Владимир I

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Владимир Святославич
Володи́мѣръ Свѧтосла́вичь
Vladimir I of Kiev.PNG
Coin of Vladimir the Great (reverse).svg
11 июнь 978 — 15 июль 1015
Алда эшләүсе Ярополк Святославич
Дауам иттереүсе Святополк Владимирович
970 — 988 тирәһе
Алда эшләүсе Святослав Игоревич
Дауам иттереүсе Вышеслав Владимирович
Тыуған 960 йылдар тирәһе
Будутино Псков өлкәһе
Вафат булған 15 июль 1015({{padleft:1015|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:15|2|0}})
Берестово Киев
Ерләнгән урыны Десятин сиркәүе, хәҙерге көндә ерләнгән урыны билдәһеҙ
Род Рюриковичи
Атаһы Святослав Игоревич
Әсәһе Малуша
Ҡатыны Рогнеда Полоцкая ( 978 йылдан),
исемдәре билдәһеҙ булған 4 ҡатын,
Анна Византийская (989 йылдан)
Балалары 13 улы, 10 ҡыҙы
Дине Мәжүсилек, Христианлыҡты ҡабул итә
Етәкләгән Варяжская стража[d]
Логотип РУВИКИ.Медиа РУВИКИ.Медиа файлдары

Влади́мир I Святосла́вич Влади́мир I (суҡынғандан һуң Василий) (Ҡалып:Lang-dru, 960 йыл тирәһе — 15 июль 1015) — 970 — 988 йылдарҙа Новгород кенәзе. Киев кенәзлегенең бөйөк кенәзе (980 йылдан). Киев кенәзе булған осорҙа Русь христиан динен ҡабул итә.

Бөйөк кенәз Святослав I -сенең кесе улы. Атаһы Владимир I-се 970 йылда Новгород ҡалаһы кенәзе итеп билдәләй. Святослав I-сенән вафатынан һуң, ситтән ғәскәри көс яллап, Киевты һуғышып ала, ағаһы Ярополкты үлтереп, атаһы тәхетенә ултыра (980). Бөйөк кенәз булараҡ Киев кенәзлеге биләмәләрен арттыру өсөн һуғыштар алып бара, 981 йылда Червенск ҡалаһын яулап ала, 981-82 йылдарҙа вятичтарҙы, 983 йылда ятвягларҙы, 984 йылда радимичтарҙы еңә. Яңы яуланган ерҙәрҙә ҡәлғә-калалар төҙөтә, идара итеү өсөн уҙ дружиналарын һәм боярҙарын билдәләй. 985 йылда Волга буйы Болғарына яу менән барыуы, солох килешүе төҙөүе мәғлүм. Болғарҙар иленә тағын 994, 997 йылдарҙа һөжөм иткән булыуы ихтимал. 993, 996 йылда бәжәнәктәр менән һуғыша. Василий I заманында тышҡы сәйәси элемтәләр нығытыла: Византия (987-89), Рим (991, 1001) һәм Германия (1006, 1013) менән дипломатик мөнәсәбәттәр урынаштырыла. Владимир I, уҙ хакәмиәтен нығытыу максатынан сығып, ҡайһы динде ҡабул итеү тураһында уйлана, төрлө дин әһелдәре, шул иҫәптән болғарҙар вәкилдәре менән дә осраша, кәңәшләшә. Византия менән илселек мөнәсәбәттәре урынаштырылғас, 988 йылда дәүләт дине булараҡ рәсми рәүештә христиан динен ҡабул итә. Шунан һуң Киев кенәзлегендә «ҡылыс һәм ут ярҙамында» яңы дингә күндерү хәрәкәте ҡолас йәйә, Киев менән Новгород ҡалаларында мәжүсиләрҙең табыныу урынары емертелә, яндырыла. Яңы дин ойошмалары булдырыуҙы һәм сиркәүҙәр төҙөүҙе күрше төбәк биләмәләренә лә көсләп таға. Владимир I идара иткәндә боронғо Русь дәүләтенең төп биләмәһе, идара тәртиптәре һәм яңы дине билдәләнә.

  • Джаксон Т. Н. Исландские королевские саги о Восточной Европе. М., 1993; Повесть временных лет. СПб., 1999.