Беренсе Болгар батшалығы

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Тарихи дәүләт
Беренсе Болгар батшалығы
болг. Първo българско царство
Болгария Симеон Великий етәкселеге ваҡытында
Болгария Симеон Великий етәкселеге ваҡытында
 Simple Labarum.svg
 Monogram of Kubrat.svg
 Flag of None.svg
Coat of Arms of the Bulgarian Empire.PNG 
Flag of None.svg 
681 — 1018
Баш ҡала Плиска
(681—893)
Преслав
(893—968/972)
Скопье
(972—992)
Охрид
(992—1018)
Телдәр болғар теле
иҫке славян теле
византя теле [1][2][3][4][5]
(680—893)
иҫке славян теле
(893—1018)
Рәсми тел булгарский язык[d], Иҫке славян теле и среднегреческий язык[d]
Дин тәңреселек һәм славян мәжүсилеге
(680—864)
православие
(864—1018)
Идара итеү формаһы монархия
Дәүләт башлыҡтары
хан,
 • 680—700 Аспарух (тәүге)
батша
 • 1018 Пресиан II (һуңғы)
Логотип РУВИКИ.Медиа Медиафайлы на РУВИКИ.Медиа

Беренсе Болгар батшалығы (болг. Първo българско царство) — 681 йылдан 1018 йылғаса йәшәп килгән болгар дәүләте. Төрки һәм Аспарух хан етәкселегенәдге славян ҡәбиләләре тарафынан барлыҡҡа килгән а[6][7][8]. Иң сәскә атҡан ваҡыты Симеон 1-се ваҡытында була. Дәүләттең баш ҡалаһы 893 йылдан Плиска[9].

Византис Э.Арвелер ҡарашы буйынса, Болгар батшалығы «Византия биләмәләрендә барлыҡҡа килгән беренсе варварҙар дәүләте» булған.[10]

Ҡыҫҡа ғына осорҙағы алға китеш ваҡытында Балҡан ярымутрауының бер өлөшөн баҫып ала һәм өс диңгеҙгә сығыу юлына эйә була. 969 йылда көнсығыш һәм көнбайыш өлөштәргә бүленә[9]. 1018 йылда византия X быуат императоры (Никифор Фока, Иоанн Цимисхий и Василий II) дәүләттең юҡҡа сығыуына сәбәпсе була[11][12][13].

Тәү тарих[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

632 йылда Ҡөбрәт хан болғарҙарҙың элекке төрки ҡәбиләләрен берләштерә башлай. Шулай итеп ул «Бөйөк Болгария» хәрби-сәйәси башланғыс төҙөй[14] [15].

Беренсе Болгар батшалығының барлыҡҡа килеүе һәм үҫеше[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Биләмә[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Болгар дәүләте Аспарух хан һәм Тервел хан ваҡытында

Балҡанда болгарҙарҙың элекке төрки ҡәбиләләре урындағы славян ҡәбиләләре бенән берләшеп Беренсе Болгар батшалығы төҙөй. Ул яйлап хәҙерге Болгария биләмәһенең төньяҡ-көнсығыш өлөшөн баҫып ала. Тәүге баш ҡалаһы Плиска була. Сик Днепр йылғаһы буйлап төньяҡҡа һуҙылған, көньяҡта Стара Палина тауҙар сылбыры буйлап, көнбайышта Иҫҡыр йылғаһы буйына, көнсығышта Ҡара диңгеҙгә барып сыға. 681 йылда Аспарух Дунай тамағында византия императоры Константин IV-тең ғәскәрен ҡыйрата. Византия яһаҡ түләргә мәжбүр булыуы тураһындағы Килешеү буйынса болгар дәүләте дәүләт булараҡ таныла.


Беренсе Болгар дәүләте кризисы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

VIII быуат урталарында Болгар ханлығын эске сәйәси кризис солғап ала. Хакимлыҡ иткән Дуло ырыуы ил менән етәкселек итеүҙән бушатылғандан һуң, 15 йыл эсендә 7 хан тәхеткә ултырған. Шулай уҡ эске көрсөккә Византия менән алып барылған туҡтауһыҙ һуғыштар ҙа булышлыҡ иткән. Византия императоры Константин V Болгар иленә 9 тапҡыр һөжүм ойошторған. Кризис Телериг хан ваҡытында бөтөрөлә, әммә уға ла алдағы хандар кеүек, 12 йыллыҡ хакимлыҡтан һуң ҡасып ҡотолыу юлы асыла. Хәйләкәрлеге арҡаһында Телериг Болгария баш ҡалаһындағы барлыҡ Византия агенттарын юҡ итеүгә өлгәшә. Кризис тулыһынса Кардам хан ваҡытында бөтөрөлә.


