Билсән

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Билсән
Cirsium heterophyllum 06.JPG
Бодяк разнолистный (Cirsium heterophyllum) —
типовой вид рода Бодяк.
Общий вид группы цветущих растений.
Фәнни классификация
Халыҡ-ара фәнни исеме

Cirsium Mill., 1754

Wikispecies-logo.svg
Викитөркөмдә
Систематика
Commons-logo.svg
Викиһаҡлағыста
рәсемдәр
GRIN  t:2626

Билсән (лат. Cirsium)астра һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты.

Таралышы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Яҡынса 200 төрө билдәле, Евразияла, Төньяҡ Америкала һәм Африкала таралған. Башҡортостанда 9 төрө үҫә. Башҡортостан Республикаһында киң таралған (татырлы тупраҡлы болонда үҫкән ҡанатлы билсән башҡа). Ябай билсән, һаҙ билсәне, башлы билсән — баллыһәм мал аҙығы үҫемлектәре.

Биологик яҙма[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ике һәм күп йыллыҡ үлән. Һабағы төҙ, тармаҡлы, йыш ҡына сәнскәкле, 50—200 см бейеклектә. Япрағы бөтөн йәки ҡауырһын һымаҡ бүлемле, оҙонса ҡыяҡлы, ултырма йәки һаплы, сите сәнскәкле. Сәскәһе ҡыҙыл (төрлө төҫмөрлө), һирәгерәк алһыу, һары йәки аҡ, кәрзинкә сәскәлегенә йыйылған, күпселек өлөшөндә сәнскеле төргәк һәм оҙон һарғылт яры бар, төклө. Июнь—октябрҙә сәскә ата. Емеше — ялпаҡ күп рәтле өлпөлө орлоҡ, сентябрь—октябрҙә өлгөрә.

Тасуирлама[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡайһы бер төрҙәре составында алкалоидтар, кумариндар, флавоноидтар, эфир майҙары бар. Шырт билсән, йәки алһыу күрән — юҡҡа сығарыуы ауыр булған үренте тамырлы ҡый үләне. Тамыр системаһы тупраҡҡа 2—3 (ҡайһы ваҡыт 5—9) м тәрәнлеккә киткән вертикаль һәм уларҙан сыҡҡан 1,5—2 (ҡайһы ваҡыт 4—7) м горизонталь тамырҙарҙан тора. Һабағының бейеклеге 30—150 см. Япрағы оҙонса ланцет формаһында, бөтөн, ҡайһы осраҡта ҡауырһын һымаҡ айырмалы, осо сәнскәкле, ултырма. Сәскәһе шәмәхә‑алһыу төҫтә. Башлыса вегетатив ысул (тамыр үҫентеһе һәм киҫәге), һирәгерәк орлоҡ (бер үҫемлектә 4‑тән 36 меңгә тиклем орлоҡ барлыҡҡа килә) менән үрсей. Бөтә ауыл хужалығы зоналарында таралған. Көрәш саралары: алдан йомшартыу менән тәрән туңға һөрөү һәм пар баҫыуҙарын ваҡытында эшкәртеү, гербицидтар ҡулланыу һ.б.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Бахтизин Н.Р., Рахимов Э.М. Сорные растения Башкирской АССР и меры борьбы с ними. Уфа, 1958; Никитин В.В. Сорные растения СССР. Л., 1983.

Билсән // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.

  • Харадзе А. Л. Род 1592. Бодяк — Cirsium // Флора СССР. В 30-ти томах / Начато при руководстве и под главной редакцией акад. В. Л. Комарова; Редакторы тома Е. Г. Бобров и С. К. Черепанов. — М.—Л.: Издательство Академии Наук СССР, 1963. — Т. XXVIII. — С. 51—215. — 653 с. — 2200 экз.

Ҡыҙыҡлы факттар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Билсән — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә  (Тикшерелеү көнө: 23 февраль 2010)
  • Билсән: таксон тураһында «Плантариум» проектында мәғлүмәт.