168, апрелдә — 18355 кешегә етә. Үлгәндәр араһында чех рәссамы һәм яҙыусыһы Йозеф Чапек, Анна Франк һәм уның һеңлеһе Марго Франк була. 1 мартта лагерь коменданты Йозеф Крамер концентрацион лагерҙар хакимиәте башлығы СС группенфюреры Рихард Глюксҡа (Richard Glücks) аҙыҡ-түлек һәм башҡа проблемаларҙы хәл итеүҙә ярҙам һорап яҙма үтенес ебәрә.
Һөҙөмтәлә 1943—1945 йылдарҙа бында 50 меңгә яҡын тотҡон вафат була, уларҙың 35 меңе тиф ҡорбаны була. Быларҙың барыһы фонында газ камералары булмаған лагерҙарҙың береһе булһа ла (башҡа лагерҙарҙа үлемдең юғары булыуына шул сәбәпсе була), Берген-Бельзен лагерында тотҡондарҙың үлем осрағы юғары була.
1945 йылдың 15 апрелендә лагерь үҙ ирке менән союздаштарға — Британия ҡораллы көстәренең 11-се дивизияһына тапшырыла. Азат ителгәндән һуң ике аҙна эсендә 9000 кеше, ә май аҙағына — тағы ла 4000 кеше һәләк була. Ахырҙа эпидемия таралыуын туҡтатыу маҡсатында лагерь яндырыла.
Лагерь структураһы
Берген-Бельзен лагеры 8 айырым лагерҙан тора, уларҙың һәр береһе төрлө лагерҙарҙағы тотҡондарҙы бер-береһенән тулыһынса айырып торған сәнскеле тимер сым менән уратып алынған.
Тотҡондар өсөн лагерь (Häftlingslager)
1943 йылдың апрелендә Берген-Бельзен лагеры ваҡытлыса тотҡондарҙы тотоу режимына күсерелгәс, ул элек хәрби әсирҙәр биләгән барактарҙан торған. Тәүҙә Häftlingslager лагеры 500 ир тотҡондар өсөн тәғәйенләнгән була, немец хәрби әсирҙәренә алмаштырылырға тейешле сит ил тотҡондарын һаҡ аҫтында тотҡан ваҡытлыса лагерь булдырыу эштәрен башҡара. Häftlingslager лагеры тотҡондары һыҙатлы униформа кейергә тейеш һәм тулыһынса хәлһеҙләнгәнсе эшләргә кәрәк була. 1943 йылдың 30 апрелендә Бухенвальд концентрацион лагерынан был лагерь өсөн тотҡондар килтереүсе беренсе транспорт юлға сыҡҡан. Уларға өҫтәп, 1943 йылдың 18 майында Нацвейлер-Штрутгоф концентрацион лагерынан француз тотҡондары төркөмө күсерелә. 1944 йылдың мартынан башлап Häftlingslager лагерында ауырыу тотҡондарҙы йәки физик эште башҡаса башҡара алмағандарҙы урынлаштырыу өсөн тәғәйенләнгән махсус секция — тергеҙеү лагеры (Erholungslager) булдырыла. 1945 йылда Германияның бөтә концентрацион лагерҙарынан ауырыу тотҡондар ошо секцияға күсерелә, унда, тейешле медицина ярҙамы күрһәтелмәгәнлектән, улар күпләп үлә. Был секция шулай уҡ ауырыуҙар өсөн лагерь (Krankenlager) тип тә аталған. 1944 йылдың 27 мартында Тергеҙеү лагерына Дора — Миттельбау лагерынан 1000 тотҡон тейәгән беренсе транспорт килә. Берген-Бельзенды азат иткән ваҡытта уларҙың 57-һе генә иҫән була. Häftlingslager лагерының 200-гә яҡын тотҡоно фенол инъекцияһы ҡаҙап үлтерелә (был процесты вазифаға СС тарафынан тәғәйенләнгән «өлкән медсестра» статусына эйә Карл Рот (Karl Rothe) исемле тотҡон етәкләй. Ул 1944 йылдың сентябрендә тотҡондар тарафынан үлтерелә.
