Гальваник элемент
Гальваник элемент — окисланыу һәм кире ҡайтарылыу электрохимик процестарын айырмалы үткәреп электр энергияһы булдырыусы ҡоролма.
Ҡыҫҡаса аңлатма[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Бер (беренсел элемент) һәм күп тапҡыр (аккумуляторҙар) разрядлы, реагенттарҙың өҙлөкһөҙ килеүендә эшләгән (яғыулыҡ элементы) гальваник элементын айырып йөрөтәләр.
Төҙөлөшө[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Электролит (кислота йәки тоҙҙоң һыуҙағы эретмәһе, һелте, тоҙ иретмәһе һ.б.) менән контаклашыусы, өҙөлгән электр теҙмәһендә көсөргәнеш булдырыусы, химик тәбиғәте яғынан төрлөсә эшләүсе ике электродтан (анод — кире ҡайтарыусы, катод — окисландырыусы) тора. Анод сифатында — цинк, кадмий, тимер, ҡурғаш һ.б., катод сифатында ҡурғаш, терегөмөш, көмөш һ.б. оксидтары йәки тоҙҙары ҡулланыла. Г.э. төп характеристикалары электрод-актив материалдың химик үҙенсәлектәренә бәйле: марганец-цинклыларҙың өҙөлгән электр теҙмәһендәге көсөргәнеше — 1,5—1,8 В, сағыштырма энергияһы 10—80 Вт·сәғ/кг; литийлыларҙың ярашлы рәүештә 2,5—3,5 В һәм 250—600 Вт·сәғ/кг тәшкил итә. Электр тогының үҙ аллы сығанағы итеп күсермәле кино-, радио-, фотоаппаратурала, кардиостимуляторҙарға һәм башҡа бәләкәй ҡоролмаларға, микрокалькуляторҙарға ток биреү өсөн ҡулланыла.
Башҡортостанда етештереү[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Башҡортостанда литийлы гальваник элемент булдырыу, поливалентлы металдар (марганец, молибден, баҡыр, кобальт һ.б.) оксидтары нигеҙендә — катод материалдары, һыуһыҙ эретмәләр (сульфолан, көкөрт диоксиды, ҡайһы бер полимерҙар) нигеҙендә электролиттар уйлап табыу б-са тикшеренеүҙәр 20 б. 80-се йй. башынан Органик химия институтында (В.С.Колосницын һ.б.) алып барыла. Гальваник элемент // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Лидоренко Н.С., Мучник Г.Ф. Электрохимические генераторы. М., 1982; Кромптон Т. Первичные источники тока. М., 1986.
- Ахметов Н.С. Общая и неорганическая химия
- Аксенович Л. А. Физика в средней школе: Теория. Задания.
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Гальванические элементы и батареи // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- http://dic.academic.ru/dic.nsf/enc_tech/268
- Химические источники тока — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә
- http://www.xumuk.ru/encyklopedia/914.html