Гефест
Гефест | |
---|---|
бор. грек. Ἥφαιστος | |
| |
Бог огня и кузнечного ремесла | |
Мифология | Древнегреческая |
Даирәһә | Вулкан, Ут и ковка[d] |
Заты | ир-ат[1] |
Атаһы | Зевс |
Әсәһе | Гера |
Туғандары | Арес[d] |
Ҡатыны | Афродита (Гомер яҙғанса), Харита Аглая (Гесиод яҙғанса) |
Балалары | Ефимия[d], Евтения[d], Евклея[d], Филофросина[d], Палики[d], Перифет[d], Бротей[d], Кадмил[d], Эрихтоний[d], Ардал[d], Керкион[d][1], Радамант[d], Талия[d], Aethiops[d], Пилиос[d], Eurymedon[d], Палемоний[d] и Olenus[d] |
Башҡа мәҙәниәттә | Вулкан |
Медиафайлы на РУВИКИ.Медиа |
Гефест (бор. грек. Ἥφαιστος) — грек мифологияһында ут аллаһы, иң оҫта тимерсе, тимерселек кәсептәрен, уйлап табыуҙарҙы ҡурсалаусы, Олимпта бөтә биналарҙы төҙөүсе, Зевс йәшендәрен әҙерләүсе. Микен текстарында тик фараздар ғына телгә алына: a-pa-i-ti-jo (Гефест?)[2].
Гефест тураһындағы мифтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Гомер буйынса, Зевстың һәм Гераның улы. Аполлон, Артемида, Арес, Афина, Геба һәм Илифияның ағаһы.
Башҡа мифтар буйынса, Гера тәүҙә Зевсҡа Афинаны тыуҙырғаны өсөн үс итеп үҙенең ҡабырғаһынан[3] Гефесты тыуҙыра[4]. Шулай уҡ ҡайһы берҙә Гефестың атаһы тип Гелиосты, йәки, крит мифы буйынса, Талосты атайҙар.
Гефест донъяға килгәс, ул сибек һәм сирле, өҫтәүенә ике аяғына ла аҡһаҡ бала булып тыуа. Гера, улын күреп, унан баш тарта һәм бейек Олимптан ташлай. Ләкин диңгеҙ йәш алланы йотмай, ә уны үҙенең лоноһона ҡабул итә. Диңгеҙ алиһәһе Фетида Гефестың ҡабул итеүсе әсәһе була[5]. Үҙенең бәлиғ булыуына тиклем Гефест диңгеҙ төбөндә йәшәй һәм яратҡан эше менән шөғөлләнә: сүкей. Гефестың тимерлегенән бик шәп әйберҙәр сыға, уларға матурлығы һәм ныҡлығы буйынса тиңдәр булмай. Әйтерһең дә, тере кеүек төшөрөлгән ҡоштар оса, ысынында кешеләр йәшәй, хатта ел дә Гефестың иҫ киткес ижад емештәрендә тормошҡа эйә була.
Зевс менән Гераның улы әсәһенең енәйәте тураһында ишеткәс, Гефест үс алырға ҡарар итә. Ул донъяла тиңе булмаған кресло (алтын тәхет) төҙөй һәм Олимпҡа Гера өсөн бүләк сифатында ебәрә. Гера һоҡлана, бындай күркәм эште бер ҡасан да күрмәгән була, әммә ул креслоға ултырыу була, күҙгә күренмәгән бығауҙар уны уратып ала, һәм ул креслоға бығаулана. Илаһтар пантеонынан бер кем дә креслонан сынйырҙарҙы ысҡындыра алмай, шуға күрә Зевс, Гефестҡа Гераны азат итергә бойороҡ бирер өсөн, аллалар вәкиле Герместы ебәрергә мәжбүр була. Әммә Гефест баш тарта. Шул саҡ аллалар шарап эшләү аллаһы Дионисты Гефестҡа ебәрә. Дионис Гефесты эсерә Һәм уны Олимпҡа алып килә[6]. Гефест иҫерек килеш әсәһен иреккә сығара.
Мотивтарҙың икенсе комбинацияһы «Илиада» ның I йырында ла бар: Гефест бәйле Гераға ярҙам итә, Бының өсөн Зевс уны күктән ырғыта, һәм ул Лемносҡа ҡолап төшә, аяҡтарын йәрәхәтләй, шуның өсөн аҡһай башлай[7].
