Ваҡ ярғанат

Ваҡ ярғанат йәки Эңер ярғанаты (лат. Nyctalus leisleri, рус. Малая вечерница[1][2], рус. вечерница Лейслера[2]) — һөтимәрҙәр класы ярғанаттар отрядындағы төр. Шыма моронло ярғанаттар ғаиләһенә ҡарай. Фәнни исеме немец зоологы Иоганна Лейслера хөрмәтенә бирелгән.

Таралыу ареалы

Көнбайыш һәм Үҙәк Европанан Афғанстан һәм Кәшмирға тиклемге территорияларҙа таралған. Рәсәйҙә көньяҡ-көнбайышта, Кавказда һәм Алтай тауҙарыында осрай. Болондар һәм һыу ятҡылыҡтары булған киң япраҡлы һәм ҡатнаш урмандарға өҫтөнлөк бирә. 1000 километр самаһы миҙгелле миграция яһай ала. Барлыҡ ареалда ла һирәк осрай торған төр.

Ҡылыҡһырлама

Кәүҙәһе оҙонлоғо 5866 миллиметр, ауырлығы 1220 грамм самаһы булған ярғанаттар. Кәүҙәһенең бәләкәй булыуы башҡа киске ҡоштарҙан ныҡ айыра. Төҫө ҡыҙғылт көрәндән ҡара-көрәнгә тиклем.

Ғәҙәттә, 20-40 заттан торған төркөмдәр булып ағас ҡыушлығында, инә ҡоштар ата ҡоштарҙан айырым йәшәй. Ярғанаттар инеү урыны түңәрәк булған ағас ҡыуыштарын хуп күрә, сөнки улар ҡанаттарын йыйып, ҡыуыш эсенә һикерергә һәләтле. Ҡояш байығандан һуң һунарға осалар, әммә һалҡын көндәрҙә киске һунар булмай. Ҡуңыҙҙар, күбәләктәр, себендәр кеүек осопусы бөжәктәр менән туҡлана.

Эхолокация үҫешкән, 45—15 кгц диапазонында, максималь амплидудаһы 25 кгцлы, юғары интенсивлыҡтағы сигналдар ярҙамында торошон билдәләй.

Инә ҡоштар ғәҙәттә июнь айында бала таба, 1—2 балаһы була. Ваҡ ярғанаттың ғүмер оҙонлоғо 9 йыл тирәһе.

Иҫкәрмәләр

  1. Млекопитающие. Большой энциклопедический словарь / науч. ред. д. б. н. И. Я. Павлинов. — М.: ACT, 1999. — С. 41. — 416 с. — ISBN 5-237-03132-3.
  2. 1 2 Соколов В. Е. Пятиязычный словарь названий животных. Латинский, русский, английский, немецкий, французский. 5391 назв. Млекопитающие. — М.: Русский язык (издательство), 1984. — С. 74. — 352 с. — 10 000 экз.