Борсаҡ емешле кипарис

Кипарис борсаҡ емешле (лат. Chamaecyparis pisifera) — Кипарисовик (Chamaecyparis) ырыуы Кипарисовые (Cupressaceae) ғаиләһендәге үҫемлектәр төрө.

Ботаник яҙма

Chamaecyparis pisifera SZ122.png
Кипарисовик борсаҡ емешле. «Flora Japonica» китабынан ботаник иллюстрация, 1870

25—30(50) метр бейеклегендәге ағас. Олоно конус формаһында, ботаҡтары горизонтальға йәйелгән. Ҡабығы шыма еңел һыҙырылыусае, ҡыҙыл-көрән йәки ҡыҙғылт-күк төҫтә. Ботаҡтары яҫы, ҡуйы япраҡтар менән ҡапланған. Япраҡтары (энәләре) тырпайып торалар. Өҫән ҡуйы йәшел төҫтә, ялтырап торалар. Аҫтан аҡ таплы. Әҙ генә еҫе бар.

Таралыуы һәм экология

Япония утрауҙарында таралған эндемик үҫемлек, дымлы тупраҡты ярата.

Былар ҡыҙыҡлы

1966 йылда борсаҡ емешле кипарис Японияның Нагасаки префектураһының ағасы итеп раҫланған.

Һылтанмалар