Геката
Геката | |
---|---|
| |
Мифология | Древнегреческая |
Даирәһә | лунный свет[d] и магия[d] |
Заты | ҡатын-ҡыҙ |
Атаһы | Перс[d], Зевс или Перс[d] |
Әсәһе | Астерия[d][1], Гера или Деметра |
Балалары | Кратеида[d], Медея, Кирка (мифология) и Скилла (мифология) |
Башҡа мәҙәниәттә | Тривия |
Медиафайлы на РУВИКИ.Медиа |
Геката (бор. грек. Ἑκάτη) — Анатолия һәм Фракияның Ай, йәһәннәм, барлыҡ серлелек, магия һәм сихырсылыҡ алиһәһе[2]. Титандарҙың ейәнсәре[3].
Боронғо гректар ҡайһы берҙә уны Ай алиһәһе Селена менән тиңләйҙәр[4].
Ҡайһы берҙә Гекатаны Артемида тип атайҙар[5].
Мифологияла[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Үлем, сихырсылар, некромантиялар[6] ағыулы үҫемлектәр һәм башҡа бик күп сихыр атрибуттары алиһәһе. Фараз ителеүенсә, Геката культы тәүҙә фракийҙарҙа булған, уларҙан гректарға күскән[7].
Боронғо грек мифологияһында Геката кире персонаж булмаған. Һуңыраҡ, Афродита, Афина, Артемида һәм башҡа алиһәләр культы үҫешеү менән, Геката артҡы планға күсә, торған һайын Аид биләмәләренә түбән төшә, уның батшалығың хтоник алиһәләренең була һәм, ҡара сәсле, ап-аҡ йөҙлө төн ҡурҡынысы булған ҡатынға әүерелеп, төндә тамуҡ эттәре оҙатыуында һунарға сыға.
Гесиодтың «Теогония»һында Геката титан Перстың, һәм Зевс ер яҙмышы һәм сүллек диңгеҙе менән хакимлыҡ итеүҙе бүләк иткән Астерияның ҡыҙы булараҡ телгә алына[6][8]; башҡа авторҙар уны Зевтың һәм Деметраның, йәки Зевс һәм Гераның ҡыҙы тип атай. Гесиодҡа ярашлы, ул власының бер өлөшөн титандарҙан ала[8]. Шулай уҡ ул Гомерҙың «К Деметре» (V) гимнында телгә алына[9][10]. Версияларҙың береһе буйынса, Геката урланған Ифигения була[11]. Ферекид уны Аристей ҡыҙы тип атай[12].
Диодорҙа Гекатаның атаһы Ээттың ҡустыһы, Гелиостың улы менән тиңләштерелә. Уның һөйләүе буйынса, ул атаһы Персты ағыулап үлтерә һәм Таврида батшабикәһе булып китә. Ээтҡа кейәүгә сыға һәм Кирка, Медея һәм Эгиалейҙә тыуҙыра[13].
Орфей Гекатаның серҙәрен Эгинда аса, унда уны бөтәһенән дә күберәк хөрмәт итәләр[14]. Уның ғибәҙәтханаһы Аргоста була[15] Геката хөрмәтенә Зеринфта изге йолалар үткәрелә[16], мәмерйәһендә ҡорбанға эттәрҙе алып киләләр[17]. Пиндарҙа Геката «ҡыҙыл кейем кейгән» тип атала[18].
"Халдей оракулдары"на ярашлы Геката, ғәләм нигеҙен тәшкил иткән Илаһи Триада өлөшө була (трансцендент Атаһы, Демиург («Второй Ум») һәм Геката («Сила»)).
Вакхилидта Геката Нюкта ҡыҙы тип атала[19].
Ҡайһы бер сығанаҡтарҙа Кратейя йәки Кратеида Скилланың әсәһе йәки Гекатаның ҡыҙы тип йөрөтөлә, йә уға тиңләштерелә. Кратейя — Төнгө Гекатаның исеме[20] йәки Ай исеме[21]. Алексидтың «Кратейя, или Торговка снадобьями» комедияһы бар[22].
Геката халыҡ йыйылыштарында тәрән аҡыл, һуғышта бәхет, диңгеҙ кәсебендә бай табыш һ. б. бүләк итә. Тамуҡ алиһәһе кеүек, ул шулай уҡ бөтә серлелектең алиһәһе тип һаналған; гректар уны мәрхүмдәрҙең йәндәре менән саттарҙа осоп йөрөүсе итеп күҙ алдына килтерә. Шуға Күрә Геката культын ҡайһы берҙә саттар менән бәйләйҙәр. Ул тылсымсыларға, Цирцея һәм Медея кеүек ярҙам итә, унан үҙенең сәнғәтенә өйрәнә
Табыныу[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Боронғо грек Афинаһында уға айҙың беренсе һәм һуңғы көндәре бағышлана[4].
Уға I орфик гимн бағышлана. Скульптор Алкамен тәүге тапҡыр Гекатаны Афинала өс берләшкән статуя рәүешендә төҙөй[14]. Геката ҡайһы берҙә ҡулына ике факел тотҡан бер ҡатын-ҡыҙ фигураһы рәүешендә, ҡайһы берҙә өс һындың арҡаһы менән бәйле рәүештә һүрәтләнә.
Беҙҙең эраға тиклем 5 быуаттан ул ҡараңғылыҡ алиһә, төнгө өрәктәр, мәхшәрҙәр, тылсым, күләгәләр эйәһе тип атағандар. Уның изге хайуаны — йыш ҡына аллаға ҡорбан килтергән эт[6][23]. Гекатаға ритуалдар Апллоний Родосскийҙың «Аргонавтика»һында тасуирлана[6].
