Ваҡ тауискүҙ
Ҡылыҡһырлама
Үрсеүе
Асыҡ-көрән, овал рәүешендәге йомортҡаһын мал аҙығы үҫемлектәренең һабағына һала. Ҡарышлауығы йәшел, эре, сағыу-һары йәки ҡыҙыл сөйәл менән ҡапланған. Үҫемлектәрҙә тығыҙ ҡорт йомғағында ҡурсаҡлана. Ҡурсағы ҡара‑көрән. Башҡортостан шарттарында йылына 1 быуын үҫә. Ҡурсағы ҡышлай. Күбәләктең осоп сығыу ваҡыты апрель—июнь, инә күбәләк төндә оса, ата күбәләк — көндөҙ. Ҡарышлауығы ҡайын, имән, роза һымаҡтарҙың япрағы менән туҡлана, имаголары туҡланмай. Башҡортостандың таулы‑урманлы райондарында осрай. Башҡортостан Республикаһының Ҡыҙыл китабына индерелгән.
Галерея
Сәнғәттә
Ваҡ тауискүҙ Ван Гогтың 1889 йыл төшөргән бер картинаһында һүрәтләнгән. Тик уны рәссам яңғылыш икенсе төрлө атаған. «Бражник мёртвая голова». Бабочка изображена на цветах аронника.
Иҫкәрмәләр
Ваҡ тауискүҙ // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
Әҙәбиәт
- Chinery, Michael. Collins Guide to the Insects of Britain and Western Europe, 1986 (Reprinted 1991).
- Skinner, Bernard. Colour Identification Guide to Moths of the British Isles, 1984.
- Waring, Paul, Martin Townsend and Richard Lewington. Field Guide to the Moths of Great Britain and Ireland, 2003.