Воронеж филармонияһы

Воронеж филармонияһы — Воронеж ҡалаһының концерт ойошмаһы

Тарихы

Воронеж филармонияһы 1937 йылда ойошторола. 1961 йылда ул элекке «Тауматограф» кинотеатр бинаһына урынлаша, хәҙерге ваҡытта ла шул бинала эшләй.

Бина

Бина 1908 йылда «Тауматограф» тип аталған ҡалала икенсе кинотеатр өсөн төҙөлә. 1915 йылда бина киңәйтелә. Фасадында һылап эшләнгән грифондар менән һүрәттәр барлыҡҡа килә, ә кинотеатрҙың исеме «Кино» тип үҙгәртелә. Революциянан һуң кинотеатрҙың исеме яңынан «Комсомолец» тип үҙгәртелә. 1943 йылда яңынан тергеҙелгәндән һуң бинала ҡыҫҡа ваҡытҡа фильмдар яңынан күрһәтелә башлай. Бер аҙҙан бында музыкаль комедия театры урынлаша, ә 1961 йылдан бина өлкә филармонияһына күсә[1]. 1950-се йылдарҙа майҙандың был яғындағы бөтә йорттарҙы бер кәрниз аҫтына ҡуйыу өсөн бинаны 4 ҡатҡа тиклем бейегәйтеп төҙөргә планлаштырыла [2].

Коллективтары

  • Воронеж Академик симфоник оркестры
  • Губернатор эстрада-тынлы оркестры
  • "Элегия" шиғриәт театры
  • Музыкаль-әҙәби лекторий
  • Урыҫ йырҙары ансамбле "Воронежские девчата"
  • "Отрада" ансамбле
  • урыҫ халыҡ музыкаһы, йыр һәм бейеү ансамбле "Балалайка"
  • Казак йыр ансамбле "Держава"
  • "Воронежские солисты" ансамбле
  • Воронеж филармонияһының ирҙәр хоры
  • "Арт-шоу групп"
  • Концов Николай Александрович
  • Воронеж филармонияһының "Big Band"

Иҫкәрмәләр

  1. История. Воронежская филармония. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 ноябрь 2015. 2016 йылдың 6 ғинуар көнөндә архивланған.
  2. Чесноков, 1999, с. 273

Әҙәбиәт

  • Чесноков Г. А. Архитектура Воронежа: история и современность. — Воронеж: Воронежская государственная архитектурно-строительная академия, 1999. — 396 с.

Һылтанмалар

Категориялар