Герасимова Юлия Николаевна

Герасимова Юлия Николаевна (25 апрель 1976 йыл) — дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре. «Стәрлетамаҡ икмәк комбинаты» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры. «Башҡортостан Республикаһының Мордва милли-мәҙәни үҙәге» Төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе. «Башҡортостан Республикаһы фин-уғыр халыҡтары ассамблеяһы» Төбәк йәмәғәт ойошмаһы идараһы рәйесе. Башҡортостан Республикаһы аҙыҡ-түлек индустрияһының атҡаҙанған хеҙмәткәре (2019). Башҡортостан Республикаһының 5-7-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты (2013 йылдан)[1][2].

undefined

Биографияһы

Юлия Николаевна Герасимова 1976 йылдың 25 апрелендә Башҡорт АССР-ының Стәрлетамаҡ ҡалаһында тыуған.

Урта белемде 4-се мәктәптә ала[3]. Өфө дәүләт нефть техник университетын инженер-иҡтисадсы һөнәре буйынса тамамлағандан һуң (1998), хеҙмәт юлын Рәсәй Һаҡлаҡ банкыһының 4594 һанлы Стәрлетамаҡ бүлексәһендә өлкән инспектор булып башлай. Өлкән инспектор, иҡтисад секторының өлкән иҡтисадсыһы була (1999).

2002—2004 йылдарҙа шунда уҡ иҡтисад секторының ҡиммәтле ҡағыҙҙары буйынса экономист.

Атабан эш урынын алмаштырып, «Стәрлетамаҡ икмәк комбинаты» асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә финанс бүлеге начальнигы вазифаһын биләй (2004). 2008 йылдан — комбинаттың генераль директорының коммерция мәсьәләләре буйынса урынбаҫары. 2009—2011 йылдарҙа — комбинаттың башҡарма директоры, аҙаҡтан 2012 йылға тиклем — директоры.

2012 йылдан башта «Стәрлетамаҡ икмәк комбинаты» асыҡ акцилнерҙар йәмғиәтенең генераль директоры урынбаҫары була, һуңынан, әлеге ваҡытҡа тиклем — генераль директоры. Бер үк ваҡытта «Стер-х сауҙа йорто» яуаплылығы сикләнгән ширҡәттең директоры (ике урында эшләү килешеүе буйынса)[1][2].

Йәмәғәт эшмәкәрлеге

2013 йылдан — Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың 5-7-се саҡырылыш депутаты. Парламенттың 7-се саҡырылышында (2023 йылдан) Дәүләт ҡоролошо һәм урындағы үҙидара буйынса комитет ағзаһы булып тора. «Башҡортостан Республикаһының Мордва милли-мәҙәни үҙәге» Төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе. «Башҡортостан Республикаһы фин-уғыр халыҡтары ассамблеяһы» Төбәк йәмәғәт ойошмаһы идараһы рәйесе[1].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

• «Рәсәй профессионалы» миҙалы (2009)
• Башҡортостан Республикаһы Ауыл хужалығы министрлығының Почёт грамотаһы (2011), Рәхмәте (2014)
• Башҡортостан Республикаһы Мордва милли-мәҙәни үҙәгенең һәм Башҡортостан Республикаһы фин-уғыр халыҡтары ассамблеяһының Рәхмәт хаттары (2015)
• Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесенең Рәхмәте (2016)
• Башҡортостан Республикаһы аҙыҡ-түлек индустрияһының атҡаҙанған хеҙмәткәре (2017)
• Башҡортостан Республикаһы Башлығы Рәхмәте (2021)
• Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт минитсрлығының Почёт грамотаһы (2021)[1][2].