Вячеслав Бутусов
Бутусов Вячеслав Геннадьевич (15 октябрь 1961 йыл, Красноярск крайы, Бугач ҡасабаһы[2]) — СССР һәм Рәсәй рок-музыканты, Nautilus Pompilius һәм «Ю-Питер» рок-төркөмдәренең лидеры һәм йырсыһы, яҙыусы.
Биографияһы
1961 йылдың 15 октябрендә Красноярск крайының Бугач ҡасабаһында тыуған. Атаһының һөнәре арҡаһында ғаиләләре йыш ҡына урындан урынға күсенеп йөрөй, Вячеславҡа Себерҙең төрлө ҡалаларында йәшәргә һәм уҡырға тура килә.
9-сы класта уҡығанда, ғаиләләре Сведловскиға күсеп килә, шунда Свердловск архитектура институтына уҡырға инә. Йәш архитектор Бутусов Свердловск метрополитенын проектлауҙа ҡатнаша. Беренсе курста Бутусов Дмитрий Умецкий менән таныша. Музыка менән мауыҡҡан ике йәш кеше йыш осраша һәм бергә музыка уйнай. 1983 йылда улар «Күсенеү» («Переезд») альбомын яҙҙыра. Шул уҡ йылда Бутусов Илья Кормилцев менән таныша. 1985 йылда уның менән үҙенең тәүге профессиональ альбомын яҙҙыра («Невидимка»).
Иҫкәрмәләр
- ↑ Troitsky A. Tusovka (ингл.): who's who in the new Soviet rock culture — Omnibus Press, 1990. — P. 138. — ISBN 0-7119-1469-9
- ↑ Ныне — микрорайон Красноярска