Болаҡ (йылға)

Болаҡ йылғаһы (татар. Болак, рус. Булак) — Рәсәй территорияһындағы йылға (канал), Татарстан Республикаһында, Ҡазан ҡалаһында урынлашҡан. Вахитов районында аға. Оҙонлоғо — 1,53 км.

Болаҡ — элекке ваҡытта Түбәнге Ҡабан күле менән Ҡазан йылғаһын тоташтырған тәбиғи ҡылымығы, хәҙерге ваҡытта каналға әйләндерелгән. Ул ҡаланың тарихи өлөшөн — элекке рус (юғары) һәм татар (түбән) өлөштәрен айырып торған мөһим һыу объекты булып тора. Канал буйы төҙөкләндерелгән, унда фонтан каскадтары һәм тарихи яр буйҙары урынлашҡан[1]..

2002 йылдың 10 ноябрендә Болаҡ республика әһәмиәтендәге мәҙәни мираҫ объекты тип танылған[1].

Этимологияһы

«Болаҡ» атамаһы татар телендәге «болак» һүҙенән килеп сыҡҡан, ул «кескенә йылға», «шишмә» йәки «инеш» тигәнде аңлата. Был топоним Алтайҙа һәм Ҡаҙағстанда ла осрай, шуға күрә уның боронғо төрки сығышлы булыуы фаразлана[2]. Этот топоним встречается также на Алтае и в Казахстане, что указывает на его древнетюркское происхождение[2][3].

Тарихы

Барлыҡҡа килеүе һәм риүәйәттәр

Боронғо риүәйәттәрҙең береһенә ярашлы, ҡала урынын һайлағанда кешеләр сихырсыға мөрәжәғәт иткән. Ул: «Ҡайҙа ергә күмелгән ҡаҙан үҙенән-үҙе ҡайнап сығыр, шунда ҡала төҙөгөҙ», — тигән. Оҙаҡ эҙләгәндән һуң ҡаҙан утһыҙ-ниһеҙ Болаҡтың Ҡазанкаға ҡойған ерендә ҡайнап сыҡҡан, һәм шул урында киләсәк Ҡазан ҡалаһына нигеҙ һалынған[4].

Икенсе риүәйәттә тәүге күсеп килеүселәрҙе изге Ҡасым шәйех алып килгән тип һөйләнә. Ул бында доға ҡылғандан һуң, кейемен ерҙән һөйрәп алып барған, һәм шул юлдан таҙа һыулы ҡала күле барлыҡҡа килгән. Өҫтән ҡарағанда Ҡабан күле был кейем формаһын хәтерләтә, ә уның «еңдәре» — Болаҡ һәм башҡа протокалар тип аңлатыла[4].

Ғалимдар араһында ла төрлө фекерҙәр бар:

  • ҡайһы берҙәре Ҡабан күле системаһын боронғо Волга үҙәне ҡалдығы тип иҫәпләй;
  • икенселәре Болаҡты яһалма канал тип һанай;
  • өсөнсөләре бында тәбиғи һыу ятҡылығы нигеҙендә канал барлыҡҡа килгән тип фаразлай[4].
Иртә тарих һәм һаҡланыу ҡоролмаһы әһәмиәте

Болаҡ тураһында тәүге яҙма мәғлүмәттәр XVI быуаттың икенсе яртыһына ҡарай. Андрей Курбский «Ҡазанды яулап алыу тураһында» әҫәрендә ҡала тирәһен һүрәтләп, Болаҡтың һаҙлыҡлы һәм үтеүе ауыр булыуын билдәләй[3].

1552 йылға тиклем Болаҡтың уң ярында Ҡазан посадының ағас нығытмалары урынлашҡан булған. Ҡылымыҡ ҡаланы көнбайыш һәм көньяҡ-көнбайыштан һаҡлаған.

Болаҡ ике тармаҡ менән Ҡазан йылғаһына ҡоян: Ҙур Болаҡ һәм Сереҡ Болаҡ. Икенсе тармаҡҡа сүп-сар һәм бысраҡ һыуҙар ташлау сәбәпле, Серек тип атағандар[5].

