Бәхмәт

Бәхмәт (рус. Бихметково) — Свердловск өлкәһенең Әртә ҡала округына ҡараған тарихи башҡорт ауылы.

Халыҡ һаны

2010 йылда үткәрелгән Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбе мәғлүмәттәре буйынса ауылда 147 кеше йәшәй, шул иҫәптән 72 ир һәм 75 ҡатын-ҡыҙ[2].

2002 йылда үткәрелгән Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбе мәғлүмәттәре буйынса ауылда 161 кеше йәшәгән[3].

Тарихы

1793 йылдың 9 февралендә төҙөлгән килешеү буйынса ауылда йәшәүсе аҫаба башҡорттар үҙ ерҙәренә 50 йылға типтәрҙәрҙе кертәләр[4].

1834 йылда үткәрелгән ревизия мәғлүмәттәре буйынса ауылда 60 аҫаба башҡорт һәм 142 типтәр йәшәгән. 1859 йылғы ревизия мәғлүмәттәре буйынса ауылда 72 аҫаба башҡорт һәм 220 типтәр теркәлгән[4].

Архив сығанаҡтарҙа ауылда йәшәүселәрҙең хужалығы тураһында ла мәғлүмәт һаҡланған[4]. Мәҫәлән, 1842 йылда ауылда йәшәүсе башҡорттар 368 бот ярма икмәк сәскән[4].

Профессор Ә.З.Әсфәндиәров 1834 йылда үткәрелгән VIII ревизия мәғлүмәттәренә таянып ауылда йәшәүсе башҡорттарҙың исемлеген баҫтырған:

Шулай уҡ ҡарағыҙ