Геруни Парис Мисакович

Геруни Парис Мисакович (әрм. Պարիս Միսակի Հերունի, 17 декабрь 1933 йыл — 5 декабрь 2008 йыл) — СССР ғалимы, радиофизик, радиотехник һәм радиоастроном, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1996 йылдан Әрмән Республикаһы Милли фәндәр академияһы академигы (1982 йылдан мөхбир ағзаһы), техник фәндәр докторы (1972), профессор (1983). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1983). СССР-ҙың (1986) һәм Әрмән ССР-ының (1985) Дәүләт премиялары лауреаты.

Биографияһы

Пари́с Миса́кович Геруни́ 1933 йылдың 17 декабрендә Әрмән ССР-ының баш ҡалаһы Ереванда тыуған.

Уникаль радиооптик телескоп — «Геруниҙың көҙгөлө радиотелескобы» — үҙенең конструкцияһы буйынса бик ҡатмарлы телескоп, ул иң ҡеүәтле радиотелескоптарҙың береһе булып тора. Уның ғилми асыштары һәм теориялары радиофизика, радиотехника һәм радиоастрономияны ғәмәли тормошта ҡулланыуға яҡынайта.

Ереван политехник институтының антенналар кафедраһы мөдире вазифаһын башҡара.

Ғалим 2008 йылдың 5 декабрендә тыуған ҡалаһында вафат була.

Ҡайһы бер мәҡәләләре

  • Вопросы расчета сферических двухзеркальных антенн — Радиотехника и электроника, т.19, N1, с. 3—12., Москва, 1964.
  • Пятиметровая сферическая антенна миллиметрового диапазона — Сб. «Антенны», вып. 4, с. 3—15, «Связь», Москва, 1968.
  • Зеркальный радиотелескоп Геруни. АС N 1377941 от 01.11.87 (приоритет от 02.01.86).
  • The First Radio-Optical Telescope. Trans. of the Sixth International Conference on Antennas and Propagation ICAP-89, pp. 540–546, IEEE-URSI, UK, 1989.

Галерея

Иҫкәрмәләр

  1. http://www.panorama.am/en/society/2008/12/08/uxerdz/
  2. Record #69215886 // VIAF (билдәһеҙ) — Даблин: OCLC, 2003.