Нейтраль лагерь (Neutralenlager)
Был лагерҙа Германияға ҡарата нейтраль илдәрҙән (Испания, Португалия, Аргентина һәм Төркиә) бер нисә йөҙ йәһүд йәшәй. Бер ни тиклем ваҡыт үтеүгә тотҡондар лагерҙарҙан үҙ илдәренә оҙатылған. Был тотҡондар эшләмәгән һәм уларҙы тотоу шарттары ҡабул итерлек булған.
Махсус лагерь (Sonderlager)
Был лагерға 1943 йылдың июль уртаһында Көньяҡ Америка илдәренең (мәҫәлән, Парагвай һәм Гондурас) ваҡытлыса паспорттары булыу сәбәпле, бер нисә йөҙ (2300—2500) поляк йәһүде (башлыса Варшаванан, Львовтан (Лемберг) һәм Краковтан) депортациялана. Был тотҡондар эшкә йәлеп ителмәгән, әммә, «Польшала СС-тың эшмәкәрлеге тураһында тулы мәғлүмәтле» булыуҙары сәбәпле, ҡәтғи изоляцияла тотолған. 1943 йылдың 23 октябрендә Sonderlager-ҙан яҡынса 1700 поляк йәһүде Освенцим үлем лагерына килтерелә. Көньяҡ Америкаға депортация көткән башҡа тотҡондар Виттель ҡалаһына (Франция) күсерелә. 1944 йылда тағы ла ике транспорт Освенцимға оҙатыла. Килтерелгән поляк йәһүдтәренең 350-һе генә лагерҙа ҡала
Венгр лагеры (Ungarnlager)
1944 йылдың 8 июлендә Венгриянан килтерелгән 1683 йәһүдте тотоу өсөн был лагерға нигеҙ һалына. Уларҙы тотоу шарттары Йондоҙло лагерға (Sternlager) ҡарағанда ла яҡшыраҡ була (аҫта ҡарағыҙ). Мәҫәлән, уларға Дауыт йондоҙо һүрәтләнгән ғәҙәти граждан кейеме кейергә рөхсәт ителә, улар эшкә йәлеп ителмәгән, теҙелеүгә сығарылмаған, яҡшы туҡланыу һәм тәрбиә менән тәьмин ителгән. Был тотҡондар шулай уҡ «өҫтөнлөклө йәһүдтәр» (Vorzugsjuden) тип аталған. Йондоҙло лагерь (Sternlager) кеүек үк, венгр лагеры йәһүд үҙидараһына эйә була.
Йондоҙло лагерь (Sternlager)
1944 йылдың ғинуар һәм сентябрь айҙары араһында Берген-Бельзенға 3670 йәһүд, башлыса Голландиянан, һигеҙ транспортта голланд «транзит лагеры» Вестерборктан күсерелә. Унда тотоу шарттары Берген-Бельзендың башҡа лагерҙарына (Венгр лагерынан тыш) ҡарағанда яҡшыраҡ була. Йондоҙло лагерь (Sternlager) тотҡондары һары Дауыт йондоҙо беркетелгән үҙ кейемдәрен кейгән һәм хеҙмәткә йәлеп ителгән. Икенсе донъя һуғышынан һуң, нацистар тарафынан депортацияланған 110 000 йәһүд араһынан 6000 голланд йәһүде генә өйҙәренә ҡайта. Нацист концентрацион лагерҙарында иҫән ҡалған голланд йәһүдтәренең өстән бер өлөшө Берген-Бельзендағы Йондоҙло Лагерҙа тотҡон була.
Палатка лагеры (Zeltlager)
Был лагерь 1944 йылдың август башында төҙөлә. Башта ул Польшанан килгән ҡатын-ҡыҙҙар өсөн транзит лагеры булараҡ ҡулланыла. 1944 йылдың октябрь аҙағында — ноябрь башында 3000-гә яҡын ҡатын-ҡыҙ Освенцимдан Берген-Бельзенға күсерелә һәм палаткаларға урынлаштырыла. Анна Франк һәм уның һеңлеһе Марго 1944 йылдың октябрендә Освенцимдан күсерелә һәм Палаткалы лагерға урынлаштырыла. Һаулығы насар булыу сәбәпле, был лагерь тотҡондарын ғәҙәттә эшләргә мәжбүр итмәгәндәр.
