Бурама
Бурама — таулы-урманлы урындарҙа йәшәгән башҡорттарҙың ваҡытлыса торлағы; бүрәнәләрҙән, ағас ботаҡтарынын, ҡабыҡтан, йәйләүгә сыҡҡанда йәшәү өсөн ваҡытлыса итеп итеп төҙөлгән торлаҡ.
Таулы-урманлы райондарҙа иген сәсерлек майҙандар булмағанлыҡтан, төп кәсеп булып малсылыҡ торған. Донъя көтөү, ғәиләне аҫырау өсөн күп мал тоторға кәрәк булған. Ҡышҡылыҡҡа ла бесән күп кәрәк булған. Шуның өсөн дә, яҙ етеү менән малдарын йәйләүгә алып сыҡҡандар. Шулай, яҙҙан көҙгәсә бер йәйләүҙән икенсеһенә күсеп, көҙгөлөккә ауылдарына әйләнеп ҡайтҡандар.
Бындай йәшәү өлгөһө иң отошлоларҙан булған. Көтөүлектәр тапандыға әйләнмәй, тәбиғилеген һаҡлай алған. Мал яңынан-яңы көтөүлектәрҙә йөрөтөлгән, мул итеп һөт-ҡаймағы менән ҡыуандырған.
Ҡышлауға көр мал ҡайтҡан. Ә бесәнде ауыл эргәһендә генә әҙерләгәндәр. Йыраҡтан бесән ташыу хәстәренән азат булғандар. Бына шуға ла, һәр йәйләүҙә һәр ғәиләнең йәшәү өсөн даими торлағы -бурамаһы булған.
Бураманы теләгән урында ҡороп булған һәм уны күсереп йәрөтмәгәндәр. Берҙән, төҙөлөш материалына урманда ҡытлыҡ булмаған. Икенсенән, йыл һайын, яңы йәйләүгә күскән һайын яңынан торлаҡ ҡороу зарурлығы булмаған. Бурама күп йылдарға хеҙмәт иткән. Кешеләрҙе ел-ямғырҙан һәм ҡырағай хайуандарҙан һаҡлаған.
Төҙөлөшө[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Бурама — ер иҙәнле, түшәмһеҙ, ике яҡлы ҡабыҡ ҡыйыҡлы бура. Бураманың арҡыры бүрәнәләре ҡабырға бүрәнәләргә ҡарағанда 3-4 бүрәнәгә бейегерәк күтәрелгән. Өҫкө һәр бүрәнә, аҫтағыһына ҡарағанда, ҡыҫҡараҡ булған. Ҡыйыҡ урҙалары шул бүрәнә остарына һалынған. Ер иҙәнгә үлән, япраҡтар түшәлгән булған. Бурамаға ишен ҡуйғандар, тәҙрәләре юҡ. Эске интерьерында таҡтанан эшләнгән һике һәм тура мөрйәле алды асыҡ мейес (сыуал) урынлашҡан.
Сыуаллы торлаҡты Көнсығыш Себер һәм Башҡортостандың таулы урманлы райондарында йәшәүселәр төҙөгөн. Ултыраҡ тормошҡа күскәс бурама йәйге аласыҡ итеп файҙаланылған.
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Колхозлашыу осоронда ла ошондай йәшәү рәүеше һаҡлана. Бурама боронғоларынан камилыраҡ эшләнә. Сыуал урынына заманса мейестәр төҙөлә. Иҙән түшәлә. Әммә элеккесә оҙаҡ йылдарға иҫәпләнгән ваҡытлы торлаҡ булып ҡала.
Колхоз-савхоздар тарҡалыуға байтаҡ ваҡыт үтһә лә, ҡайһы бер йәйләүҙәрҙә бурамалар һаман да һаҡланған әле.
Топонимика[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Бурама атамаһы «бура» һүҙенән килеп сыҡҡан.
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Янгузин Р. 3. «Этнография башкир (история изучения)». Уфа: Китап, 2002. ISBN 5-295-03080-6
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Шитова С. Н., тәрж. Ә.Н.Аҡбутина. Бурама // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Здания. Рурификатор. Термины
- Этнографический блог о народах и странах мира их истории и культуре 2016 йылдың 20 октябрь көнөндә архивланған.
- Жилища народов мира