Гөлдәр баҡсаһында
Гөлдәр баҡсаһында — [[Башҡортостандың халыҡ шағиры|Башҡорт АССР-ының халыҡ шағиры]] Мәжит Ғафури шиғыры. 1924 йылда яҙылған. 7 кластар өсөн «Башҡорт теле» һәм «Туған әҙәбиәт» дәрестәре программаһына индерелгән.
Мәжит Ғафури — балаларға
«Гөлдәр баҡсаһында» шиғыры, 1924 йылда яҙылһа ла, М. Ғафуриҙың «Төнгө смена» (Ҡазан, 1927) тигән шиғырҙар йыйынтығында баҫыла. Һуңынан Ҡазанда сыҡҡан «Совет әҙәбиәте» журналының 1937 йылғы 3-сө томында, шулай уҡ М. Ғафуриҙың 1939, 1950, 1955 йылғы (III том) йыйынтыҡтарында ла баҫылып сыға. Текстарҙа айырма юҡ.
Революциянан һуң Мәжит Ғафури йәш башҡорт әҙәбиәте һәм мәҙәниәтен үҫтереүгә ҙур өлөш индерҙе. «Азат мәктәп» исемле дәреслек-хрестоматия төҙөүҙә ҡатнашты, Максим Горький әҫәрҙәрен тәржемә итеү инициаторы булды. Заман геройы хаҡында уйланыуҙар, кем ул ысын герой тигән һорау Мәжит Ғафуриҙың ижады үҙәгендә тора. «Гөлдәр баҡсаһында» шиғырында хеҙмәт кешеһе данлана.
«Гөлдәр баҡсаһында» шиғыры
Гөлдәр баҡсаһында
Бер көн шулай, гөлдәр баҡсаһында |
Әкрен генә иҫкән ел арҡылы |
Сәскәләрҙең ошо яуаптарын |
Тасуирлау алымдары
Яңы замандың ыңғай геройын реалистик алымдар, тормошсан деталь һәм штрихтар аша һүрәтләне. Шулай уҡ был осор шиғриәтенә революцион романтика элементтары, юғары пафос, күтәренкелек мотивтары хас.
«Мәжит Ғафури шиғырҙарын уҡыйбыҙ» конкурсы
2020 йылда, шағирҙың 140 йәшен билдәләгән көндәрҙә, Башҡортостан мәҙәниәт минстрлығы, Башҡортостан Яҙыусылар союзы, Мәжит Ғафуриҙың халыҡ-ара йәмәғәт фонды «Мәжит Ғафури шиғырҙарын уҡыйбыҙ» конкурсы иғлан итте. Шиғри флешмобта күп кеше ҡатнашты һәм башҡорт халыҡ шағирына булған ихтирамын күрһәтте[1].
Әҙәбиәт
- Мәжит Ғафури. Әҫәрҙәр дүрт томда. III том, 544 б. (178 бб.). Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1979
- Башҡорт әҙәбиәте тарихы. 2-се том / Ғ. Хөсәйенов, Р. Байымов, Р. Бикбаев, Ә. Мирзаһитов, С. Сафуанов, З. Ураҡсин, Р. Шәкүр. Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1990. 420—421 б. ISBN 5-295-00595-X (2-се том).