Крум, Омуртаг, Борис[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Файл:Krum Omurtag.jpg
Крум хан ваҡытында Болгария сиктәре       803 йылда Беренсе Болгар батшалығының үҫеше       Крумом хан тарафынан яулап алынған ерҙәр

803814 йылдарҙа Курум хан етәкселеге ваҡытында Болгария биләмәһен киңәйтә. Көньяҡта византиялыларҙы, көнбайышта аварҙарҙы яулап ала. 805 йылда Авар ҡағанаты ерҙәрен баҫып ала һәм тимочан ырыуын үҙенә ҡуша. 809 йылда Сердик ерҙәрен яулай (хәҙерге София). Византия императоры Никифор 1-се ғәйәт ҙур ғәскәр туплап, болгарҙарҙы талай һәм баш ҡалалары Плисканы яндыра. Аҙаҡтан Курум, илдең бөтөнлөгөн һаҡлап ҡалыу маҡсатында, Иҫке Планина тарлауыҡтарының береһендә дошман яуын тулыһынса юҡҡа сығара. 814 йылғы һуғышта Курум вафат була. Һөҙөмтәлә был ҡурҡыу белмәҫ, яусыл хан етәкселеге ваҡытында биләмәһе ҙурая. Тиса йылғаһынан алып көнсығышта Днестрғаса барып етә. Көньяҡта сиге Рила тауҙарына етә. Оҙаҡ һуғыштарҙан һәм уңышһыҙ булған тыныс килешеүҙәрҙән һуң Курум Константинополде һуғышып алырға ҡарар ҡыла. Тик билдәһеҙ сәбәптәр менән вафат булып ҡуя.

Болгарияның иң боронғо беренсе баш ҡалаһы — Плиски — емереклектәр аҫтында

Хандың улы Омуртаг етәкселек иткән осорҙа (816831), Византия менән 30-йыллыҡ тыныслыҡ килешеүе төҙөлә. Был эпохала (VIII—IX быуаттарҙа) Плискела, Мадарала һәм башҡа урындарҙа бик күркәм архитектура һәм скульптура һәйкәлдәре төҙөлә. Борис I етәкселеге ваҡытында (852889) яңы славян алфавиты барлыҡҡа килә.

865 йылда болгарҙарҙың дәүләт дине итеп христиан дине иғлан ителә.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Fletcher, Richard A. The barbarian conversion: from paganism to Christianity. — University of California Press, 1999. — P. 388. — ISBN 0-520-21859-0.
  2. Adrados, Francisco Rodríguez. A history of the Greek language: from its origins to the present. — BRILL, 2005. — P. 265. — ISBN 90-04-12835-2.
  3. Greek East and Latin West: the church, AD 681—1071. — St Vladimir’s Seminary Press,, 2007. — P. 180. — ISBN 0-88141-320-8.
  4. Antwerp Fine, John Van. The early medieval Balkans: a critical survey from the sixth to the late twelfth century. — University of Michigan Press, 1991. — P. 106. — ISBN 0-472-08149-7.
  5. Curta, Florin; Kovalev, Roman. The other Europe in the Middle Ages: Avars, Bulgars, Khazars, and Cumans. — BRILL, 2008. — P. 350—351. — ISBN 90-04-16389-1.
  6. Болгария // Большая Советская Энциклопедия / Гл. ред. А. М. Прохоров. — М.: Советская Энциклопедия, 1950. — Т. 5. — С. 411—413.
  7. Болгария // Советская Историческая Энциклопедия / Гл. ред. Е. М. Жуков. — М.: Советская Энциклопедия, 1962. — Т. 2. — Стб. 523—525.
  8. Литаврин Г. Г. Формирование и развитие болгарского раннефеодального государства (конец VII — начало XI в.) // Византия и славяне. — СПб.: Алетейя, 1999. — С. 237—284.
  9. 9,0 9,1 Первое Болгарское царство // Энциклопедический словарь. 2009.
  10. Элени Гкликадзи Арвелер, «Политическая идеология Византийской империи», «L’ Ideologie politique De L’ Empire Byzantin», 1975 ed. Presses Universitaires de France, на греч. «Η Πολιτική Ιδεολογία της Βυζαντινής Αυτοκρατορίας», εκδ. Αθανάσιος Ψυχογιός 1978, σελ. 26
  11. Мейендорф, Иван Феофилович:John Meyendorff, Byzantium and the Rise of Russia. Cambridge, 1981, гр. Изд. Βυζάντιο και Ρωσία, εκδ. ΔΟΜΟΣ, 1988, σελ. 26)
  12. http://index.php/tutorials/kareev-tutma/541-105-107-slavyane-v-nachale-srednikh-vekov(недоступная ссылка)
  13. Божилов И. А., Гюзелев В. Т. История на България. — София: Анубис, 1999. — Т. 1. — С. 308—331.
  14. О принадлежности протоболгар к тюркам см.: Pritsak O. Die bulgarische Fürstenliste und die Sprache der Protobulgaren. — Wiesbaden: Ural-Altaische Bibliothek, Otto Harrassowitz, 1955; Баскаков Н. А. Введение в изучение тюркских языков. — М.: Высшая школа, 1969. — С. 210—236; Бешевлиев В. Първобългарите. Бит и култура. — София: Наука и изкуство, 1981. — С. 11—20.
  15. Литаврин Г. Г. Формирование и развитие болгарского раннефеодального государства (конец VII — начало XI в.) // Византия и славяне. — СПб.: Алетейя, 1999. — С. 240—242.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Русско-болгарские отношения во время Балканских войн Святослава // Вопросы истории. 1951. № 8;
  • О хронологии русско-византийской войны при Святославе // Византийский временник. 1952. Т. V;
  • К вопросу о первоисточниках по истории походов Святослава // Краткие сообщения Института славяноведения. 1952. № 9;
  • Балканские войны Святослава в византийской исторической литературе // Византийский временник. 1953. Т. 6;
  • Мюссе Л. Варварские нашествия на Западную Европу. СПб., 2006.