Борма ауыл Советы (Асҡын районы)

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Борма ауыл Советы
Административ-территориаль берәмек Асҡын районы
Ғәмәлдән сыҡҡан дата 19 ноябрь 2008
Дәүләт

Борма ауыл Советы — Асҡын районының 2008 йылда бөтөрөлгән ауыл биләмәһе. Асҡын ауыл Советы ауыл биләмәһе менән берләштерелә. Почта индексы — 452880. ОКАТО коды — 80204810000.

Ауыл Советының составы: Яңы Борма ауылы — административ үҙәк, 2005 йылға тиклем ҡасаба булған ауылдар:[1]) Үрге Никольский, Талог, Төй. 2006 йылға тиклем ауыл Советына Большегордин һәм Үрге Барак (Башҡортостан Республикаһының 29.12.2006 й., 404-з һанлы «Тораҡ пункттарын берләштереү, бөтөрөү, статусын үҙгәртеүгә һәм административ үҙәктәрен күсереүгә бәйле Башҡортостан Республикаһының административ-территориаль ҡоролошона үҙгәрештәр индереү тураһындағы» Законы), 1986 йылға тиклем — посёлок Никольский заводы ҡасабаһы, Иҫке Борма ауылы (Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының 12.12.1986 й., 6-2/396-сы «Ҡайһы бер тораҡ пункттарын иҫәп мәғлүмәттәренән алып ташлыу тураһындағы» Указы) ингән була[2].

Башҡортостан Республикаһының 2008 йылдың 19 ноябрендәге 49-з һанлы «Айырым ауыл Советтарын берләштереүгә һәм тораҡ пункттарын тапшырыуға бәйле Башҡортостан Республикаһының административ-территориаль ҡоролошондағы үҙгәрештәр тураһындағы» Законы, ст.1, п.4, д), түбәндәге юлдар бар[3]:

"Башҡортостан Республикаһының административ-территориаль ҡоролошона түбәндәге үҙгәрештәрҙе индерергә:д) Асҡын ауыл Советын Борма һәм Ҡуяштыр ауыл Советтары менән, «Асҡын» атамаһын ҡалдырып, берләштерергә, Асҡын — административ үҙәк. Борма ауыл Советының Яңы Борма, Үрге Никольский, Талог, Төй ауылдарын, Ҡуяштыр ауыл Советының Ҡуяштыр ауылын Асҡын ауыл Советы составына индерергә. Асҡын ауыл Советы сиктәрен тәҡдим ителгән схема картаһына ярашлы раҫларға. Борма, Мәтәле һәм Ҡуяштыр ауыл Советтарын иҫәп мәғлүмәттәренән алып ташларға;

Ауыл Советы 2008 йылға түбәндәге муниципаль берәмектәр менән сиктәш була: Ҡубыяҙ ауыл Советы, Асҡын ауыл Советы, («Башҡортостан Республикаһының 17.12.2004 й., 126-з һанлы (ред. от 19.11.2008) „Башҡортостан Республикаһында муниципаль берәмектәрҙең сиктәре, статусы һәм административ үҙәктәре тураһындағы“ Законы»).

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]