Голубцы
Голубцы | |
---|---|
Милли аш-һыу | |
Рус аш-һыуы Украина аш-һыуы Белорус аш-һыуы |
|
Авторы | |
Милли исеме |
рус. Голубцы бел. Галубцы укр. Голубцi пол. Golabki |
Тыуған иле | Рәсәй, Белоруссия, Украина, Польша. |
Викимилектә медиафайлдар Голубцы |
Голубцы — кѳнсығыш европа аш-һыуы. Уға оҡшаш, итле йәки йәшәлсәле фаршҡа бешерелгән дѳгѳ йәки ҡарабойҙай ҡушып һәм уны кәбеҫтәгә йәки виноград япрағына тѳрѳп бешерелгән ризыҡтар Азия һәм Яҡын Кѳнсығыш аш-һыуында ла бар. Был ризыҡты тѳрлѳ эслек менән бешерәләр. Кѳнсығыш-Европа голубцыһына оҡшаған ризыҡ Әзербайжанда, Балҡанда, Ҡаҙағстанда, Молдавияла, Тѳркиәлә һәм Урта Азия илдәрендә киң таралған. Голубцыны тѳрѳү — күп тырышлыҡ талап итә. Бынан тыш, ялҡау голубцы тип аталған, тиҙ әҙерләнгән, еңел вариант та бар. Голубцыны кәстрүлдә, ҡаҙанда, духовкала бешерәләр. Ялҡау голубцыны әҙерләүҙең бер нисә рецебы бар. Уларҙың тѳп айырмаһы әҙер булған блюдоның консистенцияһында.
Исеменең тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
«Голубец (архитектура)» һүҙе бүрәнәле йәки ҡәбергә ҡуйылған ике яҡлы ҡыйыҡлы һәм тәреле ҡоролма йәки ике яҡ ҡыйыҡлы ағас тәре тигәнде аңлата. Ошондай уҡ исем менән рус халыҡ бейеүе лә бар. «Голубцы» блюдоһы күптән түгел, ул ваҡытта модалы һаналған француз аш-һыуы йоғонтоһонда барлыҡҡа килгән тип һанала. Ул саҡта табынға бөтәүләй ҡыҙҙырылған күгәрсен ите бирелгән була. Рәсәйҙә был блюдо шулай тип атала ла — «голуби» (күгәрсендәр). Яҡынса шул ваҡыттараҡ табынға итле фаршты кәбеҫтәгә урап, «алдаҡсы күгәрсендәр» ҙә бирә башлайҙар. Шулай уҡ, «голубцы» блюдоһының исеме серб теленән сумар (клёцки) тигән һүҙҙән килеп сыҡҡан тигән фекер ҙә бар.
Голубцы Украинала[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Карпатта голубцыны традицион рәүештә кукуруз ярмаһынан, Полтава өлкәһендә ҡарабойҙай һәм иреткән туң майҙан ҡалған һыҙлыҡ менән әҙерләйҙәр. Украинала был блюдоны яңы ғына түгел, тоҙланған кәбеҫтә япрағынан да бешерәләр, яҙғыһын йәш сөгөлдәр япрағына ла урайҙар. Көнбайыш Укринала кәбеҫтә япрағын бер нисә өлөшкә бүлеп, ҙур булмаған бәләкәй генә голубцылар әҙерләйҙәр. Ә бына көньяҡ һәм көнсығышта уны бөтөн япраҡтан ҙур итеп эшләйҙәр. Бындай ҙур голубцылар һутлыраҡ булып һанала. Карпат аръяғында Сочельник байрамына голубцыны тоҙланған кәбеҫтә япрағынан бешерәләр һәм унда дөгө һәм бәшмәк эслеге һалалар. Львовта ҡырғыс аша үткәрелгән картуф һәм соус менән эшләнгән голубцы милли блюдо тип һанала.
Голубцы Белоруссияла[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Фаршҡа дөгө урынына арпа ярмаһы ҡушыла. Элегерәк, яҙғыһын голубцы әҙерләү өсөн йәш керән япрағын файҙаланғандар. Белоруссияла иҙелгән картуфтан бешерелгән голубцы популяр һанала.
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Кулинария: Суперкнига для гурманов. ISBN 5-88528-109-2
- Голубцы, долма, фаршированные блюда. Litres, 2013. ISBN 9785457409408