Гера улын таный һәм уға гүзәл Афродитаны ҡатынлыҡҡа бирә. Гефест аллалар рәтенә ҡабул ителә һәм тимерсе сифатында эшләүен дауам итә. Олимпта бөтә биналар ҙа Гефест тарафынан төҙөлә, шулай уҡ Гефестың атаһы, Зевс үҙенең улына яңылышлыҡ белмәүсе йәшендәр әҙерләргә ҡуша.
Гефест Гераны азат иткәндән һуң, Зевс уға бөтә нәмәне лә һорарға рөхсәт итә, һәм ул Афинаны ҡатынлыҡҡа һорай (йәки был аллаларҙың ҡоралын яһаған өсөн бүләк була[8]), Ул Афинаны эҙәрлекләй[9]. Афина һаҡлана башлай, һәм Гефестың ергә ҡойған орлоғонан Эрихтоний тыуа[10].
Гефест гиганттар менән Флегрей Һуғышы ваҡытында арый, һәм уға Гелиос арбала урын бирә[11]. Ул Орион тураһында миф менән бәйле. Бер үлемле иргә хеҙмәт итә[12].
Ул ҡөҙрәтле һәм киң яурынлы, әммә матур түгел һәм ике аяғына ла аҡһаҡ булып һүрәтләнә[13]. Гомерға ярашлы Гефест Афродитаның ире була, ә Гесиод буйынса харита Аглаяның тормош иптәше була.
Эгида[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Эгида йәки эгид (бор. грек. αἰγίς" «дауыл, өйөрмә») — Зевс ҡалҡаны, уны ҡайһы бер риүәйәттәргә ярашлы, Гефест Амалтеяның мифик кәзәһе тиреһенән эшләгән; был ҡалҡан менән Зевс көслө дауылдарҙы ҡуптара.
Гефест эпитеттары һәм тиңләштереүҙәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Амфигей —"икеһе лә аҡһай". Гефест эпитеты[14].
- Киллоподион — «кәкере аяҡлы». Гефест эпитеты[15].
- Кандаон (Кандей). Гефест исеме[16]. Пелейға ҡылыс бүләк итә, тегенеһе уны Неоптолемға бирә, уның менән Поликсена һуйыла.
Рим мифологияһында грек Гефестына Вулкан тап килә.
Аллалар Мысырға ҡасҡанда, Гефест үгеҙгә әйләнә[17].
Грек филологтарына ярашлы, Коттаның фекере килтерелгән телмәрҙә дүрт Гефест була:[18]
- Уран тарафынан тыуа, унан Афина Афинаны ҡурсалаусы Аполлонды тыуҙыра (Иоаннға ярашлы Лиданы, Уран Һәм Гемераның улын[19]).
- Нил тарафынан тыуа, мысырҙар уны Фта тип атай.
- Өсөнсө Зевс һәм Гераның улы, Лемноста һөнәрселек оҫтаханалары менән етәкселек итә.
- Мемалий улы Сицилия янындағы Вулкан утрауҙарында йәшәй.
Гефестың туғанлыҡ бәйләнештәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Һөйгәндәре:
- Аглая (харита). Ҡатыны
- Афродита. Ҡатыны
Балалары:
- Алкон һәм Евримедонт (йәки 3 кабир). Кабиронан.
- Мысыр кабирҙары.
- Аполлон. Афинанан (версия)
- Ардал.
- Евклей, Евтения, Евфема һәм Филофросина. Аглаянан.
- Какий ҺәмКакия.
- Кекүл.
- Керкион Элевсиндан. (версия)
- Олен.
- Палемоний.
- Палики. (версия)
- Перифет. Антиклеянан.
- Пилий.
- Спинтер.
- Талия (Сицилиянан нимфа).
- Филотт.
- Эрихтоний. Ергә төшкән Гефестың орлоғонан, йәки Геяның улы.
Гефестың тирә яғындағылар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Алкон. Гефест һәм Кабироның улы, Дионистың һинд походында ҡатнашыусы[20].
- Евримедонт. Гефест һәм Кабироның улы, һинд походында ҡатнашыусы[20]. Моррей яралай[21]. Офельт буйынса йоҙроҡ алышында[22], диск ырғытыуҙ ярыша[23].
- Кадмил. Аргостан Акусилайға ярашлы, Кабиро менән Гефестың улы, нимфа-кабириҙәр тыуған өс кабирҙың атаһы[24]. Икенсе текста Камилла[25]. Йәки Касмил, Гермес менән тиңләштерелгән самофракия илаһы[26].
