Бөтә донъя аҡса көнө

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Бөтә донъя аҡса көнө
Koh Samui, Coins, Southeast Asia, Thailand.jpg
Төрө халыҡ-ара
Рәсми International Money Day
Билдәләнә йыл һайын
Дата 17 апрель
Байрам саралары лекциялар, семинарҙар, күргәҙмәләр

Бөтә донъя аҡса көнө (рус. Всемирный день денег) — рәсми булмаған байрам, йыл һайын 17 апрелдә билдәләнә. Аҡса көнө иҡтисад үҫешенең төп ваҡиғаларның береһе, тауарҙы аҡсаға һатып алыу-һатыу буйынса тәүге килешеү төҙөләү менән бәйле[1]. Был көндө төрлө йәмәғәт һәм мәҙәни-мәғариф саралары, мәҫәлән, финанс тренингтары, семциялар һәм семинарҙар, шулай уҡ һирәк осрай торған банкноталарға һәм тәңкәләргә арналған күргәҙмәләр үтә. Байрамдың төп маҡсаты булып матди булмаған ҡиммәттәрҙең әһәмиәтен күтәреү һәм аҡсаның маҡсатҡа өлгәшеү сараһы булып хеҙмәт итергә тейешлеген иҫкә төшөрөү тора[2].

Аҡса барлыҡҡа килгәнгә тиклем иҡтисади бәйләнеш алмашыуға һәм йәки бушлай бүләк итеүгә нигеҙләнгән булған. Физик әйберҙәрҙе тауарҙар йәки хеҙмәттәр өсөн түләүгә ҡулланыу беҙҙең эраға тиклем VII быуатта уҡ башлана. Тымыҡ океан утрауҙарында йәшәүселәр, мәҫәлән, боронғо ҡытайҙар, һиндтар һәм африкандар таш һәм каури ҡабырсаҡтарын түләү сараһы итеп ҡулланған. Шул уҡ дәүерҙә европалылар һатып алыу-һатыу килешеүҙәрен үткәреү өсөн мал, тире һәм мал тиреләре менән файҙалана[3][2].

Байрамға нигеҙ һалыуҙың аныҡ датаһы билдәһеҙ, әммә тап 17 апрелдә тәүге тапҡыр аҡса менән һатып алыу-һатыу килешеүе төҙөлгән тип иҫәпләнә. Был килешеүҙең нескәлектәре, йылы һәм урыны билдәһеҙ, әммә тап ошо ваҡиға байрамды булдырыуҙың төп сәбәбе.

Аҡса һуғыу станогы

Рус дәүләтендә тәүге тәңкәләр VIII быуат аҙағында — IX быуат башында күренә башлай. Улар ғәрәптәрҙең көмөш дирхемдары булған һәм тире, тоҙ, бал, малға алмашыу өсөн ҡулланылған. X быуат аҙағында Рәсәйҙең баҡыр тәңкәләре барлыҡҡа килә. Уға тиклем Византияның алтын һәм көмөш тәңкәләр әйләнештә булған. Ҡиммәтле тәңкәләрҙе һуғыу эше Мәскәү кенәзлегендә Дмитрий Донский ваҡытында 1374-1380 йылдарҙа башлана, ә беренсе аҡса реформаһы Елена Глинская идаралығы осоронда 1535 йылда үткәрелә. Көмөш ҡойолған беренсе һум Түбәнге Новгородта һуғыла. X быуат һуңы XI быуат башында, Изге кенәз Владимир идара иткән осорҙа, бөтә тәңкәләр алтын йәки көмөштән эшләнгән һәм «златник» һәм «сребреник» тип аталған.

Заманса ҡағыҙ аҡсаларҙың прототибы тәүге тапҡыр 910 йылда Ҡытайҙа барлыҡҡа килә. Рәсәй империяһында ҡағыҙ аҡсалар Екатерина II ваҡытында 1769 йылда индерелә. Улар ассигнациялар тип атала һәм бурыс распискаларын хәтерләткән[4].

