Гәзит тыҡрығы (Дондағы Ростов)

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Гәзит тыҡрығы
Дондағы Ростов
Дөйөм мәғлүмәт
Ил Рәсәй
Төбәк Ростов өлкәһе
Ҡала Дондағы Ростов
Район Ленин
Элекке исемдәре Ҡазан тыҡрығы[1]
Оҙонлоғо 2,1 км
картала

Гәзит тыҡрығы — Дондағы Ростовтың үҙәк өлөшөндәге тыҡрыҡ. Яр буйы урамынан (ысынбарлыҡта Дондың яр буйы) Варфоломеев урамына тиклем һуҙыла. Йорттарға номерҙар ҡуйыу Яр буйы урамынан башлана.

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Гәзит тыҡрығы Октябрь революцияһына тиклем, Ҡазан һәм Никольская урамдары (хәҙерге Серафимович һәм Социалистик урамдары) араһында урынлашҡан сиркәү атамаһы буйынса, Ҡазан тип аталған. Революциянан һуң Гәзит тип йөрөтөлә. Ҡазан тыҡрығында, Тургенев урамынан Оло Баҡса урамына тиклем, юристар, табиптар, төҙөлөш подрядчиктары ҙур теләк менән төпләнәләр. Абруйлы урын һанала.

Яңы иҡтисади сәйәсәт ваҡытында Гәзит тыҡрығы «ҡыҙыл фонарь» районы булып дан ала: йүнсел әбейҙәр фәхишәләргә үҙҙәренең бүлмәләрен кварталдары менән файҙаланырға биреп тора[2]. Гәзит тыҡрығының был тарихы 1926 йылда тамамлана. Гәзит тыҡрығындағы бөтә фәхишәләрҙе тотоп алып, ойошҡан рәүештә Соловки төрмәһенә ебәрәләр.

Гәзит тыҡрығында урынлашҡан[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Гәзит, 8 — Врангель йорто (архитекторы Николай Александрович Дорошенко
  • Гәзит, 9 — шағир Рюрик Рок йәшәгән
  • Гәзит, 18 — Дондағы Ростовта Һалдат синагогаһы (архитекторы Э.Шульман)[3])
  • Гәзите, 25 — Волкенштейн йорто
  • Гәзит, 32 — был йортта актёр һәм режиссёр Александр Кайдановский йәшәгән
  • Гәзит, 34/70 — Срабионов йортоПетроград» ҡунаҡханаһы)
  • Гәзит, 39 — М. О. Кулаковтың килем йорто
  • Гәзит, 44 — доктор П. Г. Португаловтың килем йорто (бында музыкаль педагог Португалов Витольд тыуған)
  • Гәзит, 45 — А. П. Машонкиндың килем йорто
  • Гәзит, 46 — Гәзит тыҡрығындағы бәҙрәф[4].
  • Гәзит, 47-б — Н. Ф. Солодов йорто (Уҡытыусы йорто) (архитекторы Н. А. Дорошенко)
  • Гәзит, 84 — Rock-&-cafe Roll «Асмолов» (тәмәке фабрикаһы бинаһы)

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Старые и современные названия ростовских улиц.
  2. Вареник В. Ростов и ростовцы — 2.
  3. Холявко И.
  4. Ростов-на-Дону и окрестности. Тайны степного мегаполиса. / Под ред. О. А. Хорошева. — Ростов-на-Дону: Наш регион, 2009. — 128 с.