- Кедалион.
- Пелей. Версия буйынса, һөйгәне.
Уның тарафынан үлтерелгәндәр:
- Мимант (гигант).
Табыныу[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Платон хәбәр итеүенсә, һуңғы Апатурий көнөндә Гефест хөрмәтенә гимн ярыштары — лампадодромиялар үткәрелә[27]
Һәр дүртенсе йылда 28 пианопсионға факел йөрөшө менән оҙатылған Гефестиялар — Гефест хөрмәтенә байрамдар тура килә[28].
Әҙәбиәттә һәм сәнғәттә[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Уға Гомерҙың XX гимны һәм LXVI орфик гимн бағышланған. Эсхилдың «Прикованный Прометей» трагедияһының, Ахей Эретрийскийҙың «Гефест» сатира драмаһының, билдәһеҙ авторҙың «Гефест» пьесаһының, Эпихармдың «Пирующие, или Гефест» комедияһының төп геройы.
Гефест хөрмәтенә аталған[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1978 йылда совет астрономы Людмила Черных[29] асҡан Гефест Бәләкәй планетаһы.
- Тимер һәм баҡыр метаболизмында ҡатнашыусы гефестин аҡһымы
- СВП-24 (теүәл-навигация комплексы)
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ 1,0 1,1 Encyclopedia of Ancient Deities (ингл.) — 1 — Jefferson: McFarland & Company, 2000. — P. 212. — 597 p. — ISBN 0-7864-0317-9
- ↑ Предметно-понятийный словарь греческого языка. Микенский период. — Л., 1986. — С. 140.
- ↑ Первый Ватиканский мифограф II 74, 1.
- ↑ Гесиод. Теогония 927—929; фр. 343 М.-У.
- ↑ Гимны Гомера II 141.
- ↑ Павсаний. Описание Эллады I 20, 3; III 17, 3.
- ↑ Гомер. Илиада I 590.
- ↑ Лактанций. Божественные установления I 17, 12—13.
- ↑ Павсаний. Описание Эллады III 18, 13.
- ↑ Гигин. Мифы 166.
- ↑ Аполлоний Родосский. Аргонавтика III 232.
- ↑ Паниасид. Гераклия, фр. 3 Бернабе = Климент. Протрептик 35, 3.
- ↑ Нонн. Деяния Диониса IX 230, тот же эпитет у Гомера, но Гнедич переводит его «хромоногий».
- ↑ Гомер. Илиада XVIII 462; Одиссея VIII 300.
- ↑ Гомер. Илиада XXI 331.
- ↑ Ликофрон. Александра 329.
- ↑ Антонин Либерал. Метаморфозы 28, 3.
- ↑ Цицерон. О природе богов III 55.
- ↑ Лосев А. Ф., 1996
- ↑ 20,0 20,1 Нонн. Деяния Диониса XIV 22.
- ↑ Нонн. Деяния Диониса XXX 44.
- ↑ Нонн. Деяния Диониса XXXVII 509.
- ↑ Нонн. Деяния Диониса XXXVII 686.
- ↑ Страбон. География IX 3, 21 (с. 472).
- ↑ Лосев А. Ф., 1996, С. 292
- ↑ Схолии к Аполлонию Родосскому. Аргонавтика I 917 // Примечания Г. А. Тароняна в кн. Плиний Старший. Об искусстве. — М., 1994. — С. 661.
- ↑ Латышев, 1997, с. 134
- ↑ Климишин, 1990, с. 180
- ↑ Schmadel, Lutz D. Dictionary of Minor Planet Names. — 5th. — New York: Springer Verlag, 2003. — С. 180. — ISBN 3540002383.
Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Лосев А. Ф. Мифология греков и римлян. — М., 1996.
- Лосев А. Ф. Гефест 2019 йылдың 5 май көнөндә архивланған. // Мифы народов мира. Т. 1. М., 1991, с. 299—300.
- Широков О. С. ΑCMŌN 2019 йылдың 5 май көнөндә архивланған. // Античная культура и современная наука. М., 1985, с. 185—188.
- Климишин И. А. Календарь и хронология. — Изд. 3. — М.: Наука. Гл. ред. физ.-мат. лит., 1990. — 478 с. — 105 000 экз. — ISBN 5-02-014354-5.
- Латышев В. В. Очерк греческих древностей. — Ч. 2. Богослужебные и сценические древности. — СПб.: Алетейя, 1997. — ISBN 5-89329-021-x.