Валюта курсы

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Валюталарҙың конвертацияланыуы идеяһы һүрәтләнеше

Валю́та курсы — бер илдең аҡса берәмегенең икенсе илдең аҡса берәмеге, затлы металдар, ҡиммәтле ҡағыҙҙар менән баһаланған хаҡы (котировкаһы).

«Валюта алмаштырыу» төшөнсәһе уның конвертацияланыу билдәһе менән бәйләнгән. Валютаныңконвертацияланыу кимәле валюта операцияларын дәүләт көйләүе механизмы менән билдәләнә. Әгәр илдә резиденттарға һәм резидент түгелдәргә валюта менән эш итеүҙә сикләүҙәр ҡулланылмаһа, уның валютаһы ирекле конвертацияланыусы тип атала, ә валюта менән операцияларҙың бөтә төрҙәренә лә тиерлек закон тарафынан сикләүҙәр ҡуйылған булһа, ул конвертацияланмай торған валюта тип йөрөтөлә. Илдә ҡайһы бер операцияларға ғына сикләүҙәр булһа, уның валютаһы өлөшләтә конвертацияланыусы була. Валютаның конвертацияланыу ирке илдең иҡтисади тотороҡлолоғона нигеҙләнә, йәғни валюта алмаштырыуға законлы рөхсәт кенә етмәй, валютаның ышаныслылығы һәм илдең иҡтисади хәленә баһа ла мөһим[источник не указан 368 дней]. Шулай итеп, конвертацияланыу — ул валютаның валюта баҙарҙарында башҡа валюталарға һәм ҡабат үҙ дәүләте валютаһына ирекле алмаштырыла алыу һәләте.

Конвертацияланыусы валюталар өсөн курс нигеҙендә валюта паритеты ята [источник не указан 397 дней]. Ләкин валюталарҙың курстары уларҙың валюта паритеттарына бер ҡасан да тиерлек тап килмәй. Халыҡ-ара сауҙа шарттарында һәм башҡа тышҡы иҡтисади операциялар барышында сит ил валютаһындағы керемдәр һәм түләүҙәр һәм шуға ярашлы сит ил валютаһын алыу һәм һатыу нисбәте һәр ваҡытта ла тиңлектә тормай. Түләү балансы актив булғанда был илдең валюта баҙарында сит ил валюталары курсы түбәнәйә, ә дәүләт аҡса берәмегенең курсы күтәрелә. Илдә пассив түләү балансы булғанда бының киреһе күҙәтелә [источник не указан 397 дней]. Шунлыҡтан күп илдәрҙә дәүләт валютаһының ҡаты рәсми курсы менән йәнәш ирекле курсы ла була. Рәсми паритет буйынса төрлө илдәрҙәге үҙәк милли банкылар һәм башҡа валюта-финанс учреждениелары, халыҡ-ара ойошмалар араһындағы хисаплашыуҙар башҡарыла [источник не указан 397 дней]. Айырым кешеләр һәм хосуси ойошмалар араһындағы хисаплашыуҙар ирекле курс буйынса бара.

Валюта курсын билгеләү (фиксациялау) алтын паритет (дәүләт аҡса берәмегендәге гарантияланған алтын миҡдары) йә халыҡ-ара договор буйынса тормошҡа ашырыла [источник не указан 397 дней]. Классик алтын стандартҡа ярашлы, йәғни үҙәк банкыла валюта алтынға ирекле алмаштырыла алғанда, валюта курсы уның алтын миҡдарына булған нисбәтенә ҡарап хасил ителә.

Ил хөкүмәте рәсми алмаштырыу курстарын (иҫәп курсын) урынлаштыра һәм улар махсус бюллетендәрҙә даими баҫылып тора. Рәсәйҙә һумдың рәсми курсы РФ Үҙәк банкы тарафынан билдәләнә. Был курс дәүләт бюджеты килемдәрен һәм сығымдарын иҫәпләгәндә, дәүләттең ойошмалар һәм граждандар менән түләү-хисаплашыу мөнәсәбәттәренең бөтә төрҙәрен, шулай уҡ һалым һалыу һәм бухгалтер иҫәбен ғәмәлгә ашырыу өсөн булдырыла.