Бәләкәй ҡатын-ҡыҙ лагеры (Kleines Frauenlager)
Бәләкәй ҡатын-ҡыҙҙар лагеры 1944 йылдың авгусында асыла һәм Освенцимдан күсерелгән ҡатын-ҡыҙҙар өсөн тәғәйенләнә. 1944 йылдың декабренә Берген-Бельзенда 15257 тотҡон йыйыла, уларҙың 8000-е Бәләкәй ҡатын-ҡыҙ лагеры ҡатын-ҡыҙҙары һәм ҡыҙҙары була. 1945 йылдың ғинуарында Ҡатын-ҡыҙҙар лагеры ир тотҡондар өсөн икенсе лагерға әйләнә. Шул уҡ ваҡытта Берген-Бельзен киңәйә — ҡатын-ҡыҙҙар өсөн яңы лагерь булдырыла.
Ҙур ҡатын-ҡыҙ лагеры (Großes Frauenlager)
Был лагерҙа (1945 йылдың 1 ғинуарына ҡарата) 9735 ир-ат һәм 8730 ҡатын-ҡыҙ була. 15 ғинуарға бында 16475 ҡатын-ҡыҙ була, шуға күрә уларҙы урынлаштырыу өсөн яңы лагерь булдырыу талап ителгәән. Хәрби әсирҙәр өсөн лагерь территорияһында урынлашҡан госпиталь лагеры Берген-Бельзен лагеры менән берләштерелә, һәм уның 36 барагы шул ҡатын-ҡыҙҙарҙы урынлаштырыу өсөн ҡулланыла. 1 мартҡа был лагерҙа ҡатын-ҡыҙ тотҡондар һаны 26723-кә тиклем, ә 15 мартҡа — 30387-гә тиклем арта.
Армияның күнекмә үҙәге
Башта (1940 йылда) хәрби әсирҙәр өсөн лагерь армияның күнекмә үҙәге барактарында урынлаша. Һуңынан хәрби әсирҙәр өсөн лагерь киңәйә, концентрацион лагерға әйләнә. Берген-Бельзен лагерына төп инеү урыны армияның күнекмә үҙәгенән 1,5 километр алыҫлыҡта урынлашҡан.
Лагерҙы британ ғәскәрҙәренә тапшырыу
Берген-Бельзен концентрацион лагеры 1945 йылдың 15 апрелендә СС рейхсфюреры Генрих Гиммлер бойороғона ярашлы, үҙ ирке менән союздаш көстәрҙең 21-се армия төркөмө (берләшкән инглиз-канад соединениеһы) ҡарамағына тапшырыла. Сәбәбе-Берген-Бельзен Икенсе донъя Һуғышының һуңғы көндәрендә британ һәм герман ғәскәрҙәре араһында алыштар барған һәм тиф эпидемияһы ике яҡтың да һалдаттарын юҡ итеү ҡурҡынысы янаған хәрби зона уртаһында урынлашҡан. Бынан тыш, Гиммлер лагерҙы совет ғәскәрҙәренә тапшырырға теләмәгән.
