Бут ташы
Бут (бут ташы) — тау тоҡомдарын эшкәртеү барышында алынған, дөрөҫ формала булмаған тәбиға таш киҫәктәре. Ғәҙәттә, ҡара төҫтә, дөрөҫ булмаған форма менән айырылып торған тау тоҡомо ярсыҡтары; уларҙың ҙурлығы 500 мм-ға тиклем, ауырлығы 50 кг-ға тиклем булыуы мөмкин. Табыш ысулына ҡарап, бут емерек (рваный), яҫы (плитняк) һәм ҡатламлы (постелистый) төрҙәрҙә була. Бут ташы ултарма һәм магма тоҡомдарын эшкәртеү юлы менән алына, һәм ул ныҡлыҡ, һыуға сыҙамлылыҡ һәм һалҡынға сыҙамлылыҡ кеүек сифат талаптарына яуап бирергә тейеш. Төҙөлөш өсөн ҡулланылған таштар таҙа, ярыҡһыҙ һәм ҡатламдарға айырылмаған булырға тейеш.[1]
Бут ташын ҡулланыу
Бут ташы быуалар, плотиналар төҙөүҙә, шулай уҡ йылытыу системаһы булмаған биналарҙың нигеҙҙәрен һәм стеналарын төҙөүҙө ҡулланыла. Бут ташының күп өлөшө ваҡ таш (рус.)баш. итеп эшкәртелә йәки бутобетон ҡатнашмалары составына индерелә. Дөрөҫ булмаған формаһы арҡаһында бут ташын өйөү ҡатмарлыраҡ, был иһә иретмәнең күберәк сарыф ителеүенә килтерә. Хәҙерге төҙөлөштә бут ташы урынына күберәк әҙер бетон һәм тимербетон конструкциялар ҡулланыла.[1]
- Бут ташының төп характеристикалары
Тығыҙлығы: Бут ташы тығыҙлығы 1800 кг/м³-тан кәм булмаған тау тоҡомдарынан алына.
Фракцияһы: Ғәҙәттә бут ташының стандарт үлсәмдәре 150-ҙән 500 мм-ға тиклем. Айырым осраҡтарҙа махсус заказ буйынса 70 мм-ҙан алып 1000 мм-ға тиклем ҙурлыҡтағы таштар еткерелеүе мөмкин. Бут ташында балсыҡ һәм башҡа ҡатышмалар күләме масса буйынса 2%-тан артмаҫҡа тейеш. Сифатлы таш өлгөләрендә балсыҡ, аҡбур кеүек башҡа тоҡомдар, ҡатламдарға айырылыу йәки ярыҡтар булырға тейеш түгел.
Ныҡлығы: Бут таштары ныҡлыҡ маркалары буйынса М100-ҙән алып М1400-гә тиклем классификациялана. Был күрһәткес таштың ниндәй тау тоҡомонан алынған булыуына бәйле. Мәҫәлән, күперҙәрҙе һәм майҙансыҡтарҙы ҡаплау өсөн юғары ныҡлыҡҡа эйә таштар ҡулланырға тәҡдим ителә.
Һыуыҡҡа сыҙамлылыҡ: Бут ташы туңдырыу һәм иретеү циклдарын нисек үткәрә алыуына ҡарап баһалана. Эксплуатацияланыу төрөнә ҡарап, бут F15, F25, F50, F100, F200 һәм F300 маркаларға бүленә.[2]
Ҡулланыу
Бут ташы быуалар һәм башҡа плотиналар төҙөүҙә, фундаменттарҙы һәм йылытыуһыҙ биналарҙың стеналарын өйөүҙә ҡулланыла. Бут ташының ҙур өлөшө ваҡ таш итеп эшкәртелә.
Тәғәйенләнешенә ҡарап, бут ташы ике төп төргә бүленә:
- Сәнәғәт өсөн тәғәйенләнгән
Бындай төр бут ташы быраулау-шартлатыу эштәре (рус.)баш. ярҙамында табыла, һуңынан гидросүкеш менән эшкәртелә. Ул нигеҙҙәр, стеналар һәм башҡа ҡоролмалар өсөн нигеҙ булараҡ төҙөлөштә ҡулланыла. Шулай уҡ автомобиль юлдары өсөн нигеҙ һалыуҙа һәм транспорт өсөн майҙансыҡтар эшләүҙә файҙаланыла.