Геката хөрмәтенә 1868 йылда асылған Геката астероиды (100) аталған. Исемдә алиһә исеме лә, астероидтың тәртип һаны ла сағыла, сөнки «гекатон» (ἑκατόν грек телендә бер йөҙҙө аңлата.
Хәҙерге яңы мәжүси динендә Геката виккаһы Өс яҡлы алиһәнең ҡарсыҡ аспекты менән ассоциациялана[24].
Геката эпиклестары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Боронғо грек мифологияһында Геката түбәндәгесә эпиклестарға (эпитеттар) эйә:
- Ἀποτρόπαια — «бәхетһеҙлек булдырмаусы»
- Ἐννοδία — «юл яны»
- Χθωνία — «ер аҫты»
- Φωσφόρος, Λαμπαδηφόρος — «яҡтылыҡ килтереүсе»[25]
- Τριοδία, Τριοδίτης — «өс юллы», йәғни саттарҙа хөрмәт ителеүсе[25]
- Τρίμορφε — «өс яҡлы»[25]
- Σωτηρία — «ҡотҡарыусы»
- Πρόπολος — «хеҙмәт итеүсе»[25]
- Προπύλαια — «ҡапҡа»
- Κροκόπεπλος — «шафран төҫөндәге пеплос кейгән»
- Κουροτρόφος — «имсәк инәһе»[25]
- Κλειδοῦχος — «асҡыстар һаҡлаусы»[25].
Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Триединая богиня
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Гесиод, Гесиод Θεογονία — 0700.
- ↑ Геката // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- ↑ ГЕКАТА • Большая российская энциклопедия — электронная версия . Дата обращения: 31 ғинуар 2021. Архивировано 13 апрель 2021 года. 2021 йылдың 13 апрель көнөндә архивланған.
- ↑ 4,0 4,1 Климишин, 1990, с. 181
- ↑ Орфика, фр. 188 Керн
- ↑ 6,0 6,1 6,2 6,3 Dean Miller. Beliefs, Rituals, and Symbols of Ancient Greece and Rome. — Cavendish Square Publishing, LLC, 2014. — С. 73—75. — ISBN 978-1-62712-567-3.
- ↑ Климишин, 1990
- ↑ 8,0 8,1 Гесиод. Теогония / Пер. пер. В. В. Вересаева. — М.: Недра, 1929. — С. 411—452.
- ↑ Dean Miller. Beliefs, Rituals, and Symbols of Ancient Greece and Rome (англ.). — Cavendish Square Publishing, LLC, 2014. — P. 73—75. — ISBN 978-1-62712-567-3.
- ↑ V. К Деметре // Эллинские поэты. — М.: Художественная литература, 1963.
- ↑ Гесиод. Перечень женщин, фр. 23b М.-У.
- ↑ Схолии к Аполлонию Родосскому. Аргонавтика III 467 // Комментарий Д. О. Торшилова в кн. Гигин. Мифы. СПб., 2000. С. 245
- ↑ Диодор Сицилийский. Историческая библиотека IV 45, 3; Схолии к Аполлонию Родосскому. Аргонавтика III 200, по Дионисию Милетскому
- ↑ 14,0 14,1 Павсаний. Описание Эллады II 30, 2
- ↑ Павсаний. Описание Эллады II 22, 7
- ↑ Нонн. Деяния Диониса XIII 398
- ↑ Ликофрон. Александра 77
- ↑ Пиндар. Пеан 2 (фр. 52b), ст. 78
- ↑ Вакхилид. Отрывки. I. Эпиникии. 1b-31
- ↑ Аполлоний Родосский. Аргонавтика IV 819
- ↑ Неизвестный автор эпохи Катулла, фр. 7 Гранароло
- ↑ Афиней. Пир мудрецов III 48, 95а
- ↑ Античные мифы и легенды. — С. 75—77.
- ↑ Donna Wilshire. Virgin, mother, crone: myths & mysteries of the Triple Goddess. — Rochester, Vt.: Inner Traditions International, 1994. — С. 213. — 310 с. — ISBN 0-89281-494-2.
- ↑ 25,0 25,1 25,2 25,3 25,4 25,5 Liddell-Scott (1843), A Greek—English Lexicon[en].
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Геката / Тахо-Годи А. А. // Мифы народов мира : Энцикл. в 2 т. / С. А. Токарев. — 2-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1987. — Т. 1 : А—К. — С. 269—270.
- Геката // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- Климишин И. А. Календарь и хронология. — Изд. 3. — М.: Наука. Гл. ред. физ.-мат. лит., 1990. — 478 с. — 105 000 экз. — ISBN 5-02-014354-5.
- Мур Т[d]. Вид с Луны // Тёмные ночи души = Dark nights of the Soul: A guide to finding your way through life's ordeals. — М.: Клуб Касталия, 2017. — С. 78—104. — 310 с. — ISBN 5-89441-002-9.
- Юнг К. Г. Геката // Душа и миф: шесть архетипов. — М.—К.: Совершенство; Port-Royal, 1997. — С. 129—133. — 384 с. — (Бестселлеры психологии). — 10,000 экз. — ISBN 978-5-519-60737-7.
- Д’Эсте С. Рэнкин Д. Геката, пограничные обряды. — Изд. М.: Thesaurus Deorum. Пер. с англ. Анна Блейз. 2018—238 с.