Владимир Потаниндың хәйриә фонды
Владимир Потаниндың хәйриә фонды — Рәсәйҙә беренсе шәхси хәйриә фонды, 1999 йылда «Норильск никеле» тау-металлургия компанияһы генераль директоры Владимир Потанин тарафынан ойошторола.
Фондты ойоштороусы
2010 йылда Владимир Потанин үҙенең бөтә байлығын хәйриәгә биреү тураһында иғлан итә. Беренсе булып Giving Pledge («Бүләк итеү анты») килешеүенә ҡул ҡуя[1].
Владимир Потанин Рәсәйҙәге беренсе эндауменд-фонд — Мәскәү дәүләт Халыҡ-ара мөнәсәбәттәр институты үҫеше фондының — тәүге етәксеһе[2].
Мәскәү дәүләт Халыҡ-ара мөнәсәбәттәр институтына Владимир Потанин $6,5 млн тапшырҙы[3].
2003 йылдан Владимир Потанин Эрмитаж Дәүләт Музейы ярҙамсылар советы рәйесе[4]. Эрмитаж Дәүләт Музейына В. Потанин тарафынан $5 млн тапшырылды (2012 йылға)[5]
Фән һәм мәғариф
Стипендия конкурсы, магистратурала уҡыған студенттар өсөн
Грант конкурсы, магистратурала уҡытҡан уҡытыусылар өсөн
Студенттар һәм уҡытыусылар өсөн фонд мәктәбе
Мәскәү дәүләт халыҡ-ара мөнәсәбәттәр институты студенттарының стажировка үтеү фонды
Санкт-Петербург дәүләт университетының Юғары менеджмент мәктәбендә магистратурала уҡыу өсөн стипендиялар
«Олимпия стипендиялары» Рәсәй халыҡ-ара олимпия университетында уҡыу өсөн стипендиялар
Иҫкәрмәләр
- ↑ Владимир Потанин присоединился к Giving Pledge 2013 йылдың 26 декабрь көнөндә архивланған.
- ↑ Об Эндаументе МГИМО 2014 йылдың 10 февраль көнөндә архивланған.
- ↑ Создан Благотворительный фонд «Эрмитаж-Гуггенхайм»
- ↑ Создание Попечительского Совета Государственного Эрмитажа 2008 йылдың 8 июль көнөндә архивланған.
- ↑ Добро пожертвовать 2016 йылдың 29 август көнөндә архивланған.