В. И. Ленин исемендәге Бөтә Союз пионер ойошмаһы
В. И. Ленин исемендәге Бөтә Союз пионер ойошмаһы | |
---|---|
![]() | |
составында | ВЛКСМ Үҙәк Комитеты |
Адресы | Мәскәү, Новая площадь, 8-се йорт |
Ойошма төрө | Балаларҙың коммунистик ойошмаһы |
Етәкселәре | |
Үҙәк бюро рәйесе |
Чаплин Николай Павлович (тәүге) |
ВЛКСМ Үҙәк Комитеты ҡарамағындағы үҙәк совет рәйесе |
Елена Евгеньевна Чепурных (һуңғы) |
Нигеҙләнгән | |
РКСМ-дың II Бөтә Рәсәй конференцияһы | 19 май 1922 йыл |
Бөтөрөлгән | |
ВЛКСМ-дың XXII ғәҙәттән тыш съезы | 28 сентябрь 1991 йыл |
Ойоштороусы | ВЛКСМ Үҙәк Комитеты |
гимн «Взвейтесь кострами, синие ночи» йыры | |
матбуғат баҫмалары: «Пионерская правда», «Пионер», «Юный техник», «Мурзилка», «Костёр» | |
төп документ — ВЛКСМ Үҙәк Комитеты ҡарамағындағы В. И. Ленин исемендәге Бөтә Союз пионер ойошмаһы тураһында положение | |
Наградалары |
![]() ![]() |
![]() |
В. И. Ленин исемендәге Бөтә Союз пионер ойошмаһы (рус. Всесоюзная пионерская организация имени В. И. Ленина)— СССР-ҙың балалар ойошмаһы. 1922 йылдың 19 майында РКСМ-дың «Балалар хәрәкәте» тигән резолюция ҡабул иткән II Бөтә Рәсәй конференцияһы ҡарары менән ойошторола. Шул ваҡыттан алып 19 май Пионерҙар көнө булараҡ билдәләнә. 1924 йылға тиклем пионер ойошмаһы Спартак исемен йөрөтә, ә Ленин үлгәндән һуң уның исемен ала. Пионер ойошмаһы эшмәкәрлегенә ВЛКСМ Үҙәк Комитеты етәкселек итә.
Тарихы
Пионер хәрәкәтенең сығанаҡтары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Пионер хәрәкәтенең башы Рәсәй скаут хәрәкәтендә: нәҡ уның нигеҙендә пионер ойошмаһы ойошторола. Уның символдары бер аҙ үҙгәртелгән скаут символикаһынан ғибәрәт: йәшел урынына ҡыҙыл галстук; шулай уҡ йәшел урынына аҡ блузка; скаут девизы "Әҙер бул! һәм уға скаут яуаптары «Һәр ваҡыт әҙер!».
Скаутизмдан пионер ойошмаһында балалар менән тәрбиә эшенең уйын формалары, балаларҙы отрядтар буйынса ойоштороу, вожатыйҙар институты, усаҡ янында йыйылыштар, символика элементтары һаҡланған (мәҫәлән, пионер билдәһендәге усаҡ ялҡынының өс теле скаут билдәһенең лилиә сәскәһенең өс япрағын алмаштыра, ҡыҙыл төҫкә ингән пионер галстугының өс осо өс быуынды аңлата башлай: пионерҙар, комсомолдар һәм коммунистар).
1922 йыл дауамында ҡала һәм ауылдарҙа пионер отрядтары барлыҡҡа килә.
Пионер отрядтарын берләштереү
1922 йылдың октябрендә РКСМ-дың V Бөтә Рәсәй съезы барлыҡ пионер отрядтарын «Спартак исемендәге йәш пионерҙар» коммунистик балалар ойошмаһына берләштерергә ҡарар итә.
1923 йылдың 23 авгусында РКСМ Үҙәк Комитеты бүлексәһе булараҡ Йәш пионерҙарҙың Үҙәк бюроһын ойошторола.
1922 йылдың октябрендә РКСМ-дың V Бөтә Рәсәй съезы барлыҡ пионер отрядтарын «Спартак исемендәге йәш пионерҙар» коммунистик балалар ойошмаһына берләштерергә ҡарар итә.
1923 йылдың 28 авгусында РКСМ Үҙәк Комитеты бюроһы ҡарары менән «Спартак исемендәге йәш пионерҙарҙың коммунистик балалар төркөмдәренең ойоштороу положениеһы» раҫлана.
1924 йылдың 23 ғинуарында РКСМ Үҙәк Комитетының сираттан тыш үткәрелгән пленумы «Спартак исемендәге коммунистик балалар төркөмдәрен иптәш Ленин исемендәге коммунистик балалар төркөмдәре тип үҙгәртеү тураһында» ҡарар ҡабул итә.
1924 йылдың 18 июлендә РЛКСМ-дың VI Бөтә Союз съезы резолюцияһы менән балалар төркөмдәрен ойоштороу төҙөлөшө тураһында Ленин исемендәге йәш пионерҙарҙың коммунистик балалар ойошмаһы исеме раҫлана.
1924 йылдың 4 авгусында РКП(б) Үҙәк Комитеты тарафынан «Иптәш Ленин исемендәге йәш пионерҙар коммунистик балалар ойошмаһының ойоштороу положениеһы» раҫлана.
Иҫкәрмәләр
Әҙәбиәт
- Доманк А. С. Знаки воинской доблести. — М.: Издательство ДОСААФ СССР «Патриот», 1990.
- Пламя первых костров. — М.: Московский рабочий, 1972. — 336 с.
- Федосов Антон Борисович, «Патриотическое воспитание в скаутской и пионерской организациях: сравнительно-исторический анализ»
- Владимир Чекмарев. «Записки бывшего пионера».
Һылтанмалар
- История пионерской организации на rian.ru
- Проблемы детского движения в первые годы НЭПа
- С. Г. Леонтьева Литература пионерской организации: идеология и поэтика
- С. Г. Леонтьева. Поэзия пионерских праздников
- С. Г. Леонтьева. Пионер — всем пример
- В. Чекмарев. «Записки бывшего пионера»
- Государственные символы России. «Взвейтесь кострами, синие ночи» на simvolika.rsl.ru