Вепстарҙың Яңы йылы
Вепстарҙың Яңы йылы — Сюндума (төньяҡ вепстарҙа — sunduma, урта вепстарҙа — sundum, көньяҡ вепстарҙа — sunduni) ҡышҡы ҡояш торошо көнөндә, 22 декабрь билдәләнә. Сиркәү йоғонтоһо менән был осор (святки) Христос Раштыуаһынан алып (төньяҡ һәм урта вепстарҙа — Rastvad, көньяҡта — Rasta) Крещениеға тиклем ( төньяҡта — vederist-mad, уртала — vederistmad, көньяҡта — vederistim) һуҙыла[1].
Байрамға әҙерләнеү
Яңы йыл байрамдарына ентекле әҙерләнгәндәр: өйҙө йыуғандар, аҙыҡ-түлек туплағандар, иң тәмле аш-һыу бешергәндәр. Байрамдарҙа өҫтәл мул булырға тейеш булған: был ғаилә именлегенә йыл буйына булышлыҡ итәсәк тип иҫәпләнгән. Был инаныу әле лә бар: байрам табынында өҫтәлдә аҙыҡ бөтмәҫкә тейеш, сөнки бөтһә, йыл ас буласаҡ. Байрам көндәрендә ят кешеләргә бер нәмә лә бирергә ярамай, хатта бурысҡа ла. Өйҙән дә бер нәмә лә сығарып бирергә ярамай — тоҙ, ярма, аҡса, әйбер һәм башҡаларҙы — биргән хәлдә, муллыҡ көтмә.
Байрам йолалары һәм ғөрөф-ғәҙәттәре
Яңы йылды ҡаршылар алдынан мотлаҡ сиркәүгә барғандар. Вепстарҙың һәр ауылында тиерлек элек-электән часовнялар — алтары булмаған бәләкәй сиркәүҙәр төҙөлә. Улар крәҫтиән общинаһы аҡсаһына, йышыраҡ «нәҙер буйынса» — уңыш булмауы, мал-тыуарҙың һәләк булыуы һәм башҡалар арҡаһында төҙөлгән. Часовняларҙы ауыл сите, урман юлдары, күлдәр, шишмәләр буйына ҡорғандар. Уларҙы крәҫтиән мөхитендә иң ололоҡло — Илья, Георгий, Никола, Фрол, Лавр һәм башҡалар хөрмәтенә изгеләндергәндәр һәм ҙур байрамдар алдынан уларға мотлаҡ барғандар.
Шул уҡ ваҡытта вепстар йорт, ихата, һыу, мунса (әйткәндәй, был рухты улар иң яуызы тип һанаған) һәм башҡа эйәләргә ышанғандар. Халыҡ мифологияһында был эйәләрҙең барлыҡҡа килеүе тураһында ошондай легенда бар: Алла ерҙе барлыҡҡа килтергәндә, Иблис уға көнләшкән һәм ҡамасаулаған. Алла асыуланған, уны тотоп, һаҙлыҡҡа ташлаған. Иблис ҡолаған ерҙә ҙур тишек барлыҡҡа килеп, унан ҡара көстәр сыҡҡан. Улар урманда (урман эйәләре, шүрәлеләр), йылғала (һыу эйәләре) төпләнгән, ә ҡайһы берәүҙәре кеше торлағына (өй эйәләре) өҫтөнлөк биргән. Әммә улар менән иҫәпләшергә тура килгән, шуға күрә яңы йылдың беренсе көнөндә вепстар йыш ҡына иғәнәләр эшләгән: мәҫәлән, быйыл яҡшы уңыш алырға ярҙам итһен өсөн «иген рухына» бер көршәк бутҡа ултыртҡандар. Тағы ла «һыуыҡты ашатыр» өсөн махсус бутҡа бешергәндәр һәм урамға ырғытҡандар[2].
Раштыуа йәки Яңы йылдың тәүге көнөндә һәр хужабикә барыһынан да алдараҡ уянырға тырышҡан һәм һыу алырға ҡоҙоҡҡа йүгергән. Һыу һөт ризыҡтарының муллығы символы булып иҫәпләнгән. Вепстар Яңы йыл төнөндә ауыл хужабикәһеләренән кем тәүгеләрҙән булып боҙло һыу ала, шул йыл буйына иң күбе ҡаймаҡ һәм һөт өҫтө йыясаҡ тип ышаналар.
