Григорий менән Аксинья кәмәлә (скульптура композицияһы)
«Григорий менән Аксинья кәмәлә» скульптура композицияһы Дондағы Ростов үҙәгендә Дон йылғаһының уң ярында урынлашҡан. Монументты скульптор Сергей Олешня Михаил Шолоховтың «Тымыҡ Дон» роман-эпопеяһы мотивтары буйынса эшләй. Композиция йылға вокзалы эргәһендә 2013 йылдың июнендә урынлаштырыла. Иҫәп буйынса ул Ростов өлкәһендә «Тымыҡ Дон» персонаждарына ҡуйылған өсөнсө һәйкәл була. «Григорий менән Аксинья кәмәлә» Тон темаһына ҡағылышлы башҡа һәйкәлдәр менән бер рәттән Дондағы Ростовта ҡала мөхитен төҙөкләндереү этабы сиктәрендә барлыҡҡа килә[1].
Һүртәләнеше
Скульптура композицияһы «Тымыҡ Дон» роман-эпопеяһындағы эпизодты һүрәтләй. Китап геройҙары, ғашиҡтар Григорий Мелехов менән Аксинья Астахова, Дон буйлап ишкәкле кәмәлә ял ваҡытында һүрәтләнә. Аксинья матур, селтәр менән биҙәлгән күлдәктә, ҙур булмаған гөлләмә тотҡан. Григорий хәрби кейемдә ҡойроҡта ултыра. Шолохов персонаждарының бронза һындары тәбиғи ҙурлыҡта эшләнгән. Скульптуралар араһында эскәмйәләр урынлаштырылған, уларҙы бик йыш фотоға төшөү өсөн туристар файҙалана. Кәм мороно таштар өйөмө өҫтөндә һәм бер аҙ күтәртеп ҡуйылған, ә симметрик нигеҙ бетондан эшләнеп, ассиметрик плита менән йөҙләнгән[2]. Ҡала халҡының бер өлөшө был эпизодтың Дондағы Ростовҡа бер ниндәй мөнәсәбәте юҡ, тип тәнҡиткә дусар итә[3].
Шулай уҡ ҡарағыҙ
- Вёшенская станицаһында «Григорий менән Аксинья» скульптура композицияһы
Иҫкәрмәләр
- ↑ Ой ты, наш батюшка тихий Дон! Библиотека Шадринского государственного педагогического университета. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 март 2017. 2017 йылдың 12 февраль көнөндә архивланған.(урыҫ.). Библиотека Шадринского государственного педагогического университета. 3 март 2017 тикшерелгән.
- ↑ Памятник «Григорий и Аксинья в лодке». Изготовление памятников. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 март 2017.(урыҫ.). Изготовление памятников. 3 март 2017 тикшерелгән.
- ↑ Григорий и Аксинья в лодке. Неформальные достопримечательности. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 март 2017.(урыҫ.). Неформальные достопримечательности. 3 март 2017 тикшерелгән.