Талантлы һәм инициативалы ойоштороусы Н. М. Горбушина етәкселеге аҫтында бригада системалы рәүештә етештереүҙең юғары күрһәткестәренә өлгәшә, ай һайын эшләү нормаһын 110—115 процентҡа үтәй, был күрһәткес башҡа цех коллективтарынан 5-6 процентҡа юғарыраҡ. Ете йыллыҡ планды (1959—1965) бригада ваҡытынан алда — алты йыл да дүрт ай эсендә башҡара, пландан тыш 3 500 берәмек теген әйберҙәре етештерә.
1965 йылдан башлап ул етәкләгән бригада техник контроль бүлегенә 99,5 процент әҙер продукция тапшыра, был күрһәткес фабрика һәм цех күрһәткестәре буйынса 8-10 процентҡа юғары. 99,2 процент әйберҙәр ҡуйылған 98,2 процентҡа ҡарата беренсе сорт менән сығарыла.
Герои труда/ Справочник о Героях Социалистического Труда и кавалерах ордена Трудовой Славы трех степеней из Башкортостана./ сост. Р. А. Валишин [и др.]. — Уфа : Китап, 2011. — 432 с. : ил. -ISBN 978-5-295-05228-6.