Дәүләт аҡса берәмеген сит ил аҡса берәмегенә ҡарата фиксациялау валюта котировкаһы тип атала. Тура һәм кире (ситләтелгән) котировка була. Тура котировка — ул сит ил валютаһының дәүләт баҙарында хасил булған хаҡы. Ул котировкаланыусы валюта берәмегенә күпме үлсәм валютаһы тура килеүен күрһәтә. Кире (ситләтелгән) котировка үлсәм валютаһы берәмегенә күпме котировкаланыусы валюта берәмеге тура килеүен күрһәтә. Бер валютаның икенсеһенә ҡарата курсы өсөнсө валюта аша ла билдәләнә ала. Был осраҡта ул кросс-курс тип атала. Бындай котировкаларға ихтыяж ике валюта араһында тура алмашыу операциялары күләме сағыштырмаса әҙ булғанда һәм шул арҡала тура котировкалар әһәмиәтле күләмдәргә етмәгән осраҡта тыуа. Бынан тыш, хатта ышаныслы тура котировкалар булған хәлдә лә кросс-курсты иҫәпләгәндә башҡа төрлөрәк курс дәүмәле килеп сығырға мөмкин. Валюта курсы кимәлен күҙәткәндә ике төрлө курс барлығы күренә

• Һатыусының курсы (аск, уның буйынса банк валюта һата);

• Һатып алыусының курсы (бид, уның буйынса банк валютаны һатып ала).

Улар төрлө була, сөнки был осраҡта валюта операциялары килем алыу сараһы булып тора. Был курстар араһындағы айырма спред тип атала.

Рәсәй Федерацияһында Үҙәк Банк сит ил валюталары курсын валюта биржаларындағы һатыуҙар һөҙөмтәһендә, тура котировкалар ҡулланып, һумдарҙа билдәләй [источник не указан 397 дней].

Валюта курсының төрҙәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Тирбәлеүсе — һорау һәм тәҡдим һөҙөмтәһендә ирекле үҙгәреп тора һәм баҙар механизмын ҡулланыуға нигеҙләнгән.
  • Йөҙөүсе — валюта көйләүе механизмын файҙаланыу арҡаһында тирбәлеүсе валюта курсы. Дәүләт валюталары курстарының насар эҙемтәле киҫкен тирбәлеүенә юл ҡуймаҫ өсөн Европа валюта системаһына ингән илдәр валюта курстарының тирбәлештәрен бер-береһе менән яраштырыу тәжрибәһен ҡуллана.
  • Билгеләнгән (фиксацияланған) — дәүләттәр валюталары араһында закон менән билдәләнгән валюта паритетына нигеҙләнеп рәсми билдәләнгән нисбәт.

Халыҡ-ара алмашыу[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Нью-Йорк — донъяның финанс үҙәктәренең береһе

Халыҡ-ара сауҙа аҡса берәмектәрендә алып барыла. Һәр илдең үҙ валютаһы бар. Сит илдәрҙә тауар, хеҙмәттәр йә финанс активтары һатып алырҙан элек үҙ илеңдең валютаһын валюта баҙарында кәрәклегә алмаштырыу йә һатып алыу зарур. Халыҡ-ара сауҙа өсөн валютаның төп күләме донъяның финанс үҙәктәрендә һатыла.

Валюталарҙың курстарын һорау һәм тәҡдим билдәләй. Мәҫәлән, 1986йылдың башында АҠШ доллары 10 француз франкына алмаштырыла, ә ике йылдан инде ул 6 франк тора ине [источник не указан 397 дней] . Валюталарҙың алмаштырыу курстары үҙгәргән һайын был илдәрҙең импортланыусы йә экспортланыусы тауарҙарына хаҡтар ҙа үҙгәрә.

Иҫәпләшеү ысулы буйынса: паритетлы һәм фактик.

Курсты урынлаштырыу ысулы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Валюта курстарын асыҡлау йәһәтенән төп төшөнсә булып һатып алыу һәләте нисбәте тора (purchasing power parity — РРР), ул бер хаҡ законы тип аталған ҡағиҙәнән барлыҡҡа килә: бер илдәге тауарҙың хаҡы икенсе илдәге шул уҡ тауарҙың хаҡына тиң булырға тейеш; был хаҡтар төрлө валюталарҙа сағылғас, ошо хаҡтарҙың нисбәте бер валютаның икенсеһенә алмаштырылыу курсын билдәләй ҙә инде.

Әйтәйек, Pd — тауарҙың эске хаҡы (domestic price), ә Pf — уның икенсе илдәге хаҡы (foreign price). Уларҙың хаҡының нисбәте бер валютаны икенсеһенә алмаштырыу курсы булып тора.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Форекс
  • Валютный совет
  • Режим валютного курса

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]