Гиппократ

Гиппократ — (грекса Ἱπποκράτης, Hippokrates) боронғо грек табибы, фәлсәфәнән айырылып сыҡҡан медицинаға нигеҙ һалыусы.

Биографияһы

Гиппократ беҙҙең эраға тиклем 460—370 йылдарҙа Кос утрауында тыуған. Уны медицинаға нигеҙ һалыусы тип йөрөтәләр. Гиппократтың 18 быуын нәҫеле ауырыуҙы дауалаусы булған.

Медициналағы өлөшө

Гиппократ ғүмер буйы сәйәхәт итә. Меңләгән хеҙмәт яҙа, меңләгән кешене терелтә, шул ваҡыттарҙа уҡ ғәйәт ҡатмарлы операциялар эшләй. Ул ауырыуҙы түгел, кешене дауаларға кәрәклегенә баҫым яһай, кеше рухының иң хәл иткес көс икәнлеген аңлата, кешеләрҙе холоҡ-фиғелдәре буйынса дүрт төргә бүлеп, һәр бер төргә билдәләмә бирә (холерик, флегматик, сангвиник, меланхолик темпераментындағы кешеләр). Уның был билдәләмәһе хәҙер ҙә үҙ көсөндә.

undefined
Hippocrates pushkin01.jpg

Гиппократ ауырыуҙарҙы дауалауҙың дүрт нигеҙен билдәләй: беренсеһе — зыян килтермәҫкә, икенсеһе — ҡапма-ҡаршылыҡ ысулы менән дауаларға, өсөнсөһө — кешегә ауырыу менән көрәшергә ярҙам итергә, дүртенсеһе — ауырыу кешенең хәленә керергә, ҡыҙғанырға.

undefined

Табиптың хеҙмәттәренең иң мөһиме — «Гиппократ анты»лыр, моғайын. Унда табиптарҙың ауырыуҙарға тәүлектең теләһә ҡайһы ваҡытында ярҙам итергә, сер һаҡларға, белемен һәм тәжрибәләрен башҡаларға ла өйрәтергә тейешлеге әйтелә. Хәҙер әлеге антты табиптарҙың һәр ҡайһыһы бирә. Улар биргән анттарына ғүмерҙәре буйы тоғро ҡалырға тейеш.