Яңы йылда өйгә килгән тәүге кешенең енесенә ҡарап йыл буйына ғаиләнең бәхете һәм именлеген белергә була, ти вепстар. Ир-егеттең килеүе — ыңғай билдә, ә ҡатын-ҡыҙҙың килеүе — кире билдә, тип ышаналар. Көньяҡ вепстарҙа был турала «Ҡатын-ҡыҙ беренсе килһә, балта һабы һынасаҡ», «Әгәр ҡатын-ҡыҙ килһә, ҡамыт өҙөлөр» («Hamar hauktob, bude tuleb edo akal'rie», «L'anged rebineb, bude tuleb edo akal'rie») тигән әйтемдәре булған. Хужалар теләмәгән беренсе килеүсенән ҡотолор өсөн ҡулдарынан килгәндең барыһын да эшләгән: уны һепертке менән ҡыуғандар, әрләгәндәр, ишектәрен бикләгәндәр, ә ҡатын-ҡыҙҙар Раштыуаның тәүге көнөндә һәм Яңы йылда өйҙә ҡалырға тырышҡандар, ата-әсәләр балаларын да бер ҡайҙа ла ебәрмәгәндәр.
Коляда ла, ҡағиҙә булараҡ, балалар Раштыуа алдынан, ләкин белоозер вепстарында — Яңы йыл алдынан шөғөлләнгәндәр. Крәҫтиән өйҙәренең тәҙрә төбөндә улар коляда йырҙарын вепс йәки рус телендә йырлайҙар. Йырҙарҙа бөтә ғаиләгә именлек теләге яңғырай. Йыр башҡарыусылар бәлештәр йәки аҡса менән бүләкләнәләр. Вепс колядаларында йышыраҡ малсылыҡта уңыштар теләү була: — Kol'ada, kol'ada! Homen rastvad! Kel eile pirogad? Ken andad leposkad, Ka sille vodeks zivatoid! - Коляда, коляда! Иртән Раштыуа! Кемдә бәлеш юҡ? Кем күмәс бирә, шуға йыл буйына мал-тыуар!
Шулай уҡ байрамға кейенешкәндәр, бигерәк тә төрлө хайуандар һәм ҡоштар булып. Тағы ла егеттәр ҡыҙҙар, ә ҡыҙҙар егеттәр кейемен кейгәндәр.
Йәштәр ҡайһы саҡта, йола буйынса шаярғандар: утынлыҡтан утындарҙы бәргеләнгәндәр, сүп-сар ташлағандар, кәртәне һүткәндәр, өйгә ингән ишектәрҙе һыу менән туңдырып ҡуйғандар һәм башҡалар. Бындай ғәмәлдәр ҡасандыр һаҡлау һәм таҙартыу мәғәнәһенә эйә тип һаналған — улар, халыҡ күҙаллауынса, күсеү осоронда һәр ваҡыт әүҙем булған, ә был осраҡта — иҫке йылдан яңы йылға күскән ваҡытта ҡара көстәргә ҡаршы йүнәлтелгән булған[3].
Хәҙерге ваҡытта вепстарҙың йолалары заманса Яңы йыл байрамын үткәреү менән тулыһынса тиерлек алмаштырылған. Тик байрамға кейенешеү генә тороп ҡалған. Заманса сараға кейенәләр, ғәҙәттә, тыуған ауылдарына каникулға ҡайтҡан йәштәр генә.
Яңы йылда тәҡдим ителгән аш-һыу
Раштыуа һәм Яңы йыл байрамдарында өйҙә йәшәүселәргә йыл туҡ булһын өсөн өҫтәлдә мөмкин тиклем күберәк ризыҡ булырға тейеш. Вепстарҙың өҫтәлендә төп ризыҡ булып бойҙай ононан, эслегендә талҡан булған йәки шәкәр ҡомо һибелгән, майҙа ҡыҙҙырылған бәлештәр һаналған. Төньяҡ вепстар байрамға ҙур түңәрәк арыш икмәге kourug бешергән. Шулай уҡ мотлаҡ рәүештә арпа бутҡаһы (suurin kas) әҙерләгәндәр. Көньяҡ вепстарҙа ла бутҡа мотлаҡ яңы йыл аҙығы тип һаналған, ләкин ул арыш ононан бешерелгән.
Күрәҙәлек итеү
Святки осоронда (ә вепстарҙа ул 22 декабрҙән 6 ғинуарға тиклем дауам итә) төндә күрәҙәлек иткәндәр. Төндә киҫелешкә барып, ҡолаҡ һалырға кәрәк булған. Яңғырау тауыштар ишетелһә — туй көт, әгәр һаңғырау булһа — үлемгә.
Ошо күрәҙәлек популяр булған: ҡыҙҙар түңәрәк ҡороп ултырған, һәр береһе алдарына бер ус иген һибкәс, әтәсте сығарғандар: әтәс кемдең бойҙайын тәүҙә ашай, шул беренсе булып кейәүгә сығасаҡ.
Вепс ҡыҙҙары ҡайһы бер күрәҙәселек өсөн талҡан ҡамырынан бешерелгән байрам бәлештәрен ҡулланғандар. Бер бәлеште мотлаҡ тоҙ менән эшләгәндәр —ышаныуҙарына ярашлы, кемгә тоҙло бәлеш эләккән, шул беренсе булып кейәүгә сығасаҡ[4].
Иҫкәрмәләр
Был мәҡәләгә Рувикиның башҡа мәҡәләләре һылтанмай. |