Горшкова Ольга Константиновна

Горшкова Ольга Константиновна (5 февраль 1942 йыл — 4 ғинуар 2017 йыл) — СССР-ҙың төҙөлөш тармағы алдынғыһы. РСФСР-ҙың 11-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты (1985—1990). Хеҙмәт Даны орденының тулы кавалеры (1986). Бор ҡалаһының почётлы гражданы

Биографияһы

Ольга Константиновна Горшкова 1942 йылда Горький өлкәһе Сергачский районының Абаимово ауылында тыуған. Уға дүрт йәш булғанда ғаилә Бор ҡалаһы янындағы Стекольный ҡасабаһына күсеп килә. 1960 йылда мәктәпте тамамлай. Бор быяла заводының 19-сы цехына фасетчица булып эшкә урынлаша. Быяланы йыуыу — ауыр һәм бысраҡ эш менән шөғөлләнә.

1965 йылда бөгөлгән сталинитты моллирлаусы булып эшләй[1]. Горький һәм Волга автозаводтар өсөн бөтә бөгөлгән быялаларҙы әҙерләүҙә ҡатнаша. Шәхси сифат келәймәһе менән эшләй[2].

СССР Юғары Советы Перзидиумының 1975 йылдың 21 апрелендәге Указы менән III дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены менән бүләкләнә.

СССР Юғары Советы Перзидиумының 1981 йылдың 19 мартындағы Указы менән II дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены менән бүләкләнә.

СССР Юғары Советы Перзидиумының 1986 йылдың 22 майындағы Указы менән «ун беренсе биш йыллыҡтың бурыстарын һәм социалистик йөкләмәләрҙе үтәүҙә уңыштары өсөн» Ольга Константиновна Горшковаға I дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены менән бүләкләнә. Хеҙмәт Даны орденының тулы кавалеры була[3].

Әүҙем йәмәғәт эшмәкәрлеге менән шөғөлләнә. Бор ҡалаһы, Горький өлкә һәм РСФСР-ҙың 11-се саҡырылыш Юғары Советы депутаттары итеп һайлана.

Бор ҡалаһында йәшәй. 2017 йылдың 4 ғинуарында вафат була. Пичугинский зыяратында ерләнә.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • I дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены(22.05.1986);
  • II дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены (19.03.1981);
  • III дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены (21.04.1975);
  • миҙалдар;
  • Бор ҡалаһының почётлы гражданы.

Иҫкәрмәләр

  1. Горшкова Ольга Константиновна. www.names52.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 апрель 2020. 2020 йылдың 19 сентябрь көнөндә архивланған.
  2. Ольга Константиновна Горшкова, (5 февраля 1942) - полный кавалер ордена Трудовой Славы, моллировщица ... Фотострана. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 апрель 2020.
  3. Горшкова Ольга Константиновна — Энциклопедия Нижнего Новгорода. www.nnov.ec. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 апрель 2020.

Һылтанмалар