Брентано Антония
нем. Antonie Brentano | |
Хәләл ефете | Франц Доминик Брентано[d] |
---|---|
Тыуған ваҡыттағы исеме | нем. Johanna Antonie Josefa von Birkenstock |
Заты | ҡатын-ҡыҙ[1] |
SEO_index | noindex |
Вафат булған урыны |
|
Һөнәр төрө | филантроп |
Тыуған көнө | 28 май 1780 |
Атаһы | Иоганн Мельхиор фон Биркеншток[d] |
Ерләнгән урыны | |
Гражданлығы | |
Вафат булған көнө | 12 май 1869[2][3] (88 йәш) |
Тыуған урыны | |
Медиафайлы на РУВИКИ.Медиа |
Антония (Тони) Брентано (Antonie Brentano, ҡыҙ фамилияһы — Иоганна Антония Йозефа Фон Биркеншток (Johanna Antonie Josefa von Birkenstock; 28 май 1780 йыл — 1869 йыл) Австрия сәнғәте коллекционеры, меценат һәм Людвиг ван Бетховендың яҡын дуҫы.
Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
1780 йылдың 28 майында Венала тыуған, Австрия дипломаты һәм сәнғәт әҫәрҙәре коллекционеры Иоганн Мельхиор фон Биркенштоктың (Johann Melchior Birkenstock) һәм уның ҡатыны Каролина Йозефа фон Хайҙың (Carolina Josefa von Hay, 1755—1788) ҡыҙы булған. Антониянан тыш ғаиләлә тағы өс ағалы-ҡустылы: Гуго Конрад Готфрид (1778—1825), Константин Виктор (1782 йылда тыуған һәм вафат булған) һәм Иоһанн Эдуард Валентин (1784 йылда тыуған һәм үлгән). Венала ғаилә Эрдберггассе урамында урынлашҡан үҙәк Ландштрасе районындағы айырым ҙур бинала йәшәгән. Унда ҙур китапхана Һәм Биркенштоктың байтаҡ сәнғәт әҫәрҙәре коллекцияһы урынлашҡан. Әсәһе үлгәндә һигеҙ көнлөк кенә сабый булған Антонияға Пресбургта (хәҙер Братислава) Урсулин монастыры ҡарамағындағы мәктәпкә ебәрелгән.
Атаһы Антонияға лайыҡлы ир эҙләгән. Сауҙагәр Франц Брентано (Franz Dominicus Brentano) — Клеменс Брентано менән Беттина фон Арнимдың бер атай туғаны Антонияға өйләнгән. Улар 1796 йылдың аҙағында йәки 1797 йылдың башында танышҡан. Антонияның атаһы менән оҙаҡ һөйләшеүҙәрҙән һуң йәштәр 1798 йылдың 23 июлендә Венала Изге Стефан соборында никахын теркәгән. Бер аҙнанан улар Майндағы Франкфурт ҡалаһына юлланған. Антония һәм Франц ғаиләһендә алты бала тыуған: Георг Франц Мельхиор (13.01.1801 — 01.03.1853); Максимилиана Эйфросина Кунигунда (08.11.1802 — 01.09.1861); Йозефа Лудовика (29.06.1804 — 02.02.1875); Франциска Элизабет (26.06.1806 — 16.10.1837); Карл Йозеф (08.03.1813 — 18.05.1850).
1809 йылдың авгусында Антония ауырыған атаһын ҡарарға Венаға ҡайтҡан. Атаһы 1809 йылдың 30 октябрендә үлгән. Атаһы вафатынан һуң, ул атаһының китапхана фондын һәм сәнғәт әҫәрҙәре коллекцияһын тикшереү, шулай уҡ ҡиммәттәрҙең бер өлөшөн һатыуҙы контролдә тотоу өсөн Венала тағы өс йыл буйына йәшәгән. 1832 йылда Антония буш торған йортон һата, ә атаһының картиналарынан иң ҡәҙерлеһен — Ван Дейктың «Христостың вафаты сәбәпле ҡайғырып илау» («Оплакивание Христа») картинаһын Франкфурт соборына васыят итә.
Брентанно ғаиләһе 1810 һәм 1812 йылдарҙа Бетховен һәм Гёте менән таныша. Һуңыраҡ, улар Венала йәшәгәндә, Бетховен ғаиләнең яҡын дуҫы һәм даими ҡунағы була. Һуңғараҡ ул Антонияға үҙенең иң камил эштәренең береһен — "Диабелли темаһына вариациялар"ын (Diabelli-Variationen) бағышланы.
