Голи-Оток
Голи-Оток (хорв. Goli otokGoli otok — Яланғас утрау) — Адриатик диңгеҙҙең хорват өлөшөндәге, майҙаны яҡынса 4,7 квадрат километр булған, Хорватияның көнбайышында, Велебитск ҡултығының Истрия ярымутрауынан кнөсығышта, Раб, Свети-Гргур һәм Првич уртапуҙары араһында урынлашҡан. Утрау атамаһы «Яланғас утрау» тип тәржемә ителә.
Концлагерь
«Голи-Оток» сәйәси лагеры 1949 йылда Югославия коммунистар партияһы (КПЮ) һәм Югославяи федератив халыҡ республикаһы (ФНРЮ) күрһәтмәһе буйынса сәйәси тотҡондар өсөн төҙөлә. Шул уҡ йылда тәүге тотҡондар килтерелә. 1956 йылда Свети-Гргур лагерындағы кеүек, бынан да тотҡондар сығарыла, ә утрау Хорват Социалистик республикаһына (СРХ) тапшырыла.
Тарихы
Утрауҙа даими йәшәгән халыҡ юҡ. Беренсе донъя һуғышы барышында Австро-Венгрия бында Көнсығыш фронттан әсиргә алынған рус һалдаттарын урынлаштыра.
Лагерҙы ойоштороуҙа генерал Краячич Стево һәм Титоның уң ҡулы — Эдвард Кардель әүҙем ҡатнаша.
1949 йылдан Яланғас һәм күрше Свети-Гргур утрауына сәйәси тотҡондар: Титоға ҡаршы булыусылар, сталинистар, усташи, четники, монархистар, Югославия короллеге эшмәкәрҙәре ебәрелә. Тотҡондар араһында һуғышҡа тиклем үк коммунист булған һәм ҡаршылыҡ геройҙары бихисап була.
Яланғас утрауҙа — ирҙәр, ә күрше Свети-Гргур утрауында ҡатын-ҡыҙҙар лагеры урынлаша.
Утрау бөгөн
Лагерь 1988 йылда эшләүен туҡтата, ә 1989 йылда тулыһынса ябыла.
Бөгөн утрауҙарға туристар һәм Раб утрауынан көтөүселәр генә килә.
Билдәле тотҡондар
- Барешич Миро
- Владо Дапчевич
- Александр Попович
- Венко Марковски
- Борислав Михиз Михайлович
- Мичунович Драголюб
- Драгослав Михаилович
- Йованович Милюша
- Шабан Байрамович
- Петр Комненич
- Йоле Станишич
- Доброслав Парага[1]
- Алия Изетбегович
Һылтанмалар
- Сайт о голом острове (1)
- Сайт о голом острове (2) 2009 йылдың 29 июль көнөндә архивланған.
- «Глас јавности», 4 ноября 2006 2009 йылдың 20 август көнөндә архивланған.
- Снимки 2009 йылдың 10 июль көнөндә архивланған.
