Босния һәм Герцеговина Социалистик Республикаһы

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Югославия Социалистик Федератив Республикаһы составындағы республика
Босния һәм Герцеговина Социалистик Республикаһы
серб-хорв. Socijalistička Republika
Bosna i Hercegovina/Социјалистичка Република
Босна и Херцеговина
Флаг Герб
Флаг Герб
Гимн: «Jedna si jedina»[1]
Locator map Bosnia and Herzegovina in Yugoslavia.svg
 Flag of Croatia (1941–1945).svg
 Flag of the Democratic Federal Yugoslavia.svg
Flag of Bosnia and Herzegovina (1992–1998).svg 
Баш ҡала Сараево
Телдәр Сербохорват теле
Рәсми тел Серб-хорват теле[d]
Аҡса берәмеге Югославия динары
Майҙаны 51 129 км²
Югославияла 3-сө
Халҡы 4 377 053 кеше
Югославияла 3-сө
Идара итеү формаһы социалистик республика
Халыҡ тығыҙлығы 85,6 кеше/км²
Президиум рәйесе[2]
 • 1945—1953 Воислав Кецманови (тәүге)
 • 1990—1992 Алия Изетбегович (һуңғы)
Тарихы
 • 31 ғинуар 1946 йыл Ойошторолған
 • 5 апрель 1992 йыл Бойондороҡһоҙлоҡ иғлан ителеүе
Логотип РУВИКИ.Медиа Медиафайлы на РУВИКИ.Медиа

Босния һәм Герцеговина Социалистик Республикаһы (серб-хорв. Socijalistička Republika Bosna i Hercegovina, Социјалистичка Република Босна и Херцеговина) — Югославия Социалистик Федератив Республикаһын барлыҡҡа килтереүсе 6 социалистик республикаларҙың береһе. Хәҙер — Босния һәм Герцеговина, 1946 йылда Босния һәм Герцеговина Халыҡ Республикаһы булараҡ нигеҙләнгән. 1963 йылғы конституцияға ярашлы башҡа югослав республикалары менән бергә Босния һәм Герцеговина Социалистик Республикаһы тип исеме үҙгәртелгән. 1992 йылдың апрелендә бойондороҡһоҙлоҡ иғлан иткән һәм тамаһын Босния һәм Герцеговина Республикаһы тип үҙгәрткән.

Босния һәм Герцеговина Социалистик Республикаһы Югославияның уртаса үҫешкән республикалары араһында була. Үҫештең иҡтисади күрһәткестәре буйынса уның артынса Черногория һәм Македония Социалистик Республикалары килгән. Майҙаны буйынса Югославияла 3-сө республика (Сербия һәм Хорватия Социалистик Республикаларынан һуң). Баш ҡалаһы — Сараево.

Босний-мосолмандар дәүләтте барлыҡҡа килтереүсе халыҡ булған (рәсми рәүештә 1971 йылдан, был 1974 йылда Югославия Конституцияһында нығытылған). Хәҙерге ваҡытта өс дәүләтте барлыҡҡа килтереүсе халыҡ бар — боснийҙар, сербтар һәм хорваттар.

Республика етәкселеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡалып:История Боснии и Герцеговины

Босния һәм Герцеговинаны халыҡ азат итеү дәүләт антифашист вечеһы рәйесе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Воислав Кецманович (1943—1945)

Халыҡ скупщинаһы Президиумы рәйестәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Воислав Кецманович (1945—1946)
  • Джуро Пуцар (1946—1948)
  • Владо Шегрт (1948—1953)

Халыҡ скупщинаһы рәйестәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Джуро Пуцар (1953—1963)
  • Ратомир Дугонич (1963—1967)
  • Джемал Биедич (1967—1971)
  • Хамдия Поздерац (1971—1974)

Президиум рәйестәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Ратомир Дугонич (1974—1978)
  • Раиф Диздаревич (1978—1982)
  • Бранко Микулич (1982—1984)
  • Миланко Реновица (1984—1985)
  • Мунир Месихович (1985—1987)
  • Мато Андрич (1987—1988)
  • Никола Филипович (1988—1989)
  • Обрад Пиляк (1989—1990)
  • Алия Изетбегович (1990—1992, 1996 йылға тиклем Босния һәм Герцеговина Республикаһы президенты)

Социаль-иҡтисади үҫеше[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Босния һәм Герцеговина рәсми рәүештә Югославия Социалистик Федератив Республикаһында әллә ни үҫешеп етмәгән төбәк тип иҫәпләнгән. Әгәрҙә бөтөн Югославяилала эшһеҙлек кимәле 15,52 % тәшкил итһә, Босния һәм Герцеговинала был күрһәткес 16,60 %-ҡа барып еткән. 1952 йылда халыҡтың йән башына ЭТП Босния һәм Герцеговинала 391 динар тәшкил итһә, ә бөт Югославияла был уртаса күрһәткес 513 динар булған, 1971 йылда был күрһәткестәр ярашлы рәүештә ойошлай булған —4662 һәм 6969 динар.

Иосип Броз Тито идара итеүе осоронда республика һаулыҡ өлкәһендә ҙур уңыштарға ирешкән: сабыйҙарҙың үлеме 1952—1979 йылдар араһында 4 тапҡырға кәмегән: 1000 кешегә 143,9 кешенән 1000 кешегә 30,0 кешегә тиклем (1979 йылда барлыҡ Югославия өсөн был күрһәткес 1000 кешегә — 32,2 кешегә тигеҙ). Күп дәрәжәлә был мәшғүллек структураһының үҙгәреүҙәре менән бәйле. Әгәрҙә 1953 йылда ауыл хужалығында халыҡтың 62,2 % ҡатнашһа, 1979 йылда халыҡтың тик 28,9 % тәшкил итә[3]. Тамам үҫешмәгән булараҡ Босния тулыһынса үҫешмәгән төбәктәр өсөн (Черногория, Косово, Македония һәм Босния) тәғәйенләнгән махсус федераль ярҙам фондынан аҡса алған. 1981—1985 йылдарҙа фондтан Югославия төбәктәренә күсерелгән барлыҡ аҡсаларҙың 28,3 % Боснияға тура килгән, ә 1986—1990 йылдарҙа — 26,3 %[4].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Гимн һүҙһеҙ башҡарылған
  2. 1974 йылға тиклем — Халыҡ Скупщинаһы рәйесе
  3. Харитонова О. Г. Босния и Хорватия в СФРЮ: институциональные проблемы этнической федерации // Сравнительная политика. — 2014. — № 1. — С. 26
  4. Харитонова О. Г. Босния и Хорватия в СФРЮ: институциональные проблемы этнической федерации // Сравнительная политика. — 2014. — № 1. — С. 28

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]


Ҡалып:Республики СФРЮ