Бетүлән
Таралышы
Яҡынса 600 төрө бар, Төньяҡ ярымшарҙа, бер нисә төрө Көньяҡ Америкала таралған. Башҡортостанда 10 төрө үҫә. Дымлы болонда, урман ситендә, тау тундраһында, таш ишелмәләре араһында, һирәкләп татырлыҡта һәм һаҙлыҡта үҫә. Башлыса Башҡортостан (Көньяҡ) Уралында, урал бетүләне, һаҙ бетүләне башҡортостандың бар биләмәһендә таралған.
Ботаник яҙма
Күп, һирәкләп ике йыллыҡ (һаҙ бетүләне) үлән, паразитизмға һәләтле. Һабағы төҙ йәки күтәрелеүсе, тармаҡлы, һирәкләп ябай, 10—100 см тиклем бейеклектә. Япрағы ланцет йәки оҙонса ланцет формаһында, ишһеҙ теленмә, һирәгерәк бөтөн, һаплы, сиратлы, ҡайһы ваҡыт суҡлы теҙелешле. Сәскәһе эре, дөрөҫ төҙөлөшлө түгел, көпшә йәки ҡыңғырау формаһындағы, 5 тешле, һирәкләп ике айырсалы каса япраҡлы. Тажы аҡ, һары, ҡуйы ҡыҙыл йәки алһыу шәмәхә төҫөндә, ике иренле, оҙон көпшәле, торҡа һымаҡ өҫкө иренле һәм 3 ҡалаҡса аҫҡы иренле. Сәскәлеге тумалаҡ, тәлгәш, башаҡ һымаҡ. Май—август айҙарында сәскә ата. Емеше – ҡумта, июль—сентбрҙә өлгөрә.
Составы
Составында алкалоидтар, иридоидтар, сапониндар, флавоноидтар булған таҡыялы бетүләне, урал бетүләне, һаҙ бетүләне һ.б халыҡ медицинаһында ҡулланыла. Бейек бетүләне һәм реликт Эдербетүләне Башҡортостан Республикаһының Ҡыҙыл Китабына индерелгән.
Галерея
Иҫкәрмәләр
- ↑ Pedicularis // The Plant List (2013). Version 1.1. (инг.) (Тикшерелеү көнө: 2 март 2014)
- ↑ GRIN. Pedicularis L. 2015 йылдың 24 сентябрь көнөндә архивланған.
- ↑ Большая советская энциклопедия. Мытник
Әҙәбиәт
- Введенский А. И. Род 1361. Мытник — Pedicularis // Флора СССР. В 30-ти томах / Начато при руководстве и под главной редакцией акад. В. Л. Комарова; Редакторы тома Б. К. Шишкин и Е. Г. Бобров. — М.—Л.: Издательство Академии Наук СССР, 1955. — Т. XXII. — С. 687—795. — 861 с. — 3000 экз.
Һылтанмалар
- Бетүлән GRIN сайтында мәғлүмәт (инг.) (Тикшерелеү көнө: 29 ғинуар 2011)
- Бетүлән: «Тормош энциклопедияһы» сайтында мәғлүмәт(EOL) (инг.) (Тикшерелеү көнө: 29 ғинуар 2011)