- Декоратив
Йыш осраҡта ҡул менән табыла һәм өҫтәмә эшкәртелә. Башлыса яҫы формала була, был уны һалыуҙы һәм ҡаплауҙы еңеләйтә. Декорация эштәрендә ҡулланыла.
Бут ташының өҫтөнлөктәре һәм етешһеҙлектәре
Башҡа төҙөлөш материалдары кеүек үк, бут ташының да үҙенә күрә өҫтөнлөктәре һәм ҡайһы бер етешһеҙлектәре бар. Уларҙы төрлө эштәрҙә ҡулланыу өсөн һайлағанда иҫәпкә алыу мөһим.
- Өҫтөнлөктәре
- Туҙыуға сыҙымлылыҡ. Бут ташы ҡыҫылыу һәм һуҙылыу кеүек механик көстәрҙе еңел күтәрә, һыуыҡҡа, температура үҙгәрештәренә һәм дымға ҡаршы тороусан. Был уны төрлө климат шарттарында ҡулланырға мөмкинлек бирә. Шулай уҡ уны утҡа сыҙамлылығы, ныҡлығы һәм һыу йоғонтоһона ҡаршы тороусанлығы менән дә баһалайҙар.
- Оҙайлы хеҙмәт итеү. Технологияға ярашлы өйөлгән бут ташы биналар 100 йылдан ашыу үҙ сифатын һаҡлай ала.
- Матур күренеш. Бут ташы тәбиғи матурлыҡҡа эйә һәм күп осраҡта өҫтәмә эшкәртеүҙе талап итмәй. Төҫтәре һәм формалары күп төрлө булыуы арҡаһында ул йыш ҡына декоратив маҡсаттарҙа ҡулланыла.
- Арзанлыҡ һәм эшкәртеү еңеллеге. Бут ташы күп ваҡыт гранит, эзбизташ, ҡомташ кеүек тау тоҡомдарын сығарыу барышында өҫтәмә продукт булараҡ алына. Шуға күрә уның сығарыу хаҡы щебенға ҡарағанда арзанраҡ була.
- Етешһеҙлектәре
- Өйөүҙең ҡатмарлылығы. Таштарҙың формаһы һәм ҙурлығы буйынса аныҡ һайлап алыу талап ителә.
- Иретмә күп сарый ителә. Таштарҙың тигеҙ булмауы арҡаһында цемент-ҡом ҡатнашмаһы күберәк сарыф ителә.
- Материалдың төрлөлөгө. Буттың төрлө төрҙәренең ныҡлыҡ характеристикалары төрлөсә була. Берҙәм сифатлы һөҙөмтәгә өлгәшеү өсөн бер үк сығанаҡтан таш ҡулланыу кәңәш ителә.
- Форманың уңайһыҙлығы. Күпселек бут таштары тигеҙ булмаған формала була, шуға күрә уларҙы алдан соҡоп тигеҙләү һәм махсус молоток-кулачок ярҙамында иретмәгә утап урынлаштырыу талап ителә. Был сифатлы рәүештә шовтарҙы бәйләүҙе ҡатмарлаштыра.
Эш барышында М400 йәки М500 маркалы цемент-ҡом ҡатнашмаһы ҡулланыу кәңәш ителә. Иретмә етерлек пластик булырға тейеш, бушлыҡтарҙы һәм таштар араһындағы урындарҙы тултырырлыҡ итеп.
Шулай итеп, бут ташы — ныҡлы һәм оҙайлы хеҙмәт итеүсе материал, ул төҙөлөштә һәм ландшафтты биҙәүҙә киң ҡулланыла.[3]
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 ГОСТ на камень бутовый, действующий ГОСТ, описание, характеристики, полезная информация. ООО "Первая строительная компания".
- ↑ ГОСТ 4001-2013. Камни стеновые из горных пород. Технические условия. Каталог ГОСТ.
- ↑ Бутовый камень: виды, особенности и сфера применения. БОРОК Торговый дом.
Әҙәбиәт
- Бут // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- Шепелев А. М. Как построить сельский дом. — М.: Россельхозиздат, 1976. — 352 с. — 150 000 экз.
Был — тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ, мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып, РУВИКИ проектына ярҙам итә алаһығыҙ.