Васильев Кирилл Александрович

Васильев Кирилл Александрович (1 ғинуар 1972 йыл) — Рәсәй социаль эшҡыуары. 2012 йылда эшләүселәре һаңғырау һәм насар ишеткән кешеләрҙән генә торған Рәсәйҙәге тәүге бөҙрәхана «Nadin» салонын ойоштороусы һәм уның етәксеһе[1][2][3].

Биографияһы

Кири́лл Алекса́ндрович Васи́льев 1972 йылдың 1 ғинуарында Мәскәү өлкәһенең Долгопрудный ҡалаһында тыуған. Ике йәшлек сағында грипп менән ауырыу һөҙөмтәһендә ишетеү һәләтенең 95 процентын юғалта[1]. Юғары белемде Мәскәү дәүләт ғәмәли биотехнологиялар университетында алған. Ун биш йыл дауамында инженер-конструктор булып эшләй[4].

Мәрхәмәтлелек бөҙрәханаһы асыу тураһындағы идеяһы 2010 йылда барлыҡҡа килә. 2012 йылда уны тормошҡа ашыра — ҡатыны менән бергәләп хеҙмәткәрҙәре һаңғырау һәм насар ишеткән кешеләрҙән генә торған Рәсәйҙәге тәүге бөҙрәхана — «Nadin» салонына нигеҙ һалалар[3][5][6].

2013 йылда Кирилл Васильев «Социаль эшҡыуарлыҡ. Йәмғиәт һәм бизнес ихтыяждарының берҙәмлеге» (рус. «Социальное предпринимательство. Единство интересов общества и бизнеса») темаһына арналған түңәрәк өҫтәлдә ҡатнаша[7].

Социаль эшҡыуар Кирилл Александрович Васильев «Насар ишетеүселәр берекмәһе» (рус. «Объединение слабослышащих») ойошмаһы, Deafnet.ru һәм Gluxix.net интернет ресурстары менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итә[8]. Васильевтың пландарында Рәсәй Федерацияһында бөҙрәханалар селтәрен асыу, һәм тағы насар ишетеүселәр өсөн автомашинаны йыуыу хеҙмәтен асыу һәм артабаг автосервисға тиклем күтәреү[3].

Ғаиләһе

Кирилл Васильевтың ҡатыны — Надежда Шарапова, ишетеү һәләте буйынса инвалид, парикмахер һәм «Nadin» компанияһының ойоштороусыларының береһе. Ғаиләлә ҡыҙҙары Дария тәрбиәләнә, ул үҙенең ата-әсәһенә ойошма менән идара итеүҙә ярҙам итә[3].

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 Кирилл Миловидов. Парикмахерская для глухих открылась в Москве. Милосердие.ру (19 июнь 2012). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 июнь 2015.
  2. Виктория Лашкул. Открыта первая в России парикмахерская для глухих. www.voginfo.ru. DeafNet (22 июнь 2012). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 июнь 2015. 2015 йылдың 18 май көнөндә архивланған.
  3. 1 2 3 4 Елена Шамраева. Проблемы со слухом – не проблема для бизнеса. «Дождь». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 июнь 2015.
  4. Салон-парикмахерская NADIN. Гордость России (31 ғинуар 2014). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 июнь 2015.(недоступная ссылка)
  5. Алена Гетман. Частное дело. Парикмахерская для глухих. Большой город (5 май 2012). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 июнь 2015. 2015 йылдың 18 май көнөндә архивланған.
  6. Салон-парикмахерская NADIN. vmdaily.ru. D/Slife.ru (22 август 2012). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 июнь 2015.
  7. В Центральном Доме Предпринимателя состоялся Круглый стол на тему "Социальное предпринимательство. Единство интересов общества и бизнеса". Фонд развития социальных инноваций. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 июнь 2015. 2016 йылдың 4 март көнөндә архивланған.
  8. Салон-парикмахерская NADIN г. Москва. Банк социальных идей. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 июнь 2015.