Викулин Иван Михайлович

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Ғилми дәрәжә физика-математика фәндәре докторы[d]
Гражданлығы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
СССР дәүләт премияһы Премия Совета Министров СССР
Эш урыны
Заты ир-ат
Уҡыу йорто
Тыуған көнө 2 май 1940({{padleft:1940|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:2|2|0}}) (84 йәш)
Һөнәр төрө математик
Тыуған урыны

Викулин Иван Михайлович (2 май 1940 йыл) — ғалим-физик, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Физика-математика фәндәре докторы (1975), профессор (1977 ). СССР-ҙың Дәүләт премияһы (1988) һәм СССР Министрҙар Советы премияһы (1990) лауреаты. Украинаның атҡаҙанған уйлап табыусыһы (1992).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иван Михайлович Викулин 1940 йылдың 2 майында Башҡорт АССР-ы Әбйәлил районы Һамар ауылында тыуған. 1957 йылда урта мәктәпте тамамлай. Орск-Хәлил металлургия комбинатында электрик булып эшләй (1957—1959).

1964 йылда Томск дәүләт университетының радиофизика факультетын тамамлай, ярымүткәргесле приборҙар ғилми-тикшеренеү институтының лаборатория мөдире итеп тәғәйенләнә.

1969 йылда кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай.

1969 йылдан И. И. Мечников исемендәге Одесса дәүләт университетының (хәҙер — И. И. Мечников исемендәге Одесса милли университеты) физик электроника кафедраһында өлкән уҡытыусы, доцент (1970) булып эшләй.

1975 йылда «Физические основы полупроводникових сенсоров» темаһы буйынса докторлыҡ диссертацияһы яҡлай. Одесса дәүләт университетының физик электроника кафедраһында профессор булып эшләй (19751986).

1986 йылдан — А. С. Попов исемендәге Украина дәүләт элемтә академияһының физика кафедраһы мөдире.

1992 йылдан — Украина элемтә Академияһы вице-президенты, Украинаның атҡаҙанған уйлап табыусыһы.

1994 йыл — БМО-ның ассоциацияланған ағзаһы — Халыҡ-ара информатизация академияһы академигы.

Фәнни эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ярымүткәргесле датчиктар фәнни мәктәбен ойоштора. Ярымүткәргесле синтетик алмаз нигеҙендә яңы типтағы приборҙар, фото-һиҙгер һәм магнит-һиҙгер транзисторҙар, оптик нурланыш модуляторҙары эшләй.

Ярымүткәргесле магнитокеруемый приборҙарҙың физик нигеҙҙәрен эшләгәне өсөн СССР дәүләт премияһы бирелә (1988).

Ярымүткәргесле варикаптар (үҙгәреүсән һыйҙырышлы диод) булдырғаны өсөн СССР Министрҙар Советы премияһы бирелә (1990).

10 китап, 145 мәҡәлә, 120 уйлап табыуға авторлыҡ таныҡлығы һәм патент авторы.

Хеҙмәттәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Физика полупроводниковых приборов / И. М. Викулин. — М. : Радио и связь, 1980.
  • К вопросу об изменении проводимости полупроводников при эксклюзии / И. М. Викулин, В. И. Ирха // Информатика и связь : сб. научных трудов. — Одесса, 1997. — С. 117—122.
  • Электролюминесценция в ассимметричных р-n структурах / И. М. Викулин, В. Э. Горбачев // Наукові праці УДАЗ ім. О. С. Попова. — 2000. — № 1. — C. 8.
  • Розвиток фізико-технологічних основ, розробка і організація серійного виробництва елементів і систем оптоелектроніки : монографія / В. Г. Вербицький, І. М. Вікулін, П. П. Воробієнко [та ін.] ; наук. ред. Г. О. Сукач ; М-во транспорту та зв'язку України. – Київ : Логос, 2009. — 239 с.
  • Влияние радиации на термочувствительность биополярных транзисторов / И. М. Викулин, В. Э. Горбачев, Ш. Д. Курмашев // Наукові праці ОНАЗ ім. О. С. Попова. — 2015. — № 2. — С. 12-19.
  • Варисторы из монодисперсных керамических порошков, полученные с помощью лазерного излучения / И. М. Викулин, В. Э. Горбачев, Ш. Д. Курмашев // Наукові праці ОНАЗ ім. О. С. Попова. — 2016. — С. 29-34.

Наградалары һәм маҡтаулы исемдәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • СССР-ҙың Дәүләт премияһы,
  • СССР Министрҙар Советы премияһы,
  • Украинаның атҡаҙанған уйлап табыусыһы (1992].

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]