Беҙсуҡыш
Ҡылыҡһырлама
Ҡарға ҙурлығындағы сәпсәү. Түбәһе, муйынының аҫ яғы, ҡанаттарындағы арҡыры һыҙыҡтар ҡара,- кәүҙәһенең ҡалған өлөшө аҡ. Нәҙек һәм бик оҙон аяҡтары күкһел төҫтә. Нәҙек оҙон суҡышы өҫкә ҡарай кәкре, һыуҙа яҡшы йөҙә. Башҡа сәпсәүҙәр менән бутау мөмкин түгел.
Тауышы
Тауышы яңғырауыҡлы: «кли-и-кли-и» йәки «көйөк-көйөк».
Йәшәү рәүеше
Ялан һәм далаларҙағы ҙур һыу буйҙарында йәшәй. Күсмә ҡош. Бик һирәк осрай. Ояһын ерҙе соҡоп эшләй. Көрән-ҡара таптар менән сыбарланған 4-бөртөк һарғылт һоро йомортҡа һала.
Туҡланыуы
Ваҡ һыу бөжәктәре менән туҡлана.
Һылтанмалар
Әҙәбиәт
- Э. Ф. Ишбирҙин. Башҡортостан ҡоштары китабы. Өфө,1986 йыл. ИБ № 3478 28.693.35 И 90
- Терминологический словарь по зоологии. Русско-башкирский и башкирско-русский (Т. Г. Баишев, 1952)
{{|de}}