Гагарин урамы (Ишембай)
Гагарин урамы | |
Хөрмәтенә аталған | Гагарин Юрий Алексеевич |
---|---|
Дәүләт | |
Почта индексы | 453200, 453203, 453205 и 453215 |
Административ-территориаль берәмек | Ишембай |
Медиафайлы на РУВИКИ.Медиа |
Гагарин урамы — Ишембай ҡалаһының иң мөһим магистрале. Чкалов урамын[1] ҡаланың үҙәк өлөшө менән тоташтыра (Ленин проспекты[2], Геология һәм Бульвар урамдары менән). Урамды Юрий Гагарин хөрмәтенә атау осраҡлы түгел. Урам Гагарин скверы аша үтә (|Н 53.45925,|E 56.035305), унда беренсе космонавҡа һәйкәле ҡуйылған.
1961 йылдың 12 апрелендә йыһанға беренсе «Восток» карабы ебәрелә, 1961 йылдың 8 июнендә Ишембай ҡала башҡарма комитеты хеҙмәтсәндәр депутаттары советы Баҡса урамын Ю. А. Гагарин урамы тип үҙгәртергә тигән ҡарар сығара[3].
1967 йылдың 12 октябрендә Ишембай ҡала башҡарма комитеты хеҙмәтсәндәр депутаттары советы ултырышында 19-сы һанлы протоколына ярашлы 1-се биҫтәләге скверға Ю. Гагарин исеме бирелә һәм унда Гагариндың скульптураһы ҡуйыла[4].
Тасуирлама[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Урам башта бик йәшел була.
ОКАТО коды 8388607.
Почта индекстары: 453203 (Таҡ йорттар (11-35), йоп (16-20)), 453215 (таҡ (1-9), йоп(2-14)), 453205 (таҡ (87-107), йоп (66-108)), 453200 (йоп йорттар (52-64)).
Мөһим объекттар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Бөгөн Гагарин урамында урынлашҡан:
- Дәүләт учреждениелары: Ишембай мәғариф бүлеге (Гагарин урамы, 1), Башҡортостан Республикаһы буйынса Рәсәй ҡулланыусылар күҙәтеү идаралығының территориаль бүлеге Салауат ҡалаһында, Ишембай районында һәм Ишембай ҡалаһында (Гагарин урамы,19)[5].
- Сәнәғәт предприятиелары: Ябыҡ акционерҙар йәмғиәтенең бәйләү цехы «Ишембай ойоҡ фабрикаһы» (Гагарин урамы, 5 һәм 7).
- Медицина учреждениеһы: Ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһы (Гагарин урамы, 65), ҡала дауаханаһы (балалар дауаханаһы (Гагарин урамы, 48), «Башҡортостан Республикаһында Гигиена һәм Эпидеминология үҙәге» ФГУЗ филиалы (Гагарин урамы, 19)[6]).
- Белем биреү учреждениеһы: 18-се һанлы «Аҡсәскә» балалар баҡсаһы (Гагарин урамы, 14)[7].
- Парктар: Еңеү паркы, Ю. А. Гагарин исемендәге сквер
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Прогулки по улицам Ишимбая: указатель-путешествие / Сост. Вахитова Г.-2011. — Ишимбай: МБУК ИЦБС ИКБ, 48с.
http://www.ishimbaybiblio.ru/index.php?par=Ourpublications&bold=31
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Яндекс. Народная карта
- ↑ Яндекс. Народная карта
- ↑ Никулочкин Д. В. Уличная неразбериха . Ишимбай: Подметки+ (2 декабрь 2015). Дата обращения: 21 декабрь 2015. 2016 йылдың 20 март көнөндә архивланған.
- ↑ Центральная Библиотечная Система
- ↑ Официальный сайт администрации муниципального района Ишимбайский район Республики Башкортостан — Официальный сайт администрации муниципального района Ишимбайский район Республ …(недоступная ссылка)
- ↑ Официальный сайт администрации муниципального района Ишимбайский район Республики Башкортостан — Официальный сайт администрации муниципального района Ишимбайский район Республ … 2011 йылдың 25 август көнөндә архивланған.
- ↑ Яндекс. Народная карта