Бүре еләге
Бүре елеге, бүре йүкәһе (рус. Волчея́годник обыкнове́нный, Волчеягодник смерте́льный, Во́лчник обыкновенный, Во́лчье лы́ко, Пухляк, Плоховец[2],[3]—бүре юкәһе (Thymelaeaceae) ғаиләһенән 0,3-1,8 м бейеклегендәге ағыулы ҡыуаҡ. Апрель-май айҙарында сәскә ата, орлоғо июль-августа өлгөрә.
Таралыуы
Европаның бөтә өлөшөндә, Кавказ артында, Әрмәнстанда, Ирандың төньяғында киң таралған[4]. Башҡортостанда һирәк осрай.
Ҡылыҡһырлама
Ылыҫлы һәм ҡатнаш урмандарҙаа үҫә. Тәбәнәк ҡыуаҡ (30-100 см). Аҙ ботаҡлы аҫҡы ботаҡтары япраҡһыҙ үҫемлек; ҡабығы һарғылт-һоро төҫтә, ҡоңғорт төйөрҙәр менән ҡапланған. Һәр ботаҡтың осонда ланцет һамаҡ оҙонса япраҡлы бәйләме бар. Сәскәләре ал төҫтә, хуш эҫле, япраҡ ҡуйынтығында өсәрләп-бишәрләп урынлашҡандар, япраҡ ярғансы барлыҡҡа киләләр. Емеше — ҡыҙыл, һыуһыл. Орлоҡтарҙан, тамыр үрентеһенән (культурала сыбыҡсанан, үрентенән) үрсей. Ҡабығы һәм ағасында гликозиддар, минераль тоҙҙар, сумала, буяу матдәләре, һағыҙ бар. Халыҡ медицинаһында ҡабығынан һәм еләгенән яһалған спиртлы төнәтмәһен ревматизм, быуындар ауыртҡанда файҙаланалар.
Ағыулы өлөштәре
Ҡабығы (йүкәһе), япрағы, сәскәһе, емештәре ныҡ ағыулы.
Иҫкәрмәләр
- ↑ См. раздел Ссылки — Tropicos.
- ↑ Статья в БСЭ
- ↑ Этимологический словарь русского языка Макса Фасмера
- ↑ Germplasm Resources Information Network 2012 йылдың 26 октябрь көнөндә архивланған.
Әҙәбиәт
- Орлов Б. Н., Гелашвили Д. Б., Ибрагимов А. К. Ядовитые животные и растения СССР — М.: Высшая школа, 1990. — С. 200—202.
- Биологическая флора Московской области. Вып. 1 / Под ред. Т. А. Работнова — М.: Изд-во Московского университета, 1974. — С. 124—130.
- Ғүмәров В. З. Тыуған яҡтың шифалы үҫәмлектәре. —Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1996. −160 б. ISBN 5-295-01499-1
Сығанаҡтар
- Татар энциклопедияһы 2013 йылдың 7 декабрь көнөндә архивланған. (тат.)