1945 йылдың 8 апреленә яҡынса Нойенгамме (Neuengamme) территорияһында урынлашҡан башҡа лагерҙарҙан 25000-30000 тотҡон Берген-Бельзен лагерына килтерелә. Ул ваҡытта Берген-Бельзенда 60 000 тотҡон була, уларҙың бер өлөшө яҡындағы армия әҙерлеге үҙәгенең барактарында урынлаштырыла. Женева конвенцияһында граждан тотҡондары хәрби хәрәкәттәр зонаһынан ситтә тотолорға тейеш, һәм шуға ярашлы, лагерҙар эвакуацияланырға йәки бушатылырға тейеш, тип әйтелә. Әммә берген-Бельзен концлагерында тиф эпидемияһы ҡоторғанлыҡтан, тотҡондарҙы ваҡытында эвакуациялау мөмкин булмай. Тиф эпидемияһы ике яҡтың да һалдаттарына таралыу ҡурҡынысы арҡаһында, лагерҙан китеү ярамаған. Шулай ҙа 6 апрелдән 11 апрелгә тиклемге осорҙа Гиммлер бойороғо буйынса өс транспортҡа тейәлгән (яҡынса 7000 кеше) йәһүд нейтраль лагерҙарға эвакуациялана. Улар сит ил паспорттарына эйә булған тотҡондар (күбеһенсә голланд һәм венгр йәһүдтәре, йәһүд тотҡондары — нейтраль дәүләттәр граждандары), һәм нацистар уларҙы үҙҙәренең хәрби әсирҙәренә алмаштыра алған.
Берген-Бельзенды британ ҡораллы көстәре ҡулына тапшырыу тураһында һөйләшеүҙәр бер нисә көн дауам итә. Британдарға 9000 ауырыу тотҡондың лагерҙа булыуын һәм электр насосы союздаш көстәрҙең бомбаға тотоуы арҡаһында сафтан сыҡҡанлыҡтан, лагерҙа һыу юҡлығын аңлатыу өсөн ике немец офицеры ебәрелә. Немецтар тиф эпидемияһының таралыуын булдырмау өсөн лагерҙы шунда уҡ британдар ҡулына тапшырырға тәҡдим итә. Бының өсөн немецтар Аллер йылғаһы аша күперҙәрҙе бирергә әҙер. Башта британ командованиеһы бындай килешеүҙән баш тарта, әммә һуңынан компромисс табыла. 12 апрелгә ҡарай төндә ут туҡтатыу тураһында килешеүгә («Берген-Бельзен 1943—1945 йылдарҙа» китабындағы Эберхард Кольб (Eberhard Kolb) мәғлүмәттәре буйынса) Германия ҡораллы көстәренең урындағы етәкселеге һәм бригада штабы начальнигы, бригада генералы Тейлор-Балфур (Taylor-Balfour) ҡул ҡуя. Берген-Бельзен тирәһендәге 48 квадрат километр дәүмәлендәәге биләмә, оҙонлоғо 8 һәм киңлеге 6 километр территория, нейтраль зона тип иғлан ителә. Килешеүҙә, британ ғәскәрҙәре килгәнгә тиклем, лагерҙы венгр һалдаттары һәм вермахт регуляр армияһы һалдаттары подразделениелары һаҡларға тейеш, тип билдәләнә. Был подразделениеларға британлылар лагерға ингәндән һуң алты көн эсендә немец зонаһына ҡайтырға рөхсәт итергә вәғәҙә ителә. Лагерҙы һаҡлаусы СС һалдаттарына килгәндә, уларға үҙ урындарында ҡалырға һәм британ ғәскәрҙәре лагерға ингәнсе үҙ бурыстарын үтәргә ҡушыла. Килешеүҙә был эсэсовсыларҙың артабанғы яҙмышы тураһында махсус иҫкәрмәләр булмай.
