Воениздат
Рәсәй Федерацияһы Оборона министрлығының хәрби нәшриәте, совет осоронда СССР Оборона министрлығының Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орденлы хәрби нәшриәте. СССР-ҙа һәм Рәсәйҙә иң боронғо һәм ҙур дәүләт нәшриәттәренең береһе.
Ҡыҫҡартылған атамалары: Воениздат, ВИ.
Тәғәйенләнеше
Нәшриәт Рәсәй Оборона министрлығы ихтыяждары өсөн рәсми һәм эшлекле хеҙмәт (асыҡ һәм ябыҡ) әҙәбиәт, башҡа министрлыҡтар һәм ведомстволар, йәмәғәт ойошмалары һәм шәхси кешеләр өсөн заказ буйынса төрлө баҫма продукция, авторҙарҙың шәхси китаптарын һәм плакаттар сығара.
Шулай уҡ нәфис һәм тарихи әҙәбиәт, һүҙлектәр һәм белешмәләр нәшер итә.
Тарихы
1919 йылдың 25 октябрендә Республика Революцион хәрби советы (Реввоенсовет) бойороғо менән Мәскәүҙә Реввоенсоветтың сәйәси идаралығы (рус. Политическое управление Реввоенсовета (ПУР)) составында «Литиздат ПУР» исеме аҫтында әҙәби-нәшриәт бүлеге булдырыла. Хәрби нәшриәт тарихы ошо бүлектән башлана[1].
1924 йылда Дәүләт нәшриәттәре берләшмәһе (рус. Объединение государственных издательств) — ОГИЗ-ға ингән Дәүләт хәрби нәшриәте (ВОЕНГИЗ) итеп үҙгәртелә[2].
Иҫкәрмәләр
- ↑ История книги в СССР, 1917-1921, 1985, с. 13
- ↑ Иванов, 1970, с. 34
Әҙәбиәт
- Иванов Г. К. Нотоиздательское дело в России: Историческая справка. — Москва: Советский композитор, 1970. — 62 с.
- История книги в СССР, 1917-1921 / Немировский Е. Л., Харламов В. И.. — Москва: Академия Наук СССР, 1985. — Т. 2.
- Калмыков С. П. Воениздат: история и современность. // Военно-исторический журнал. — 2011. — № 4. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 13 сентябрь 2024)
- Пайчадзе С. А., Савенко Е. Н. Военная книга в Сибири и на Дальнем Востоке: история издания и социальные функции (1917-1945 гг.). — Новосибирск: Издательство СО РАН, 1998. — 160 с.
Һылтанмалар
- Научно-образовательный портал «Большая российская энциклопедия». Воениздат. 21 марта 2024 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 13 сентябрь 2024)