Бикбулатова Фәриҙә Ғариф ҡыҙы
Бикбулатова Фәриҙә Ғариф ҡыҙы (1925 йыл) Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры
Биографияһы
Фәриҙә Ғариф ҡыҙы Бикбулатова Башҡортостандың Шишмә районы Сафар ауылында 1925 йылда крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. 1-се класҡа уҡырға 1932 йылда бара. Сәфәр урта мәктәбен 1942 йылда тамамлай. Етем үҫә: атаһы 1932 йылда, әсәһе 1942 йылда үләләр. Өфөгә пединститутына 1942 йылда уҡырға инә һәм 1946 йылда тамамлай. Баймаҡ районына эшкә ебәрелә. 1946—1948 йылдарҙа 2-се Түбә мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы[1], ә 1948—1964 йылдарҙа директорҙың уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса урынбаҫары була. 1964 йылда Сибай педагогия училещеһында башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләй.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
• Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы
• Почет Билдәһе ордены кавалеры
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар
Был — тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ, мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып, РУВИКИ проектына ярҙам итә алаһығыҙ.