Берген-Бельзен тотҡондарының береһе, 1945 йылдың февраль башында Заксенхаузен концентрацион лагерынан килтерелгән Рудольф Кюстермейер (Rudolf Küstermeier) ваҡиғаларҙың шаһиты була:
Һуңғы фаза башланды. СС һалдаттары мөмкин тиклем тиҙерәк юҡ булыу өсөн граждан кейемен кейә. Тотҡондарҙың бәләкәй төркөмдәре власть алмашынғандан һуң тәртип урынлаштырыуға әҙерләнә. Әммә СС подразделениелары былай ғына китергә теләмәй. Улар союздаш көстәргә ҡаршы (бигерәк тә немец һәм поляк подданныйҙарына) уларҙың яғында һуғышырға тәҡдим иткән саҡырыу баҫтырып сығара. Бер нисә көндән һуң бөтә немецтар тиерлек бергә йыйыла, һәм барак старосталары һәм капо — барыһы ла тиерлек 14 апрель башында эсэсовсылар менән ҡала. Һүрәтләнгән ваҡиғаларҙан алда уҡ британ һәм немец офицерҙары араһында лагерь территорияһы нейтраль тип иҫәпләгән килешеү төҙөлгәнлеге билдәле була. Рәсми рәүештә иғлан ителмәһә лә, уның билдәләре асыҡ күренә башлай. СС һаҡсыларының күбеһе юҡ була, улар урынына вермахт һалдаттары һәм венгр һалдаттары барлыҡҡа килә. Тороп ҡалған СС һалдаттары лагерҙы тергеҙеү һәм бигерәк тә мәйеттәрҙе күпләп ерләү буйынса махсус бурысты үтәй.
Тарҡалыуҙың төрлө стадияһындағы меңәрләгән мәйет лагерь тирәләй өйөлә. СС һалдаттары, лагерҙы британдарға тапшырыу алдынан лагерҙы тергеҙә һәм мәйеттәрҙе лагерь барактарынан бер саҡрым алыҫлыҡта ҡаҙылған дөйөм ҡәберҙәргә күмә башлай. 11 апрелдән 14 апрелгә тиклем бөтә тотҡондар ҙа был ерләүгә йәлеп ителә. Ике оркестр (әлбиттә, тотҡондарҙан торған) аккомпанементы аҫтында 2000 тотҡон мәйеттәрҙең беләктәре йәки тубыҡтары тирәләй уралған туҡыма һәм кейем бауҙары, күн ҡайыштар ҡулланып ташый. Был ҡот осҡос күренеш 4 көн, иртәнге сәғәт алтынан ҡояш байығанға, ҡараңғы төшкәнгә тиклем, дауам итә. Шуға ҡарамаҫтан, тағы ла 10 000-гә яҡын тарҡалыусы мәйет ерләнмәй ҡала. Ауырыу тотҡондар лагерь эргәһендәге армия әҙерлеге базаһында урынлашҡан госпиталгә күсерелә.
1945 йылдың 15 апрелендә Берген-Бельзен лагеры немецтар тарафынан үҙ ирке менән британ ҡораллы көстәре офицеры Деррик Сингтонға (Derrick Sington) тапшырыла, ул һуңынан был ваҡиға тураһында ҙур булмаған китап яҙа («Belsen Uncovered», published by Duckworth, London, 1946). Британ хәрби табиптарының тырышлығына ҡарамаҫтан, лагерҙы британдарға тапшырғандан һуң 13000-гә яҡын тотҡон вафат була. Берген-Бельзен менән идара итеүҙе британ ҡораллы көстәренә тапшырыу һөҙөмтәһендә был лагерь америка граждандары араһында билдәлелек алған беренсе нацист үлем лагеры була.
Лагерь персоналы һәм уларҙың яҙмышы
Лагерҙың беренсе коменданты булып элек Падерборнға (Paderborn) яҡын Нидерхаген-Вевельсбург (Niederhagen/Wewelsburg) концентрацион лагерында эшләгән СС гауптштурмфюреры Адольф Хаас (Adolf Haas) тора. 1944 йылдың 2 декабрендә уны Освенцим үлем лагерының элекке баш коменданты, СС гауптштурмфюреры Йозеф Крамер алмаштыра. Берген-Бельзен лагеры азат ителгәнгә тиклем Крамер концлагерь коменданты вазифаһында ҡала.
