Бүлендек йәмғиәт

Бүлендек йәмғиәт (рус. Дочернее общество) — төп хужалыҡ ширҡәте йәки устав капиталында өҫтөнлөклө ҡатнашлығы булған, йәиһә ике арала төҙөлгән килешеүгә ярашлы, йәки бындай йәмғиәт ҡабул иткән ҡарарҙарҙы башҡа төрлө хәл итеү мөмкинлегенә эйә булған хоҡуҡи хужалыҡ йәмғиәте (РФ ГК-ның 67.3 статьяһы).

Төп йәмғиәт менән мөнәсәбәттәр

Бүлендек йәмғиәт төп ойошма бурыстары өсөн яуаплы түгел. Әгәр ул төп ойошма ғәйебе менән банкротлыҡҡа төшһә, яуапты ла төп йәмғиәт тота. Бүлендек йәмғиәттә эшләүселәр төп хужалыҡ йәмғиәтенең эшмәкәрлеге йәки эшһеҙлеге килтергән зыянды компенсациялауҙы талап итергә хоҡуҡлы[1].

Бүлендек йәмғиәт төп хужалыҡ күрһәтмәләре йәки ризалығы менән төҙөгән килешеүҙәр[2] буйынса төп ойошма ла яуаплы. Был бүлендек йәмғиәт хеҙмәткәрҙәре килешеүҙе дөйөм йыйылышта йәки уны идара итеү органы хуплаған, бындай ихтыяж бүлендек һәм/йәки төп йәмғиәт уставында нығытылған осраҡтарға ҡағылмай.

Бүлендек предприятие

Бүлендек предприятие икенсе — ойоштороусы предприятие уға тулы хужалыҡ (рус.)баш. алып барыу өсөн үҙенең мөлкәтенең бер өлөшөн тапшырыу юлы менән ойошторолған ойошма булып тора. Ойоштороусы уның уставын раҫлай, етәксеһен тәғәйенләй һәм был предприятиеға ҡарата ҡануниәттә ҡаралған милексе хоҡуҡтарын тормошҡа ашыра[3].

Бүлендек йәмғиәт төрҙәре

Рәсәйҙә ғәҙәттә 3 төр бүлендек предприятие ойошторола[4]:

  • Милек өлөшө 100 % тәшкил итә;
  • Милек өлөшө — 50-99 %;
  • Сит ил партнерҙары менән берлектә.

Уларҙың һәр береһенең үҙ функциональ тәғәйенләнеше бар[4]:

  • Бүлендек ойошмаларҙың киң селтәре менән идара итеүсе холдинг компаниялары;
  • Төп структураның ихтыяждарын хеҙмәтләндереүҙе һәм ҡәнәғәтләндереүҙе тәьмин иткән сервис компаниялары;
  • Эре финанс-сәнәғәт төркөмдәренә хас булған күп кимәлле структуралар.

Бүлендек йәмғиәт булдырыу

Бүлендек йәмғиәт ойоштороу бер нисә факторға бәйле булырға мөмкин, мәҫәлән:

  • Төп компанияның билдәле бер хужалыҡ эшмәкәрлеген үҙенсәлекле бурыстарҙы үтәү өсөн бойондороҡһоҙ йүнәлешкә бүлеү;
  • Идара итеү структураһын оптималләштереү;
  • Финанс һәм һалым юғалтыуҙарын кәметеү;
  • Бизнестың тотороҡлолоғон көсәйтеү һәм мөлкәткә бәйле хәүеф менән идара итеү;
  • Холдинг (рус.)баш. структураһын формалаштырыу;
  • Тышҡы иҡтисади эшмәкәрлекте әүҙем үҫтереү.

Бүлендек йәмғиәттең рус телендә, сит телдәрҙә һәм Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәрендә тулы һәм ҡыҫҡартылған исемдәре булырға мөмкин. Әммә мотлаҡ шарт булып рус телендә тулы һәм ҡыҫҡартылған атама булыуы тора[5].

Компанияның атамаһы билдәле брендтарың йәки сауҙа маркаларының исемдәрен ҡабатламаҫҡа тейеш, сөнки был авторлыҡ хоҡуғын боҙоу булып тора һәм юридик дәғүәләргә килтереүе ихтимал.

Шулай уҡ атамаға «Рәсәй Федерацияһы», «Рәсәй», «Мәскәү» йәки башҡа илдәр, Рәсәй Федерацияһы субъекттары һәм ҡала атамаларын ҡулланыр алдынан махсус рөхсәт алыу талап ителә.

Буласаҡ йәмғиәттең эшмәкәрлек төрҙәрен билдәләгәндә Дөйөм Рәсәй иҡтисади эшмәкәрлек төрҙәре классификаторына (ОК 029—2014 (КДЕС ред.2) мөрәжәғәт итергә кәрәк. Һайланған төрҙәрҙең береһе төп, ҡалғандары өҫтәмә тип билдәләнергә тейеш. Эшмәкәрлек төрҙәре һаны сикләнмәй. Шул уҡ ваҡытта классификаторҙан кәм тигәндә дүрт цифрҙан торған кодлы эшмәкәрлек төрҙәре һайланырға тейеш (мәҫәлән, 77.20)[5].

Иҫкәрмәләр

  1. ГК РФ Статья 67.3. Дочернее хозяйственное общество. КонсультантПлюс. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 октябрь 2025.
  2. ГК РФ Статья 401. Основания ответственности за нарушение обязательства. КонсультантПлюс. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 октябрь 2025.
  3. Под редакцией А. Н. Азрилияна. Новый экономический словарь. — М.: Институт новой экономики, 2006.
  4. 1 2 Нескучные финансы. Дочерняя компания: что это, как открыть и для чего (28 апрель 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 октябрь 2025.
  5. 1 2 АО Журнал. Что такое дочернее общество? Как создать дочернее общество? Инструкция. (25 июль 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 октябрь 2025.

Әҙәбиәт

  • Борисов А. Б. Большой экономический словарь. — М.: Книжный мир, 2003. — 895 с.
  • Райзберг Б. А., Лозовский Л. Ш., Стародубцева Е. Б. Современный экономический словарь. — 5-е изд., перераб. и доп. — М.: ИНФРА-М, 2007. — 495 с. — (Б-ка словарей «ИНФРА-М»).