Боҙ тығыны
Тасуирламаһы
Тығындар ғәҙәттә йылға бөгөлдәрендә, йырҙа тарайған һәм һай урындарҙа барлыҡҡа килә. Бындай урындарҙа боҙ киҫәктәре ауырлыҡ менән үтә һәм бер урынға өйөлә башлай.
Тығын арҡаһында һыу кимәле күтәрелә, ҡайһы ваҡыт тирә-йүнде һыу баҫа. Ғәҙәттә, оло тығындар яҙ көнө көньяҡтан төньяҡҡа табан аға торған ҙур йылғаларҙа күҙәтелә.
Йылғаларҙа сыйҙымдың һыуҙың арҡыры киҫелешендә тупланып өйөлөүе һәм һыуҙы өҫкә ҡыҫа башлауы сыйҙым тығыны тип атала.
Көрәш ысулдары
Боҙ тығынына ҡаршы көрәшеү өсөн боҙ өҫтөн ҡарайталар, сөнки ҡара төҫтәге боҙ ҙа, ҡар ҙа тиҙерәк ирей; боҙватҡыс йә иһә боҙ ҡырҡҡыс машиналар , шартлатыуҙар, авиация ярҙамында бомбаға тотоу, ҡыҫылған һауа ебәреү ҡулланыла.[2]
Иҫкәрмәләр
- ↑ ГОСТ 19179-73 Гидрология суши. Термины и определения.
- ↑ Марк Софер. Когда льдинам тесно в берегах // Наука и жизнь. — 2018. — № 4. — С. 6—15.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
Һылтанмалар
- Чеботарев, А.И. Гидрологический словарь. — 3-е, перераб. и доп. — Л.: Гидрометеоиздат, 1978. — 307 с.