Боева Мәйсәрә Кәрим ҡыҙы
Биографияһы
Мәйсәрә Кәрим ҡыҙы Боева (Кәримова) 1945 йылдың 22 майында Лағыр ауылында тыуа. 1963 йылда БДУ-ның химия факультетына уҡырға инә. Уҡып та, бер үк ваҡытта эшләп тә йөрөй. Физик һәм аналитик химия кафедраһында лаборант, һуңынан өлкән лаборант була. 1969 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлағандан һуң, шунда эшкә ҡала һәм ғүмер буйы ошо уҡыу йортонда эшләй. Органик химия кафедраһында доцент, профессор була. 1979 йылда Екатеринбург ҡалаһында Рәсәй Фәндәр академияһының «Ҡаты матдәләр химияһы» институтында "Неодим нитратының һыу иретмәләрендәге органик булмаған админ нитраттары менән үҙ-ара бәйләнеше" темаһына — кандидатлыҡ, 2005 йылда докторлыҡ диссертацияһын яҡлай. Күп тапҡыр Бөтә Рәсәй ғилми-ғәмәли конференциялар сәркәтибе, Рәсәй Федерацияһының Технологик фәндәр академияһының Башҡортостан филиалында ғилми сәркәтип була. Оҙаҡ йылдар республика уҡыусыларының химия буйынса олимпиадаларын ойоштороу һәм үткәреүҙә ҡатнаша. Хеҙмәт стажы — 51 йыл. Әлеге ваҡытта Өфө ҡалаһында йәшәй.
Фәнни эшмәкәрлек өлкәһе
Фәнни хеҙмәттәре аминдар һәм ҡайһы бер металл нитраттары нигеҙендә өслө һыулы-тоҙло системаларҙың комплекстары барлыҡҡа килеүен, фаза тигеҙләнешен өйрәнеүгә, һөҙөмтәләрҙе органик булмаған оксидтарҙан наноструктур материалдар эшләгәндә ҡулланыуға арналған. ТЭС ҡалдыҡтарынан ванадийҙы, сода һәм эзбиз эретмәләре ярҙамында ванадий һәм марганецты айырып алыу ысулдарын эшләй.
Ғилми эшмәкәрлеге
70-тән ашыу ғилми хеҙмәт, 3 автор танытмаһы һәм патент, 20 уҡытыу-методика эшләнмәһе авторы.
Наградалары һәм маҡтаулы исемдәре
Һылтанмалар
- Боева Мәйсәрә Кәрим ҡыҙы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Боева Майсара Каримовна 2020 йылдың 21 ғинуар көнөндә архивланған.
- Земля салаватская, земля батыра. - Уфа: АН РБ, Гилем, 2010.-400 с.