Вена халыҡ операһы
Вена халыҡ операһы, шулай уҡ Фольксопер (нем. Volksoper Wien) — Венала Вена операһынан ҡала икенсе опера театры. Сентябрҙә башланып июлдә тамамланған миҙгел эсендә театр өс йөҙ самаһы тамаша ҡуя. 1473 урынға иҫәпләнгән, өҫтәмә рәүештә баҫып тороусы 102 кешене һыйҙыра ала. Фольксопер репертуары традицион рәүештә немец телендәге оперетта һәм опера менән бәйле. Хәҙер унда опера, оперетта, зингшпиль, мюзикл һәм балет ҡуйыла.
Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Театр 1898 йылда төҙөлә. Башта Фольксопер Франц Иосиф Беренсенең идара итеүенең 50 йыллығы хөрмәтенә Император юбилейы ҡала театры (нем. Kaiser-Jubiläums-Stadttheater) атамаһын ала һәм бары тик пьесалар ғына ҡуйыла. Әммә 1903 йылда сәхнәгә опера һәм оперетта сығарыла башлай.
1906 йылда беренсе капельмейстер дирижер Александр Цемлинский була. Тәүге «Һағыш» һәм «Саломея» постановкалары 1907 һәм 1910 йылдарҙа ҡуйыла. Бында бөтә донъяға билдәле опера йырсылары Мария Ерица һәм Рихард Таубер сығыш яһай. Беренсе донъя һуғышы йылдарында Фольксопер Венаның популярлыҡ буйынса икенсе урында тора, әммә 1929 йылда репертуарын алмаштыра һәм водевилдәргә өҫтөнлөк бирә башлай. Икенсе донъя һуғышынан һуң театр хәрби хәрәкәттәр барышында емерелгән Вена дәүләт операһының өҫтәмә сәхнәһенә әүерелә. 1955 йылда Вена халыҡ операһы тәү баштағы ролен кире ҡайтарып, опералар, оперетталар һәм мюзиклдар ҡуя башлай. 1983 йылда Фольксоперҙың СССР-ҙа гастролдәре үтә[1]. Мәскәүҙә спектаклдәр К. С. Станиславский һәм Вл. И. Немирович-Данченко исемендәге театрҙа ҡуйыла. Программала И. Штраустың «Летучая мышь», Ф. Легарҙың «Веселая вдова», И. Кальмандың «Королева чардаша» («Сильва») оперетталары, шулай уҡ гала-концерт була. Театр директоры (2007 йылдан) — Роберт Мейер, художество етәксеһе — Штрассер Дитмар, баш дирижеры (2016 йылдың апреленә ҡарата) юҡ.
Театрҙың тиҫтәләрсә йылдар патриотик сәйәсәтенең мөһиме һыҙаты булып немец телендәге әҫәрҙәрҙе, ситтелдәрҙәген немец теленә тәржемә итеп (атама шунан килеп сыҡҡан да инде Volksoper, тура тәржемәлә — халыҡ операһы) сәхнәләштереү тора. XXI быуатта яйлап сит телдәрҙәге әҫәрҙәрҙе — бигерәк тә Америка мюзиклдарын — шул телдә башҡарыу тәжрибәһе индерелә. Бик йыш вокал партияларындағы диалогтар немец һәм инглиз телендә аралаштырылып алып барыла.
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Викимилектә Венская народная опера темаһы буйынса медиафайлдар бар.
- Официальный сайт на английском