Ваҡыт үтеү менән донъяның бөтә илдәрендә банкноталар баҫтырыу һәм тәңкәләр һуғыу көйләнә, уларға статус һәм әһәмиәт бирелә. Аҡса сығарырға дәүләттең үҙәк банкы ғына хоҡуҡлы була, банк уларҙың номиналын, милли валюта курсын һәм аҡса әйләнешенең башҡа параметрҙарын билдәләй. Ҡағыҙ аҡса етештереү өсөн материал булып пластик һәм туҡыма ептәр өҫтәлгән мамыҡ, етен һәм абака ҡулланыла. Тәңкәләр ҡиммәтле металдар, баҡыр, алюминий, никель, цинк, платина һәм палладий иретмәләренән һуғыла[5][6].


Бөтә донъя аҡса көнөндә лекциялар, тренингтар һәм семинарҙар йәмәғәт һәм мәҙәни-мәғариф сараларын үткәрелә. Шулай уҡ был көндө күргәҙмәләр ойошторола, унда төрлө тарихи дәүерҙәрҙәге һәм илдәрҙәге банкноталар һәм тәңкәләр күрһәтелә.

Тематик сараларҙа коллекционерҙар: тәңкә йыйыуысы нумизматтар һәм ҡағыҙ купюраларға өҫтөнлөк биреүсе бонистар ҡатнаша. Күргәҙмәләрҙә һирәк осраған уникаль экспонаттар күрһәтелә, уларҙың хаҡы номиналынан күп тапҡырға артығыраҡ була[6][4]. Мәҫәлән, 1920-се йылдарҙа һуғылған ярты тинлек совет тәңкәһе ошондайҙ уникаль экспонат булып иҫәпләнә.

  • Донъяның күпселек ҡағыҙ аҡсалар бактериялар менән ҡапланған. Оксфорд университетында бер нисә илдең аҡсаларын тикшергәндәр һәм иң бысраҡ аҡса тип 100 юань таныла, 180 меңдән ашыу бактерия табыла.
  • Банкнотаны 30-50 мең кеше ҡулланғандан һуң ул яраҡһыҙ хәлгә килә. Манкнотаның номиналы бәләкәйерәк булған һайын тиҙерәк туҙа.
  • Фунт стерлинг донъялағы иң боронғо валюталарҙың береһе, ул әле лә ҡулланыла. Британия валютаһы VIII быуатта индерелгән.
  • Беренсе банкомат 1966 йылда патентланған. Шотланд инженеры Джеймс Гудфеллоу клиенттарҙы идентификациялау өсөн пин-код уйлап таба. Башта код алты цифрҙан торған, әммә уйлап табыусының ҡатыны дүрт һан ғына хәтерләй алған, шуға күрә Гудфеллоу пин-кодты ҡыҫҡартҡан.
  • 100 долларлыҡ банкноталарҙың бер миллион данаһының ауырылығы 10 килограмдан ашыу[7][8].
  1. Какой сегодня праздник: 17 апреля. РИА Новости (17 апрель 2024). Дата обращения: 17 апрель 2024.
  2. 1 2 17 апреля: какой праздник сегодня отмечают в России и мире. Lenta.ru. Дата обращения: 17 апрель 2024.
  3. Евгений Жуков. Международный день кофе и День денег: какие праздники отмечают в России и мире 17 апреля. Вечерняя Москва (17 апрель 2024). Дата обращения: 17 апрель 2024.
  4. 1 2 Деньги: история денег. sravni.ru. Сравни. Дата обращения: 17 апрель 2024.
  5. Сегодня отмечается День денег. saratov24.tv. Саратов 24 (7 апрель 2023). Дата обращения: 17 апрель 2024.
  6. 1 2 Международный день денег. astromeridian.ru. Дата обращения: 17 апрель 2024.
  7. Интересные факты о деньгах. iqsha.ru (13 август 2021). Дата обращения: 17 апрель 2024.
  8. 20 интересных фактов о деньгах. turkmenportal.com. Дата обращения: 17 апрель 2024.