Берген-Бельзен лагеры британдарға тапшырылған ваҡытта уның персоналы 80 кешенән тора. Лагерь коменданты Йозеф Крамер лагерҙы азат иткән көндә, 1945 йылдың 15 апрелендә, ҡулға алына. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, ҡалған һаҡсыларҙың 20-һе ҡулға алынғандан һуң тиф менән зарарланыуҙан вафат була. Лагерь һаҡсыларының 47 хеҙмәткәре 1945 йылдың 17 апреленә ҡулға алына. Уларҙың өсәүһенән — Николас Йеннер (Nikolas Jenner), Пауль Штейнмец (Paul Steinmetz) һәм Вальтер Мельхер (Walter Melcher) — ғәйепләүҙәр суд башланыр алдынан алына. Тағы бер Ладислав Гура (Ladislaw Gura) һаулығы торошо буйынса суд ултырышында ҡатнаша алмай. 1945 йылдың 14 июлендә комендант Берген-Бельзен һәм уның 43 ҡул аҫтындағы (шул иҫәптән, лагерь етәкселеге башҡа тотҡондарҙы күҙәтеү функцияһын ышанып тапшырған 12 тотҡон-капо) Германияның Люнебург ҡалаһында Британ хәрби трибуналы суды алдына баҫа.
Берген-Бельзен һаҡсыларының бер өлөшө быға тиклем Освенцим үлем лагерында эшләгән, шуға күрә Берген-Бельзенға Освенцимдан күсерелгән тотҡондарҙың ҡайһы берҙәре был һаҡсыларға ҡаршы шаһитлыҡ биреү мөмкинлегенә эйә булған. Шуға күрә суд процесында 1942 йылдың 1 октябренән 1945 йылдың 30 апреленә тиклем хәрби енәйәттәр һәм кешелеккә ҡаршы енәйәттәр ҡылыуҙа ике: Берген-Бельзен лагеры һәм Освенцим лагеры буйынса төп ғәйепләү пункты белдерелә. Ғәйепләнеүселәрҙе 11 британ адвокаты һәм 1 поляк адвокаты яҡлай.
Ғәйепләнеүселәр был лагерҙарҙа персонал иерархияһы системаһында төрлө вазифалар биләгәнлектән, үлтереүгә һәм тотҡондарға ҡарата насар мөғәмәләгә, йәғни енәйәт ҡылыуға йүнәлтелгән дөйөм ниәт буйынса эш итеүҙә ғәйепләнә. Уларҙың ғәйебе һәр осраҡта түбәндәге критерийҙар нигеҙендә билдәләнә:
- Ҡулға алынғандарға насар мөғәмәлә итеүгә һәм уларға ҡарата төрлө енәйәттәр ҡылыуға йүнәлтелгән ойошҡан системаның булыуы;
- Ғәйепләнеүселәрҙең был системаның характерын аңлауы;
- Ғәйепләнеүселәрҙең система эшендә әүҙем ҡатнашыуы, йәғни енәйәт проектын тормошҡа ашырыуҙа дәртләндереүҙәре, ярҙам итеүҙәре һәм ҡотортоуҙары, йәки башҡа төрлө формала ҡатнашыуы факты.
Ғәйепләнеүселәр концлагерь структураһында властҡа эйә булыуҙары һәм, халыҡ-ара хоҡуҡ буйынса, тотҡондар тураһында хәстәрлек күреү һәм уларҙың тормошон ҡәнәғәтләнерлек итеү вәкәләтенә эйә булыуҙары, әммә был мөмкинлектән файҙаланмауҙары арҡаһында аяуһыҙ енәйәттәрҙә ҡатнашыусы тип таныла. Был осраҡта енәйәттең объектив яғы (actus reus) ғәйепләнеүселәрҙең репрессив системала әүҙем ҡатнашыуында сағыла (был ғәйепләнеүселәрҙең һәр береһе башҡарған вазифа вәкәләттәренән һәм конкрет функцияларҙан билдәләнә алған дәрәжәлә). Субъектив яҡ (mens rea) ике элементты үҙ эсенә ала: системаның характерын белеү һәм килешелгән проектта тотҡондар менән насар мөғәмәлә итеүҙең дөйөм ниәте.