Антония 1869 йылдың 12 майында Майндағы Франкфуртта вафат була һәм ҡаланың Төп зыяратында ерләнә[4]. Туҡһан йылға яҡын ғүмере эсендә Антония Брентано бик күп дуҫтарын һәм туғандарын, шул иҫәптән ирен һәм алты балаһынан бишәүһен юғалтҡан.
2018 йылда быға тиклем билдәһеҙ булған 7-се Бетховен симфонияһының беренсе партитураһының күсермәһе табыла, уны композитор 1812 йылдың 13 майында тамамлай. Ҡулъяҙманың титул битендәге бағышламала: «Үҙемдең хөрмәтле әхирәтем Антония Брентаноға Бетховендан» '«Meiner hochverehrten Freundin Antonie Brentano von Beethoven» тигән һүҙҙәр булған. Документты Калифорния штатының Сан-Хосе университетынан (АҠШ) Бетховен Үҙәге һатып алған.[5]
Үлемһеҙ һөйгәне[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Людвиг ван Бетховен 1810 йылдың май аҙағында Бетховен Антония Брентано менән Беттина фон Арнимдың ҡайынһеңлеһе аша таныша, һәм улар араһында тәрән дуҫлыҡ барлыҡҡа килә. Бетховендың вафатынан һуң уның өҫтәленең йәшерен бүлегендә бер ҡасан да кемгәлер адресланмаған «Үлемһеҙ һөйгәненә хаты» (Brief an die Unsterbliche Geliebte) табыла.[6]Йөҙ йыл буйы барған бәхәстәр Бетховендың Үлемһеҙ һөйгәненә (Бессмертная возлюбленная — Unsterbliche Geliebte) кандидаттар тип: Джульетта Гвиччарди, Тереза Брунсвик, Жозефина Брунсвик (Josephine Brunsvik), Доротея фон Эртман (Dorothea von Ertmann), Амалия Себальд (Amalie Sebald), Беттина фон Арним һәм Антония Брентаноны күрһәткән. Үҙенең Вена классик композиторҙарының биографик тикшеренеүҙәре менән билдәле Америка музыкаль продюсеры Мейнард Соломон (Maynard Solomon) фекеренсә, бөйөк композиторҙың «Үлемһеҙ һөйгәне» нәҡ Антония Брентано булған.
Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Брентано-квартет
- Диабелли темаһына вариациялар (авторҙар коллективы)
Антонияның билдәле яҡташтары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Флёге Эмилия — австрия тегенсеһе һәм модельеры, рәссам Густав Климттың моделе, музаһы. 1904 йылда ҡыҙ туғандары Паулина һәм Һелена менән бергә Венаның Мариахильфер-штрассе урамында «Апалы-һеңлеле Флёге» тип аталған эксклюзив һәм экстравагант мода салонын аса.
- Нойхаузер Адель (нем. Adele Neuhauser) род. 1959 йылдың 17 ғинуарында тыуған) — австрия театр һәм кино актрисаһы[7], Австрия киноһы академияһы (Akademie des Österreichischen Films) ағзаһы.
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Andreas Niedermayer. Frau Schöff Johanna Antonia Brentano. Ein Lebensbild, Frankfurt 1869.
- Rudolf Jung. Goethes Briefwechsel mit Antonie Brentano 1814—1821. Weimar 1896.
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Record #118149196466774791434 // VIAF (билдәһеҙ) — Даблин: OCLC, 2003.
- ↑ 2,0 2,1 Deutsche Nationalbibliothek, Staatsbibliothek zu Berlin, Bayerische Staatsbibliothek, Österreichische Nationalbibliothek Record #11867384X // Gemeinsame Normdatei (нем.) — 2012—2016.
- ↑ Bibliothèque nationale de France Autorités BnF (фр.): асыҡ мәғлүмәт платформаһы — 2011.
- ↑ Johanna Antonia Josefa «Toni» von Birkenstock Brentano . Дата обращения: 2 май 2019. Архивировано 22 май 2019 года.
- ↑ 7th Symphony First Edition . Дата обращения: 3 май 2019. Архивировано из оригинала 1 октябрь 2020 года. 2020 йылдың 1 октябрь көнөндә архивланған.
- ↑ Письмо Бетховена «Бессмертной возлюбленной» . Дата обращения: 3 май 2019. Архивировано из оригинала 3 май 2019 года. 2019 йылдың 3 май көнөндә архивланған.
- ↑ Adele Neuhauser . Дата обращения: 1 май 2019. Архивировано 1 май 2019 года.