Сауҙа әһәмиәте һәм «Ташаяҡ» йәрминкәһе

Элек Болаҡ суднолар йөрөрлөк, һыулы йылға булған. Йылға буйҙарында тирмәндәр, мунсалар, амбарҙар, сауҙа кибеттәре булған.

Был урын ҡаланың мөһим сауҙа үҙәктәренең береһе булған. XV быуаттан алып XX быуаттың 1920-се йылдарына тиклем бында «Ташаяҡ» йәрминкәһе үткәрелгән. Ул киң билдәле сауҙа майҙаны булған, унда Урта Азия, Ҡырым, Кавказ һәм Ирандан сауҙагәрҙәр килгән[6].

XX быуатта төҙөкләндереү

1940–1950-се йылдарҙа архитектор У. Г. Алпаров проекты буйынса Болаҡ киң масштабта үҙгәртеп ҡоролған: канал таҙартылған, ярҙары нығытылған, биш таш күпер төҙөлгән.

1950-се йылдарҙа Куйбышев һыуһаҡлағысы төҙөлөү сәбәпле, Болаҡтың Ҡазан йылғаһына ер аҫты үткәргесе аша ойошторолған[6][7].

Тасуирлама

Болаҡтың асыҡ өлөшө оҙонлоғо — 1565 м (дөйөм оҙонлоғо 2 км-ҙан ашыу), киңлеге — яҡынса 32 м. Ағыш йүнәлеше — көньяҡ-көнсығыштан төньяҡ-көнбайышҡа.

Һыу кимәле даими түгел һәм яһалма рәүештә көйләнә: һыу Түбәнге Ҡабан күленәнн килә, артыҡ һыу насос станциялары аша һыуһаҡлағысҡа ебәрелә[4].

Күперҙәр һәм урамдар

Канал буйлап тарихи урамдар:

  • Һул-Болаҡ урамы;
  • Уң-Болаҡ урамы.

Болаҡ аша тарихи ете күпер булған, хәҙерге ваҡытта алтыһы эшләй. Улар араһында:

  • Болак күпере
  • Батурин күпере
  • Дегтярёв күпере
  • Романов күпере
  • Лебедев күпере
  • Ложкин күпере

Лебедев күпере — тарихи таш күперҙәрҙең берҙән-бер һаҡланып ҡалғаны (1907). Ул халыҡта «ҡайғы күпере» йәки «күҙ йәштәре күпере» тип тә атала[2][5].

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 Протока Булак (канал, соединивший оз. Кабан с р. Казанкой), XVIII–XIX вв. Центр культурного наследия Татарстана. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 апрель 2026. Архивировано 27 март 2025 года.
  2. 1 2 3 Врангель и мост слёз. Как «зело зловонный» Булак стал украшением Казани. Аргументы и Факты — Казань (26 июль 2016). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 апрель 2026. Архивировано 6 апрель 2025 года.
  3. 1 2 Тайны старой Казани: речка Булак. Islam Today (9 декабрь 2020). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 апрель 2026. Архивировано 6 апрель 2025 года.
  4. 1 2 3 4 Журнал «Вестник экспертизы РТ»: Александра Тарасова: Булак: сквозь века. Главное управление государственной экспертизы Республики Татарстан (29 июнь 2020). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 апрель 2026. Архивировано 7 апрель 2025 года.
  5. 1 2 Казанские озера: история есть, а будущее? Аргументы и Факты — Казань (25 март 2015). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 апрель 2026. Архивировано 13 февраль 2025 года.
  6. 1 2 «Семь мостов и две улицы»: в Национальном музее РТ откроется выставка о реке Булак. Комсомольская правда — Казань (5 сентябрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 апрель 2026. Архивировано 12 сентябрь 2025 года.
  7. Закирова Т. Р. Нереализованная концепция реконструкции Булака в контексте плана «Большой Казани» второй половины 1930-х гг. КиберЛенинка. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 апрель 2026. Архивировано 3 апрель 2025 года.

Һылтанмалар