Ике пункт (Берген-Бельзенда, Освенцимда енәйәттәр буйынса) 6 кеше ғәйепле тип табыла:
- лагерь коменданты Йозеф Крамер (1945 йылдың 13 декабрендә аҫыла),
- Фриц Кляйн (Fritz Klein) (1945 йылдың 13 декабрендә аҫыла),
- Ирма Грезе (Irma Grese) (1945 йылдың 13 декабрендә аҫыла),
- Элизабет Фолькенрат (Elisabeth Volkenrath) (1945 йылдың 13 декабрендә аҫыла),
- Петер Вайнгартнер (Peter Weingartner) (1945 йылдың 13 декабрендә аҫыла),
- Хильда Лобауэр (Hilde Lohbauer) (10 йыл төрмәлә ултыра).
Беренсе пункт буйынса (Берген-Бельзендағы енәйәттәре) 20 кеше ғәйепле тип табыла:
- Карл Францио (Karl Francioh) (аҫыла),
- Анкор Пинхен (Anchor Pinchen) (аҫыла),
- Франц Штофель (Franz Stofel) (аҫыла),
- Вильгельм Дёрр (Wilhelm Dörr) (аҫыла),
- Эрих Цоддель (Erich Zoddel) (ғүмерлеккә төрмәгә ултыртыу),
- Герта Элерт (Herta Ehlert) (15 йыл төрмәлә ултыра),
- Отто Калессон (Otto Calesson) (15 йыл төрмәлә ултыра),
- Хелена Коппер (Helena Kopper) (15 йыл төрмәлә ултыра),
- Ильзе Форстер (Ilse Forster) (10 йыл төрмәлә ултыра),
- Герта Боте (Herta Bothe) (10 йыл төрмәлә ултыра),
- Фрида Вальтер (Frieda Walter) (3 йыл төрмәлә ултыра),
- Ирене Хашке (Irene Haschke) (10 йыл төрмәлә ултыра),
- Гертруд Фист (Gertrud Fiest) (5 йыл төрмәлә ултыра),
- Гертруд Зауэр (Gertrud Sauer) (10 йыл төрмәлә ултыра),
- Хильде Лизивиц (Hilde Lisiewitz) (1 йыл төрмәлә ултыра),
- Иоганна Рот (Johanne Roth) (10 йыл төрмәлә ултыра),
- Анна Хемпель (Anna Hempel) (10 йыл төрмәлә ултыра),
- Владислав Островоски (Vladislav Ostrowoski),
- Медислав Бурграф (Medislaw Burgraf),
- Антони Аурдзег (Antoni Aurdzieg) (10 йыл төрмәлә ултыра),
- Аннелиза Кольманн (Anneliese Kohlmann) (2 йыл төрмәлә ултыра).
Икенсе пункт буйынса (Освенцимдағы енәйәттәр) 4 кеше ғәйепле тип табыла:
- Иоганна Борманн (Juana Bormann) (1945 йылдың 13 декабрендә аҫыла),
- Франц Хёсслер (Franz Hoessler) (аҫыла),
- Генрих Шрайрер (Heinrich Schreirer) (15 йыл төрмәлә ултыра),
- Станислава Староска (Stanislawa Staroska) (10 йыл төрмәлә ултыра).
14 кеше тулыһынса аҡлана: Ильзе Лоте (Ilse Lothe), Георг Крафт (George Kraft), Йозеф Клиппель (Josef Klippel), Оскар Шмедитц (Oscar Schmedidzt), Фриц Матес (Fritz Mathes), Карл Эгерсдорф (Karl Egersdorf), Вальтер Отто (Walter Otto), Эрик Барш (Eric Barsch), Игнац Шломойвиц (Ignatz Schlomoivicz), Ида Форстер (Ida Forster), Клара Опиц (Klara Opitz), Шарлотт Кляйн (Charlotte Klein), Хильдегард Хальмель (Hildegard Halmel) и Антон Полански (Anton Polanski).
Һылтанмалар
- Bergen Belsen and Beyond Holocaust Diary (инг.)
- The United States' Holocaust Memorial website on Belsen (инг.)
- «A Personal Account» by Leonard Berney, Lt-Col R.A. T.D.(Rtd) (инг.)
Был мәҡәләне яҡшыртыу өсөн түбәндәгеләр кәрәк:
|