Витязь (рус фольклоры)

Витязь — Боронғо Рустә ҡыйыу һуғышсы, бәһлеүән[1]. Бәһлеүәндәр кенәз һәм воеврда дружинаһында хеҙмәттә тора[2] һәм ғәййәрлеге, намыҫлылығы һәм тоғролоғо менән айырылып тора. Был һыҙаттарында Европаның урта быуат рыцарҙары менән уртаҡлыҡтары күренә. Витяздар ғәҙәттә абруйлы даирәнән сыға, хеҙмәте өсөн аҡса ала[3]. Улар походтарға юллана, ил сиген дошман баҫҡынсылығынан һаҡлай, сауҙа менән шөғөлләнә, ерҙә эшләй һәм Рустең сәйәси тормошонда ҡатнаша. Витяздар дәүләттең урта быуат йәмғиәтендә мөһим роль уйнай һәм ҡаһарманлыҡ, рыцарь даны символы булып тора[4].

Иҫ киткес көскә эйә булған бәһлеүәндәрҙән айырмалы, витяздәр — дәүләт хеҙмәтендә булған квалификациялы яугирҙар. Витязь — физик йәһәттән үҫешкән, буйсан, хәрби эштәрҙә уңышлы һәм яугирлыҡ сәнғәтен камил белгән яугир[5]. Боронғо Русь витяздарының ҡаһарманлығы, көсө, даны тураһында һөйләүсе бик күп сығанаҡтар бар, әммә уларҙың батырлығы ауыҙ-тел ижадында: әкиәттәрҙә, йылъяҙмаларҙа, былиналарҙа тупланған[3].

Этимологияһы

Тел белгесе Фасмерҙың этимологияһына ярашлы, «витязь» һүҙе иҫке норвег телендәге "vikingr"тан (викингтар) сыҡҡан[6]. Шул уҡ ваҡытта Фасмер уның дөйөм славян һүҙе булыуын, скандинав теленән үҙләштереү тураһындағы фаразды дәлилләп булмауын белдерә[7]. Бынан тыш, -ing скандинав суффиксы боронғо урыҫ телендә язь булараҡ түгел, ә яг булараҡ тәржемәләнә: vaering-варяг, kulfing-колбяг. Боронғо рус грамматикаһы ҡағиҙәләре буйынса «З» күплектә генә ҡулланылған: варяг-варяздар, ятвяг-ятвязь[8][9]. Шуға күрә viking скандинав һүҙе «викяг» йәиһә k/t гипотетик үҙгәреүе буйынса — «витяг» була, әммә бер нисек тә «витязь» була алмай[6].

Поляк-чех-лужица тикшеренеүселәре А. Брюкнер, К. Махек һәм Х. Шустер-Шевц хронологик һәм фонетик сәбәптәр буйынса һүҙҙе боронғо төп славян һүҙе тип иҫәпләй. Х. Шустер-Шевц уны боронғо «атлы яугир»ҙы белдерә ти: vitь — «табыш, трофей», иск.-слав. възвить — «файҙа, килем, бол»[10].

Өсөнсө этимология буйынса, «витязь» һүҙе «витингас» («лайыҡлы атлы яугир, рыцарь») тигән прус һүҙенән килеп сыға. Литва телендә уға «витис» (шул уҡ мәғәнәлә — «атлы яугир, рыцарь») һүҙе тап килә. Тап ошо этимология «к» түгел, ә «т» хәрефенең килеп сығыуын аңлата ла инде[11].

Терминды ҡулланыу

Был һүҙҙең беренсе теркәлгән ҡулланылышы 1460 йылдарҙа Переяслав йылъяҙмаһы (Повести временных лет) йылъяҙмаһында бирелгән[12].

XI—XVII быуаттарҙың рус теле һүҙлеге терминдың «король һағы, кенәз дружинаһы яугиры» мәғәнәһендә рус йылъяҙмаларында ҡулланылыуын күрһәтә. XV—XVII быуаттарҙа «ҡыйыу яугир, бәһлеүән» мәғәнәһендә рыцарь романдарын тәржемә иткәндә ҡулланыла[2][12]. П. Я. Черных уның XV быуаттан алда барлыҡҡа килмәүен һәм һирәк ҡулланылыуын аныҡлай, ә В. Д. Кузьмина уның ғәййәр һүҙен алмаштырыуына күрһәтә. XV быуатта был һүҙҙе мөәллиф Ефросин Белозерский йыш ҡуллана[12].

Брокгауз менән Ефрондың энциклопедик һүҙлегендә яҙылыуынса, был һүҙ йышыраҡ рус халыҡ әкиәттәрендә «еңеүсе, ҡыйыу, рыцарь, бәһлеүән» мәғәнәһендә осрай[13]. Рус теленең милли корпусында иң йыш ҡулланыу осоро XIX быуат башына, унан һуңғы күтәрелеш А. С. Пушкиндың һәм М. Ю. Лермонтовтың әҙәби эшмәкәрлеге осорона тура килә[14].

Иҫкәрмәләр

  1. Витязь // Большой толковый словарь русского языка / гл. ред. С. А. Кузнецов. — СПб.: Норинт, 1998.
  2. 1 2 Витязь // Словарь русского языка XI–XVII вв.. — М.: Академия наук СССР, 1975. — С. 194. Архивировано 15 апрель 2021 года.
  3. 1 2 Андрей Прохоров. Витязи Руси. А. Прохоров. art-prokhorov.com. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 ноябрь 2023.
  4. Русские витязи древней Руси. Rebusnik.ru. rebusnik.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 ноябрь 2023.
  5. Сергей Колибаба. Витязь — этимология. Проза.ру. proza.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 ноябрь 2023.
  6. 1 2 Витязь // Этимологический словарь Макса Фасмера.
  7. См. статью «витязь» в словаре Фасмера (1, 322—323).
  8. Макс Фасмер Этимолонический словарь, стр. 322—323 2020 йылдың 26 октябрь көнөндә архивланған..
  9. Ключевский В. О. Публицистика. — Directmedia, 2014-03-14. — 362 с. — ISBN 9785446044337. Архивная копия от 1 март 2017 на Wayback Machine
  10. Шустер-Шевц Х. Древнейший слой славянских социально-экономических и общественно-институциональных терминов и их судьба в сербо-лужицком языке // Этимология 1984. М.: Наука, 1986. С. 232.
  11. Древнерусский витязь как пишется. Портал по правильному написанию слов. pishigood.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 ноябрь 2023.
  12. 1 2 3 Бобров А. Г., 2007
  13. Витязь // Энциклопедический словарь Брокгауза и Ефрона : в 86 т. — 1890–1907.
  14. Распределение результатов поиска по датам (частота на миллион словоформ) с 1682 по 2022. Национальный корпус русского языка. processing.ruscorpora.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 ноябрь 2023.